Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “сиҙәм ерҙәр” күп әле
“сиҙәм ерҙәр” күп әлеВикипедия менән хеҙмәттәшлек иткәнемә алты йылдан ашып китте. Был арауыҡта минең тарафтан ғына ла йөҙҙәрсә мәҡәлә яҙылған, булғандарына төҙәтмә индерелгән, төрлө темаларға халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашылған.

Википедияла эшләй башлауыма полиглот Вячеслав Чернев менән админыбыҙ Рөстәм Нурыевҡа рәхмәт. Улар өгөтләне мине ошо файҙалы шөғөлгә. Вячеслав иһә ярайһы ҡатмарлы теркәлеүҙе үтергә ярҙам итте, сабыр ғына, аҙымлап өйрәтеүенә хайран ҡалғайным.
Алты йыл эсендә ирекмәндәр һаны күҙгә күренеп артты. Әйткәндәй, бында “Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнөң дә өлөшө тос ҡына. Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡа телдәрҙәге википедияларҙа күпселекте ир-ат тәшкил итһә, башҡортса Википедияла — ҡатын-ҡыҙ. Хатта сит илдәрҙә вики-өләсәйҙәр булып танылдыҡ.
Ысынлап та, хаҡлы ялға сыҡҡас, байтаҡ уҡытыусылар үҙҙәренең рухи талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек шөғөл таба алмай, үҙен ҡайнап торған йәмәғәт тормошонан ситтә кеүек тоя башлай, хатта күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙәре лә ихтимал.
Ә виртуалдә сиктәр ҙә, аралар ҙа юҡ – интернет барып еткән теләгән бер төбәктән, теләгән бер илдән хәбәрләшеп, яҙышып ятырға була. Ниңә әле шундай мөмкинлекте ҡулланмаҫҡа?!
Беҙҙең төркөмөбөҙ ҙә, үҙ-ара яҙыша торған ҡоробоҙ ҙа бар. Бәйләнештәр нығына бара, кәңәшләшәбеҙ, бер-бере­беҙҙе төҙәтәбеҙ, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы ла уртаҡлашабыҙ.
Темалар йәһәтенән килгәндә – әле алдыбыҙҙа йәйрәп ятҡан “сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр” тип әйтеп була. Яҙыл­мағандарын мәғлүмәт тупланмаһына индереп ҡуяһы, яҙылғандарын тулылан­дыраһы эштәр күп әле.
Әлбиттә, шунда уҡ бар нескәлеген белеп эшләп алып китеп булмай – яйлап өйрәнәбеҙ, бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ. Кемдер ташлап та ҡуя. Бәхәстәр ҙә килеп сыға. Беҙ баҫма сығанаҡтарға таянып яҙабыҙ, һүҙлектәр менән күп эшләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүҙлектәр бер-береһенә ҡаршы килгән осраҡтар ҙа бар, бәхәсле тәржемәләр, яҙылыштар ҙа осрай.
Мәҫәлән, дини төшөнсәләрҙең яҙылышы төплө бер һүҙлек менән раҫланмаған. Ҡөрьән Кәрим бер нисә баҫмала башҡортсаға әйләндерелгән, әммә унда ла бер төрлөлөк юҡ. Хатта “пәйғәмбәр – бәйғәмбәр” тигән төшөнсә бәхәстәр уята. Элекке һүҙлектәрҙә (совет осорондағы) ул “пәйғәмбәр” тип яҙылһа, һуңғы йылдарҙа уны “беҙҙә шулай һөйләшәләр” тигән принцип менән “бәйғәмбәр”гә әйләндергәндәр. Бындай ҡараш дөрөҫмө икән?
Республикабыҙ күп конфессиялы, шуға православие (нәсрани) дине төшөнсәләрен дә тәржемә итергә тура килә. Мәҫәлән, Ғайса пәйғәмбәргә, уның әсәһенә бағышланған төрлө атамалы ғибәҙәт­ханалар күп. Ҡайһы бер осраҡтарҙа Мәрйәм Инә, Ғиффәтле Мәрйәм (Дева Мария) тип алырға килештек. Тик был йәһәттән телселәрҙең төплө һығымта­ларын күрге килә. Үҙем өсөн бик ғәжәп булып тойолған бәхәс “йөмһүриәт” һүҙе буйынса ҡупты. “Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте” тигән мәҡәләм шул тиклем тауыш сығарыр тип уйламағайным да, сөнки был һүҙ миңә бала саҡтан таныш — ул һүҙ беҙҙә лә бар, уҙған быуатта Башҡурдистан Йөмһүриәте тигән атамабыҙ ҙа булған. Йөмһүриәт — төрөктәрҙең үҙатамаһы, етмәһә.
