Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәләкәскә 1 сентябргә бүләк
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары парламенттың киләһе пленар ултырышында “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы һәм “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен тапшырыу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекттарын ҡарарға ниәтләй.

Проекттарҙың тәүгеһе ишле ғаиләләр­ҙәге I класс уҡыусы­ларына мәктәп кәрәк-ярағы йыйылмаһын биреүҙе ҡануниәт менән нығытыу маҡсатында эшләнһә, икенсеһе ошо ярҙам сараһы буйынса вәкәләттәрҙе урындағы үҙидара органдарына йөкмәтеүҙе күҙ уңында тота.
— Әйткәндәй, бындай ярҙам сараһы республикала байтаҡ йылдар дауамында күрһәтелә, — тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Әммә аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр­ҙәге балаларға мәктәп яҙыу-һыҙыу тауар­ҙарын биреү ҡануниәт менән нығытылма­ғайны. Бындай ярҙам һуңғы өс йылда республика Хөкүмәте бойороғо нигеҙендә күрһәтелде. Мәҫәлән, былтыр 8175 бала 19,1 миллион һумлыҡ тауар алған. Әлеге прак­тиканың яҡшы йолаға әүере­леүен иҫәпкә алып, ярҙамдың ошо төрөн ҡану­ниәт кимәлендә нығытырға ҡарар ителде.
Константин Толкачев билдәлә­үенсә, беренсе класс балаларына мәктәп кәрәк-ярағын һатып алыуға аҡса “2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы республика Законында ҡаралған.


Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә