Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап

Донъяла һәр милләттең рухи хазинаһы, уны халыҡ иткән булмышы бар. Ул – туған тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, аралашыу, йәшәү рәүеше. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр. Ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ бүләгендә, изге аманатында халҡыбыҙҙың аҡылын һәм зирәклеген дә, күңел күркен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, тарихын һәм бөгөнгөһөн дә, бар ғәмәлен һәм уй-хыялдарын да күңел күҙе менән күрергә һәм тойорға мөмкин. Тап шундай изге ниәттән асыла ла инде халҡыбыҙҙың үҙ асылын һаҡлап ҡалыу өсөн милли хәрәкәт ҡыҙған мәлдә – 1996 йылда – Бәләбәй башҡорт гимназияһы.


“Беҙҙе Рәсәйҙә лә беләләр”

Унан һуң теүәл 22 йыл үткән. Аҙмы был, күпме? Эйе, тәү ҡарашҡа йөҙәр йыллыҡ юбилейын билдәләгән белем усаҡтары менән сағыштырғанда, күп тә түгел. Шулай ҙа ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа һәләтле коллектив туплап, үҙенә хас традицияларын, йолаларын, данлы тарихын булдырып, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәлелек яулаған данлыҡлы белем усағы ул. Әлбиттә, бына яңы мәктәп, рәхәтләнеп туған телегеҙҙә белем алығыҙ, тип берәү ҙә уйламағанда-көтмәгәндә асҡыс килтереп тоттормай. Ҡалала Булат Йәнекәев, Ризван Хафизов кеүек йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт мәктәбе асыуҙы юллап аҙ йөрөмәй, “Аҡмулла” исемендәге башҡорт ойошмаһы ла ҙур көс һала.


Бөгөн бында башлыса күрше Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Бөрйән, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар белем ала. Башҡорт балалары менән бүтән милләт халҡының уҡырға тырышыуы ла уның көндән-көн арта барған абруйы хаҡында һөйләй.

Гимназия ҡаланың күркәм урынында урынлашҡан. Эре хәрефтәр менән “Башҡорт гимназия-интернаты” тигән яҙыу әллә ҡайҙан күҙгә ташланып, үҙенә саҡырып торған кеүек. Буш ваҡытта рәхәтләнеп саф һауала ял итеү өсөн иркен ихатаһы бар. Йәйен ул сәскәләргә күмелә, үтеп-һүтеп йөрөгәндәр бындағы матурлыҡҡа һоҡланып туя алмай. Теплицала мул уңыш йыйып алына. Уларҙың барыһын да балалар үҙҙәре үҫтерә.

Бында сабыйын уҡырға алып килгән бер атай-әсәй ҙә күңеле борсолоп түгел, киреһенсә, яҡшы уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын күреп, ҡыуанып ҡайтып китәлер, моғайын, тигән уйға килдем, белем усағы менән танышҡас. Бай китапхана, заманса йыһазландырылған уҡыу кластары, спорт, бейеү, тренажер залдары... Көндөҙгө стационар, процедура һәм теш дауалау кабинеттары эшләй. Уҡыусылар ике-өс кешелек яҡты, матур бүлмәләрҙә йәшәй. Иркен ашханала яғымлы ашнаҡсылар тәмле аш-һыу менән һыйлай.


Гимназия директоры, Башҡортос­тандың мәғариф отличнигы Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова – сығышы менән Ишембай районының Һайран ауылы ҡыҙы. Уҡытыусылар династия­һын ғорур дауам иткән етәксе белем усағының уңыштары нигеҙенә мәктәп коллективының дөйөм хеҙмәте һалыныуы хаҡында ғорурланып һөйләй. Быйыл ҡыҙы, башланғыс клас­тар уҡытыусыһы Ынйы Фәтхетдинова ла “Педагогтар династияһы” республика конкурсында “Яҡшы педагогик династия презентацияһы” номинация­һында еңеү яулаған.

– Дәрестәрҙе үҙ һөнәренә ғашиҡ һәм фәнен төплө белгән уҡытыусылар алып бара, – ти ул. – Улар араһында хеҙ­мәте юғары исемдәр менән баһа­лан­ғандар бихисап. Мәҫәлән, “Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүсе К. Лысенкова, “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы-2018” республика конкурсы лауреаты Р. Мөхәмәтйәнова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара конкурс лауреаттары А. Борисова, Г. Мө­хәмәҙиева, Т. Мәү­лиева, “Йәш уҡытыусы” республика конкурсы лауреаты О. Талибуллина. Ун уҡытыусы “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исемен лайыҡлы йөрөтә.


Дилбәр Ғайса ҡыҙы әйтеүенсә, гимназияның төрлө кимәлдәге уңыш­тарында тәжрибәле урынбаҫарҙарҙың өлөшө ҙур. Был йәһәттән Башҡортос­тандың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған Гөлнара Хоҙайназарованы, республика Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы эйәһе Зөлфиә Ғилма­нованы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, республика Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Нәзирә Фәрхетдинованы маҡтап телгә алды.

Гимназияла балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булды­рылған. Өҫтәмә белем алыу өсөн факультатив дәрестәр, курстар үткәрелә. Әйтергә кәрәк, маҡсатлы эш һөҙөм­тәләре менән ҡыуандыра. Уҡыусылар республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм алдынғы урындарҙы яулай.


Йыл һайын сығарылыш класс уҡыусылары имтихандарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Берҙәм дәүләт имтихандарының дөйөм һөҙөмтәһе республика күрһәткесенән юғары булыуы ла күпте һөйләй.

Гимназия-интернат республика, төбәк һәм халыҡ-ара саралар үткәреү майҙансығына әүерелгән. Бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының кәңәшмәләре, ШОС һәм БРИКС илдәренең милли мәҙәниәттәр фестивале, “Бөтә донъя диалогтары контексы”нда Халыҡ-ара мәғариф һөнәри компетентлыҡ проекты тормошҡа ашырылған. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәтеүҙе маҡсат иткән “Йәйләү”, инглиз телен һәм менеджментты үҙләштереү халыҡ-ара йәйге лагерҙары ойошторолған. 2011 йылдан ЮНЕСКО клубы эшләй.

Ғилми-тикшеренеү эштәре лә йыш ойошторола бында. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге менән берлектә физиканан “Уҡыусыларҙың техник һәләттәрен үҫтереү”, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү инс­титуты менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән “Күп мәҙәниәтле мөхиттә креатив шәхес тәрбиәләү”, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә лингвистик фәндәрҙе танып белеү һәм аралашыу һәләтен, башланғыс класс уҡыусыларының ижади мөмкинлеген үҫтереү буйынса саралар һөҙөмтәле үтә.


Һуңғы өс йыл рәттән гимназия уҡыусылары “Азамат” Башҡортостан халыҡтары сәнғәте фестивалендә алдынғылыҡты бирмәй. Ә белем усағының бай музейы тарих, һынлы сәнғәт буйынса күргәҙмәлә беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. “Башҡорт балаларының халыҡ уйындары”, “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестивалендә БГИ командаһы (етәксеһе З. Исламова) II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса ла гимназия уҡыусылары матур һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Һуңғы йылдарҙа белем усағы “Рәсәй почет таҡтаһы” федераль электрон реестрына индерелгән, республиканың туған телде өйрәнгән инновациялы дөйөм белем биреү учреждение­ла­рының III слеты еңеүсеһе тип табыла, Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы сайт” кон­курсының “Школяр” номинацияһында ла уға етеүсе булмай.

– Йыл да Бөтә Рәсәй “Һанлы быуат мәктәбе” конкурсында, Ю.А. Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһы кеүек белем биреү һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү проекттарында, “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” республика бәйгеһендә әүҙем ҡатнашабыҙ, лайыҡлы урындар яулайбыҙ, – тип уңыштар тураһында ҡыуанып һөйләй Дилбәр Ғайса ҡыҙы.


Бында донъяға билдәле спортсылар уҡый

Гимназияла балаларға төплө белем биреү менән бер рәттән уларҙы ил, донъя күләмендәге спорт донъяһында Рәсәй намыҫын лайыҡлы яҡларҙай спортсылар итеп тәрбиәләү өсөн дә етди шарттар тыуҙырылған. Бында төрлө йүнәлештәге 13 спорт секцияһы, түңәрәктәр эшләй. Уларҙа шөғөлләнеү түләүһеҙ. Тәжрибәле, үҙ һөнәренә ғашиҡ тренерҙар, уҡытыусылар алып барған дәрестәр балаларҙың ижади һәләтен асыуға, уларҙың һәр яҡлап уңышлы шәхес булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа бер-бер артлы яуланған һөҙөмтәләр шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, “Арт-старт” республика ижади проекттар конкурсындағы, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика бәйгеһендәге, музейҙарҙың республика ярышында һынлы сәнғәт буйынса күргәҙмәһендә – беренсе урын, Көнбайыш лигаһының КВН-ы фестивалендә – Гран-при.

Гимназияның волейбол, баскетбол буйынса ҡыҙҙар һәм егеттәр коман­даларының уҡыусылар араһында Башҡортостан спартакиадаһының төбәк ярыштарында беренсе урынды яулауы – ошо эҙмә-эҙлекле эштең, уларҙың тренерҙары И. Әхмәҙиев, И. Ғәлиевтең талапсанлыҡ һөҙөмтәһе. Гимназистар грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирында ла пьедес­талдың тәүге баҫҡысына күтәрелә.

Бөтә Рәсәй “Орленок” балалар үҙәгендә үткән “Һаҡсылар, алға!” Бөтә Рәсәй спорт белем биреү уйындарында республика намыҫын тап Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡытыу­сы­лары Эльвира Алдарова, Рүзилә Баймиева, Резида Тимербаева, Гөлназ Ғабдрафиҡова, Илнур Ғәлиев, Динар Миназев, Илнур Әхмәҙиев, Азамат Аҙнабаев, Ғәлинур Тимершин етәксе­легендәге уҡыусылар командаһы ике йыл рәттән яҡлай. Ҡыҙҙар һәм малай­ҙар “Дарман” ҡурайсылар (етәксеһе Ә. Агишев), “Һылыуҡай”, “Умырзая” во­каль ансамблдәре (етәксеһе Р. Фәх­ретдинова), “Ынйы” бейеү төркөмөндә, “Аманат” тыуған яҡты өйрәнеү түңә­рәгендә (етәксеһе З. Бикҡужина) ихлас шөғөлләнә.

Бәләкәйҙән саңғы, биатлон буйынса төрлө ярыштарҙа еңеүҙәре менән ҡыуандырған Азат Ҡарасуриндың Сочи ҡалаһында үткәрелгән XI ҡышҡы паралимпия уйындарында алтын һәм бронза миҙалға лайыҡ булыуында уҡыу йортоноң өлөшө ҙур. Артур Шайморатов велосипедта уҙышыу буйынса Рәсәй беренселеге еңеүсеһе булараҡ дан ҡаҙанһа, Морат Хоҙайназаров иһә – грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры. Илдар Хаятдинов – XI бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры призеры...

Күптән түгел белем усағы тағы ла ҡыуаныслы ваҡиға кисергән: 11 класс уҡыусыһы Оскар Шайморатов ачери-биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Нидерланд Короллегендә үткән асыҡ чемпионатта (Европа кубогы иҫәбе) ҡатнашып, үҫмерҙәр араһында икенсе урынды яулай.

Мәктәпкә килеп ингәс тә, өҫтәлдә ятҡан “Ынйылар” гәзите күҙгә ташланды. Уны ҡулыма алғас, белем усағында сығарылған баҫма икәнлеген аңланым.

– Гимназияла ижад менән ҡыҙыҡ­һынған, үҙҙәре лә хикәйәләр, мәҡә­ләләр, шиғырҙар яҙған балалар шаҡтай, – тине Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Һәр һанын уҡыусылар мәктәп сайтына ҡуйып бара.

Әйткәндәй, белем усағында милли матбуғатҡа етди иғтибар бирелә. Уҡыусылар ҙа, балалар ҙа гәзит-журналдарға әүҙем яҙыла. “Баш­ҡортостан”ды улар коллектив менән алдыра.

Бынан тыш, белем усағының теле­студияһы ла уңышлы эшләй. Уҡыу­сылар үҙҙәре рәхәтләнеп кино төшөрә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, “Уйланылмаған аҙым” фильмы “Бронза Витязь” халыҡ-ара кинофес­тивалендә донъяның ете иленән килгән эштәр менән бергә күрһәтелгән, “Бейеүсе гимназистка” проекты “Крит-2017” мәғлүмәт технологиялары бәй­геһендә “3D” графика” номинация­һында еңгән. Республика “Толпар” теле-кинофестивалендә “Иң яҡшы анимациялы фильм” номина­цияһында “Йәшәһен тыныслыҡ!” фильмы юғары баһаға лайыҡ булған. Күптән түгел “Балалар күҙлегенән хәүефһеҙ интернет” тип аталған балалар һәм йәштәрҙең ижади эштәре республика конкурсында “Видеоролик” номи­нацияһында беренсе урын бирелгән.

***
Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты... Бында халҡыбыҙҙың мәнфә­ғәтен яҡларҙай киләсәк быуын тәр­биәләнә. Уларҙың лайыҡлы шәхестәр булып формалашыуы өсөн уҡытыу­сылар, тәрбиәселәр коллективы көсөн йәлләмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 763

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 197

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 627

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 169

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 386

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 161

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 219

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 219

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 171

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 149

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 159

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 302