Админдарыбыҙ барыбер “Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы” тип ҡалдырҙылар. Республикамы, әллә йөмһүриәтме? Ғалимдар ҡушылһын ине һөйләшеүгә! Ошондай осраҡтарҙа абруйлы тел ғалимдарының һүҙе бик кәрәк! Улар ҙа ирекмәндәргә генә һалышып, ситтә ҡалмаһын ине.
Беҙҙе бигерәк тә топонимика һүҙлек­тәренең етешмәүе борсой. Хәҙер туристарҙың етмәгән ере юҡ – урындағы халыҡтан һорап-нитеп тормай интернетта үҙҙәренсә атама биреп тарата ла ебәрәләр, шулар картаға ла инеп китә. Мәҫәлән, тыуған яғымдағы ғәжәйеп үҙенсәлекле ҡаялары булған Ирәкташ һырты урыҫсаға Инзерские зубчатки булып инеп киткән, ә беҙҙекеләр инде урыҫсанан шуны тәржемә итеп “Инйәр тештәре” тип яҙып ята. Ә бит ул ҡаялар тире иләй торған ирәк тигән ҡорамалға оҡшаш булған өсөн шундай атама алған!
Вики-арҡаҙаштарҙан Көнһылыу Ҡотлобаева ла ошо хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙа: “Хатта район халҡы ла мәмерйәнең ысын исемен онотҡан тиерлек. Шул уҡ яҙмыш Шүлгәнташ мәмерйәһе менән. Шүлгән исемендә ниндәй тәрән мәғәнә ята ла, башҡорттоҡо икәне күрһәтеп тора. Тарих менән бәйле. Ә Капова пещера тарихты күмеп ҡуя бөтөнләй. Һәр төрлө манипуляцияларға юл аса”.
Ишембай районындағы Һәргәй ауылы тураһында ла Шәүрә Әхмәҙиева әсенеп яҙҙы. Сергеевка булып киткән. Хәҙер туристик белешмәләрҙә, Шүлгәнташ ҡурсаулығы һәм Башҡортостан милли паркы лексиконында Сергеевка булып йөрөй.
Күлйорттамаҡ мәмерйәһе Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан көньяҡҡа табан һигеҙ километр алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Шүлгәнташ мәмерйәһенән ике саҡрым түбәндәрәк урынлашҡан. 1965 йылдарҙа тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Шуның икенсе исеме лә бар. Ул урындағы халыҡҡа күптән билдәле булған, спелеологтар иһә был мәмерйә хаҡында 1961 йылдың 12 апрелендә, кеше беренсе тапҡыр йыһанға осҡан көндә, белеп ҡала. Һәм шуға ла уға Космонавтар мәмерйәһе тигән исем бирә...
Павловка һыу һаҡлағысындағы Ҡаһарманҡая “Скала 12 апостолов” булып киткән. Был мосолман төбәгендә ул апостолдар ҡайҙан килеп сыҡҡан икән һуң? Ғәжәп һәм сәйер!
Силәбе өлкәһенең топонимикаһы махсус өйрәнеүҙе һәм дөрөҫләп ҡуйыуҙы талап итә. Бәхеткә күрә, улар башҡортса әйтелеше менән байтаҡ ҡына турист күрһәткестәрендә һаҡланып килә. Әммә лөғәтен, имеш, арийҙарҙан тип аңлатыу күҙәтелә. Был өлкәлә йәшәгән милләт­тәштәрҙең ирекмәндәр сафына ҡушылыуы бик яҡшы булыр ине. Хатта Әшәме, Ашамы тип бәхәс ҡубып ҡына тора.
Бер үк атамалар, төшөнсәләр төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә булыуы арҡаһында ла ҡыйынлыҡ кисерәбеҙ.
Шәхестәребеҙҙең исем-шәрифенә һаҡ булһаҡ ине. Күптәре әле, шөкөр, иҫән, ә улар тураһында сығанаҡтарҙа хаталар тора. Ә бит шылтыратып, исемегеҙ, атайығыҙҙың исеме, фамилияғыҙ башҡортса нисек яҙыла тип һорарға була!
Башҡортса Википедияға көнөнә мең­дәрсә кеше мөрәжәғәт итә. Шул иҫәптән бүтән милләт кешеләре, республикабыҙҙы, телебеҙҙе өйрәнеүселәр өсөн ул йыш ҡына тәүсығанаҡ булып тора. Шуның өсөн дә мәҡәләләрҙең юғары сифатлы, хаталарҙан азат булыуы бик мөһим.
Беҙҙең сафтарға ҡушылырға саҡырам! Өләсәйҙәр генә түгел, олатайҙар ҙа, йәшерәк быуындар ҙа ҡатнашһын! Шул сағында тарихыбыҙ ҡулланыусыға, киләсәк быуындарға дөрөҫ барып етер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506