Бәләкәскә 1 сентябргә бүләк17.04.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары парламенттың киләһе пленар ултырышында “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы һәм “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен тапшырыу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекттарын ҡарарға ниәтләй.
Проекттарҙың тәүгеһе ишле ғаиләләрҙәге I класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-ярағы йыйылмаһын биреүҙе ҡануниәт менән нығытыу маҡсатында эшләнһә, икенсеһе ошо ярҙам сараһы буйынса вәкәләттәрҙе урындағы үҙидара органдарына йөкмәтеүҙе күҙ уңында тота.
— Әйткәндәй, бындай ярҙам сараһы республикала байтаҡ йылдар дауамында күрһәтелә, — тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Әммә аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙәге балаларға мәктәп яҙыу-һыҙыу тауарҙарын биреү ҡануниәт менән нығытылмағайны. Бындай ярҙам һуңғы өс йылда республика Хөкүмәте бойороғо нигеҙендә күрһәтелде. Мәҫәлән, былтыр 8175 бала 19,1 миллион һумлыҡ тауар алған. Әлеге практиканың яҡшы йолаға әүерелеүен иҫәпкә алып, ярҙамдың ошо төрөн ҡануниәт кимәлендә нығытырға ҡарар ителде.
Константин Толкачев билдәләүенсә, беренсе класс балаларына мәктәп кәрәк-ярағын һатып алыуға аҡса “2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы республика Законында ҡаралған.