Донъяла һәр милләттең рухи хазинаһы, уны халыҡ иткән булмышы бар. Ул – туған тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, аралашыу, йәшәү рәүеше. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр. Ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ бүләгендә, изге аманатында халҡыбыҙҙың аҡылын һәм зирәклеген дә, күңел күркен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, тарихын һәм бөгөнгөһөн дә, бар ғәмәлен һәм уй-хыялдарын да күңел күҙе менән күрергә һәм тойорға мөмкин. Тап шундай изге ниәттән асыла ла инде халҡыбыҙҙың үҙ асылын һаҡлап ҡалыу өсөн милли хәрәкәт ҡыҙған мәлдә – 1996 йылда – Бәләбәй башҡорт гимназияһы.
“Беҙҙе Рәсәйҙә лә беләләр”Унан һуң теүәл 22 йыл үткән. Аҙмы был, күпме? Эйе, тәү ҡарашҡа йөҙәр йыллыҡ юбилейын билдәләгән белем усаҡтары менән сағыштырғанда, күп тә түгел. Шулай ҙа ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа һәләтле коллектив туплап, үҙенә хас традицияларын, йолаларын, данлы тарихын булдырып, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәлелек яулаған данлыҡлы белем усағы ул. Әлбиттә, бына яңы мәктәп, рәхәтләнеп туған телегеҙҙә белем алығыҙ, тип берәү ҙә уйламағанда-көтмәгәндә асҡыс килтереп тоттормай. Ҡалала Булат Йәнекәев, Ризван Хафизов кеүек йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт мәктәбе асыуҙы юллап аҙ йөрөмәй, “Аҡмулла” исемендәге башҡорт ойошмаһы ла ҙур көс һала.
Бөгөн бында башлыса күрше Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Бөрйән, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар белем ала. Башҡорт балалары менән бүтән милләт халҡының уҡырға тырышыуы ла уның көндән-көн арта барған абруйы хаҡында һөйләй.
Гимназия ҡаланың күркәм урынында урынлашҡан. Эре хәрефтәр менән “Башҡорт гимназия-интернаты” тигән яҙыу әллә ҡайҙан күҙгә ташланып, үҙенә саҡырып торған кеүек. Буш ваҡытта рәхәтләнеп саф һауала ял итеү өсөн иркен ихатаһы бар. Йәйен ул сәскәләргә күмелә, үтеп-һүтеп йөрөгәндәр бындағы матурлыҡҡа һоҡланып туя алмай. Теплицала мул уңыш йыйып алына. Уларҙың барыһын да балалар үҙҙәре үҫтерә.
Бында сабыйын уҡырға алып килгән бер атай-әсәй ҙә күңеле борсолоп түгел, киреһенсә, яҡшы уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын күреп, ҡыуанып ҡайтып китәлер, моғайын, тигән уйға килдем, белем усағы менән танышҡас. Бай китапхана, заманса йыһазландырылған уҡыу кластары, спорт, бейеү, тренажер залдары... Көндөҙгө стационар, процедура һәм теш дауалау кабинеттары эшләй. Уҡыусылар ике-өс кешелек яҡты, матур бүлмәләрҙә йәшәй. Иркен ашханала яғымлы ашнаҡсылар тәмле аш-һыу менән һыйлай.
Гимназия директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова – сығышы менән Ишембай районының Һайран ауылы ҡыҙы. Уҡытыусылар династияһын ғорур дауам иткән етәксе белем усағының уңыштары нигеҙенә мәктәп коллективының дөйөм хеҙмәте һалыныуы хаҡында ғорурланып һөйләй. Быйыл ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Ынйы Фәтхетдинова ла “Педагогтар династияһы” республика конкурсында “Яҡшы педагогик династия презентацияһы” номинацияһында еңеү яулаған.
– Дәрестәрҙе үҙ һөнәренә ғашиҡ һәм фәнен төплө белгән уҡытыусылар алып бара, – ти ул. – Улар араһында хеҙмәте юғары исемдәр менән баһаланғандар бихисап. Мәҫәлән, “Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүсе К. Лысенкова, “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2018” республика конкурсы лауреаты Р. Мөхәмәтйәнова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара конкурс лауреаттары А. Борисова, Г. Мөхәмәҙиева, Т. Мәүлиева, “Йәш уҡытыусы” республика конкурсы лауреаты О. Талибуллина. Ун уҡытыусы “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исемен лайыҡлы йөрөтә.
Дилбәр Ғайса ҡыҙы әйтеүенсә, гимназияның төрлө кимәлдәге уңыштарында тәжрибәле урынбаҫарҙарҙың өлөшө ҙур. Был йәһәттән Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған Гөлнара Хоҙайназарованы, республика Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы эйәһе Зөлфиә Ғилманованы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, республика Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Нәзирә Фәрхетдинованы маҡтап телгә алды.
Гимназияла балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Өҫтәмә белем алыу өсөн факультатив дәрестәр, курстар үткәрелә. Әйтергә кәрәк, маҡсатлы эш һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Уҡыусылар республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм алдынғы урындарҙы яулай.
Йыл һайын сығарылыш класс уҡыусылары имтихандарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Берҙәм дәүләт имтихандарының дөйөм һөҙөмтәһе республика күрһәткесенән юғары булыуы ла күпте һөйләй.
Гимназия-интернат республика, төбәк һәм халыҡ-ара саралар үткәреү майҙансығына әүерелгән. Бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының кәңәшмәләре, ШОС һәм БРИКС илдәренең милли мәҙәниәттәр фестивале, “Бөтә донъя диалогтары контексы”нда Халыҡ-ара мәғариф һөнәри компетентлыҡ проекты тормошҡа ашырылған. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәтеүҙе маҡсат иткән “Йәйләү”, инглиз телен һәм менеджментты үҙләштереү халыҡ-ара йәйге лагерҙары ойошторолған. 2011 йылдан ЮНЕСКО клубы эшләй.
Ғилми-тикшеренеү эштәре лә йыш ойошторола бында. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге менән берлектә физиканан “Уҡыусыларҙың техник һәләттәрен үҫтереү”, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән “Күп мәҙәниәтле мөхиттә креатив шәхес тәрбиәләү”, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә лингвистик фәндәрҙе танып белеү һәм аралашыу һәләтен, башланғыс класс уҡыусыларының ижади мөмкинлеген үҫтереү буйынса саралар һөҙөмтәле үтә.
Һуңғы өс йыл рәттән гимназия уҡыусылары “Азамат” Башҡортостан халыҡтары сәнғәте фестивалендә алдынғылыҡты бирмәй. Ә белем усағының бай музейы тарих, һынлы сәнғәт буйынса күргәҙмәлә беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. “Башҡорт балаларының халыҡ уйындары”, “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестивалендә БГИ командаһы (етәксеһе З. Исламова) II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса ла гимназия уҡыусылары матур һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
Һуңғы йылдарҙа белем усағы “Рәсәй почет таҡтаһы” федераль электрон реестрына индерелгән, республиканың туған телде өйрәнгән инновациялы дөйөм белем биреү учреждениеларының III слеты еңеүсеһе тип табыла, Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы сайт” конкурсының “Школяр” номинацияһында ла уға етеүсе булмай.
– Йыл да Бөтә Рәсәй “Һанлы быуат мәктәбе” конкурсында, Ю.А. Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһы кеүек белем биреү һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү проекттарында, “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” республика бәйгеһендә әүҙем ҡатнашабыҙ, лайыҡлы урындар яулайбыҙ, – тип уңыштар тураһында ҡыуанып һөйләй Дилбәр Ғайса ҡыҙы.
Бында донъяға билдәле спортсылар уҡыйГимназияла балаларға төплө белем биреү менән бер рәттән уларҙы ил, донъя күләмендәге спорт донъяһында Рәсәй намыҫын лайыҡлы яҡларҙай спортсылар итеп тәрбиәләү өсөн дә етди шарттар тыуҙырылған. Бында төрлө йүнәлештәге 13 спорт секцияһы, түңәрәктәр эшләй. Уларҙа шөғөлләнеү түләүһеҙ. Тәжрибәле, үҙ һөнәренә ғашиҡ тренерҙар, уҡытыусылар алып барған дәрестәр балаларҙың ижади һәләтен асыуға, уларҙың һәр яҡлап уңышлы шәхес булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа бер-бер артлы яуланған һөҙөмтәләр шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, “Арт-старт” республика ижади проекттар конкурсындағы, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика бәйгеһендәге, музейҙарҙың республика ярышында һынлы сәнғәт буйынса күргәҙмәһендә – беренсе урын, Көнбайыш лигаһының КВН-ы фестивалендә – Гран-при.
Гимназияның волейбол, баскетбол буйынса ҡыҙҙар һәм егеттәр командаларының уҡыусылар араһында Башҡортостан спартакиадаһының төбәк ярыштарында беренсе урынды яулауы – ошо эҙмә-эҙлекле эштең, уларҙың тренерҙары И. Әхмәҙиев, И. Ғәлиевтең талапсанлыҡ һөҙөмтәһе. Гимназистар грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирында ла пьедесталдың тәүге баҫҡысына күтәрелә.
Бөтә Рәсәй “Орленок” балалар үҙәгендә үткән “Һаҡсылар, алға!” Бөтә Рәсәй спорт белем биреү уйындарында республика намыҫын тап Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары Эльвира Алдарова, Рүзилә Баймиева, Резида Тимербаева, Гөлназ Ғабдрафиҡова, Илнур Ғәлиев, Динар Миназев, Илнур Әхмәҙиев, Азамат Аҙнабаев, Ғәлинур Тимершин етәкселегендәге уҡыусылар командаһы ике йыл рәттән яҡлай. Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Дарман” ҡурайсылар (етәксеһе Ә. Агишев), “Һылыуҡай”, “Умырзая” вокаль ансамблдәре (етәксеһе Р. Фәхретдинова), “Ынйы” бейеү төркөмөндә, “Аманат” тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә (етәксеһе З. Бикҡужина) ихлас шөғөлләнә.
Бәләкәйҙән саңғы, биатлон буйынса төрлө ярыштарҙа еңеүҙәре менән ҡыуандырған Азат Ҡарасуриндың Сочи ҡалаһында үткәрелгән XI ҡышҡы паралимпия уйындарында алтын һәм бронза миҙалға лайыҡ булыуында уҡыу йортоноң өлөшө ҙур. Артур Шайморатов велосипедта уҙышыу буйынса Рәсәй беренселеге еңеүсеһе булараҡ дан ҡаҙанһа, Морат Хоҙайназаров иһә – грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры. Илдар Хаятдинов – XI бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры призеры...
Күптән түгел белем усағы тағы ла ҡыуаныслы ваҡиға кисергән: 11 класс уҡыусыһы Оскар Шайморатов ачери-биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Нидерланд Короллегендә үткән асыҡ чемпионатта (Европа кубогы иҫәбе) ҡатнашып, үҫмерҙәр араһында икенсе урынды яулай.
Мәктәпкә килеп ингәс тә, өҫтәлдә ятҡан “Ынйылар” гәзите күҙгә ташланды. Уны ҡулыма алғас, белем усағында сығарылған баҫма икәнлеген аңланым.
– Гимназияла ижад менән ҡыҙыҡһынған, үҙҙәре лә хикәйәләр, мәҡәләләр, шиғырҙар яҙған балалар шаҡтай, – тине Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Һәр һанын уҡыусылар мәктәп сайтына ҡуйып бара.
Әйткәндәй, белем усағында милли матбуғатҡа етди иғтибар бирелә. Уҡыусылар ҙа, балалар ҙа гәзит-журналдарға әүҙем яҙыла. “Башҡортостан”ды улар коллектив менән алдыра.
Бынан тыш, белем усағының телестудияһы ла уңышлы эшләй. Уҡыусылар үҙҙәре рәхәтләнеп кино төшөрә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, “Уйланылмаған аҙым” фильмы “Бронза Витязь” халыҡ-ара кинофестивалендә донъяның ете иленән килгән эштәр менән бергә күрһәтелгән, “Бейеүсе гимназистка” проекты “Крит-2017” мәғлүмәт технологиялары бәйгеһендә “3D” графика” номинацияһында еңгән. Республика “Толпар” теле-кинофестивалендә “Иң яҡшы анимациялы фильм” номинацияһында “Йәшәһен тыныслыҡ!” фильмы юғары баһаға лайыҡ булған. Күптән түгел “Балалар күҙлегенән хәүефһеҙ интернет” тип аталған балалар һәм йәштәрҙең ижади эштәре республика конкурсында “Видеоролик” номинацияһында беренсе урын бирелгән.
***
Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты... Бында халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡларҙай киләсәк быуын тәрбиәләнә. Уларҙың лайыҡлы шәхестәр булып формалашыуы өсөн уҡытыусылар, тәрбиәселәр коллективы көсөн йәлләмәй.