Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Күк сәскә”лә тормош ни өсөн йәмле?
“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлгән “Күк сәскә” балалар баҡсаһы бөгөн тышҡы яҡтан да, эстән дә бик матур. Яңауылдар бындай бүләккә һаман да һөйөнөп бөтә алмай. Ысынлап та, учреждение тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, үҙенә әллә ҡайҙан тартып тора. Күркәм объектты Өфөнөң “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән.

Ике ҡатлы бина һигеҙ төр­көмгә иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһында йоҡо, уйын бүл­мәләре, музыка, гимнастика залдары, өҫтәмә дәрестәр өсөн махсус бүлмәләр, логопед һәм психолог кабинеттары, уйын зонаһы, физкультура майҙансығы бар. Зауыҡ менән биҙәлгән балалар баҡсаһы газ ярҙамында йылытыла. Аш-һыу бүлмәһенә лә яңы ҡорамалдар ҡуйыл­ған, ҡыҙ һәм малайҙарға айырым бәҙрәф, йыуыныу бүлмә­ләре ҡаралған. Объекттың төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы 97 миллион һум тәшкил иткән.

“Күк сәскә” балалар баҡса­һы урынлашҡан квартал йәш әле, бында яңы барлыҡҡа кил­гән ғаиләләр күпләп йә­шәй. Һуңғы йылдарҙа ҡала­ның был районында халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан кү­сереү программаһы буйынса бер нисә күп ҡатлы йорт саф­ҡа ингән. Ә быға тиклемге балалар баҡсаһы бик насар торошта булған, етмәһә, оҙаҡ ваҡыт сират та көткәндәр. Урын­дағы етәкселек, яңы социаль объект биҫтәнең инфра­структураһын яҡшыр­тыр һәм уның абруйын күтәрер, тип өмөтләнә.

— 1970 йылда сафҡа ин­де­релгән балалар баҡсаһы ныҡ иҫкергәйне, ҡыш һыуыҡ булһа, йәй көндәрендә ҡайһы саҡ түшәмдән ямғыр ҙа үтә ине, — ти баҡса мөдире Татьяна Смольникова. — Бөгөн, шөкөр, заманса йылы, яҡты, иркен һәм зауыҡ менән йыһазландырылған бинала эшләргә мөмкинлек тыуҙы. Хәҙер беҙгә балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә иртән ҙур теләк менән килә.

Бында әле 160 бала шө­ғөл­ләнә, сабыйҙарын нәҡ ошо баҡсаға бирергә теләү­селәр ҙә бар икән. Эш һөйөүсән, та­тыу коллектив йыйылған, балаларға 13 тәрбиәсе, махсус белемле биш белгес тәр­биә бирә. Баҡса яны майҙан­сығы ла иркен, рәхәтләнеп уйнарға уңайлы шарттар бул­дырылған. Төркөмдәрҙә кес­кәй­ҙәрҙең йәш үҙенсә­лектә­ренә ярашлы дәрестәр алып барыла. Бында улар тирә-яҡты танып белеп, телмәр­ҙәрен үҫтереп, төп төшөнсә­ләр менән генә танышып ҡал­май, ә коллективта йәшәргә, аралашырға, уйнарға өйрәнә. Танып белеү дәрестәрендә балалар төрлө милли әҙә­биәт, ауыҙ-тел халыҡ ижады, Ватан тарихы, төбәктең иҫтә­лекле урындары менән таны­ша, хәрәкәтле халыҡ уйында­рында ҡат­наша. Былар бары­һы ла милли үҙаң үҫешенә булышлыҡ итә һәм башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй.
Мәктәпкәсә учреждение тормошонда ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша, улар – тәр­биә­селәрҙең уң ҡулы һәм кә­ңәшсеһе лә. Ғәзиздәренең баҡсалағы тормошон ҡыҙыҡ­һынып күҙәтәләр һәм төрлө байрам-кисәләргә, иртә­лек­тәр­гә ҙур теләк менән киләләр.


Автор: Самат ҒӘЛИН Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 2

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә