“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлгән “Күк сәскә” балалар баҡсаһы бөгөн тышҡы яҡтан да, эстән дә бик матур. Яңауылдар бындай бүләккә һаман да һөйөнөп бөтә алмай. Ысынлап та, учреждение тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, үҙенә әллә ҡайҙан тартып тора. Күркәм объектты Өфөнөң “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән.
Ике ҡатлы бина һигеҙ төркөмгә иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһында йоҡо, уйын бүлмәләре, музыка, гимнастика залдары, өҫтәмә дәрестәр өсөн махсус бүлмәләр, логопед һәм психолог кабинеттары, уйын зонаһы, физкультура майҙансығы бар. Зауыҡ менән биҙәлгән балалар баҡсаһы газ ярҙамында йылытыла. Аш-һыу бүлмәһенә лә яңы ҡорамалдар ҡуйылған, ҡыҙ һәм малайҙарға айырым бәҙрәф, йыуыныу бүлмәләре ҡаралған. Объекттың төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы 97 миллион һум тәшкил иткән.
“Күк сәскә” балалар баҡсаһы урынлашҡан квартал йәш әле, бында яңы барлыҡҡа килгән ғаиләләр күпләп йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ҡаланың был районында халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса бер нисә күп ҡатлы йорт сафҡа ингән. Ә быға тиклемге балалар баҡсаһы бик насар торошта булған, етмәһә, оҙаҡ ваҡыт сират та көткәндәр. Урындағы етәкселек, яңы социаль объект биҫтәнең инфраструктураһын яҡшыртыр һәм уның абруйын күтәрер, тип өмөтләнә.
— 1970 йылда сафҡа индерелгән балалар баҡсаһы ныҡ иҫкергәйне, ҡыш һыуыҡ булһа, йәй көндәрендә ҡайһы саҡ түшәмдән ямғыр ҙа үтә ине, — ти баҡса мөдире Татьяна Смольникова. — Бөгөн, шөкөр, заманса йылы, яҡты, иркен һәм зауыҡ менән йыһазландырылған бинала эшләргә мөмкинлек тыуҙы. Хәҙер беҙгә балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә иртән ҙур теләк менән килә.
Бында әле 160 бала шөғөлләнә, сабыйҙарын нәҡ ошо баҡсаға бирергә теләүселәр ҙә бар икән. Эш һөйөүсән, татыу коллектив йыйылған, балаларға 13 тәрбиәсе, махсус белемле биш белгес тәрбиә бирә. Баҡса яны майҙансығы ла иркен, рәхәтләнеп уйнарға уңайлы шарттар булдырылған. Төркөмдәрҙә кескәйҙәрҙең йәш үҙенсәлектәренә ярашлы дәрестәр алып барыла. Бында улар тирә-яҡты танып белеп, телмәрҙәрен үҫтереп, төп төшөнсәләр менән генә танышып ҡалмай, ә коллективта йәшәргә, аралашырға, уйнарға өйрәнә. Танып белеү дәрестәрендә балалар төрлө милли әҙәбиәт, ауыҙ-тел халыҡ ижады, Ватан тарихы, төбәктең иҫтәлекле урындары менән таныша, хәрәкәтле халыҡ уйындарында ҡатнаша. Былар барыһы ла милли үҙаң үҫешенә булышлыҡ итә һәм башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй.
Мәктәпкәсә учреждение тормошонда ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша, улар – тәрбиәселәрҙең уң ҡулы һәм кәңәшсеһе лә. Ғәзиздәренең баҡсалағы тормошон ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр һәм төрлө байрам-кисәләргә, иртәлектәргә ҙур теләк менән киләләр.