Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нисек һаҡларға?
Нисек һаҡларға?
Балыҡ дөрөҫ һаҡланмағанда бик тиҙ боҙола. Яңы тотолғанының айғолағы асыҡ йәки ҡара-ҡыҙыл төҫтә. Ағарып торһа, тимәк, ул иҫкергән. Айғолаҡтар лайла менән ҡапланһа, күҙҙәре ағарһа, һаҫыҡ еҫ килһә, боҙолған була.
Тере балыҡты һыуға төшөрөлгән һеүәндә йәки шештә һаҡлайҙар. Ҡайһы бер балыҡсылар ныҡлы бауҙан йәки нәҙек йомшаҡ телефон сымынан яһалған шештә тота, ләкин бындай шештәр айғолаҡты боҙа, балыҡ тиҙ үлә.
Балыҡтан ҡармаҡты ипләп кенә алғас, уны һеүәнгә (садок) һалып йәки шешкә (кукан) теҙеп, тиҙерәк һыуға төшөрәләр. Һеүәнде (шеште) ылымыҡтар янына ярты метр тәрәнлеккә һалалар. Көн эҫе булһа, тәрәнгә һыуығыраҡ һыуға төшөрөү һәйбәтерәк. Әгәр балыҡ йоҡлаһа, уны киптерәләр, сөнки ул тиҙ боҙола.
Киптереү. Балыҡты таҙартҡас, ҡоро ергә ҡояш аҫтына ҡуялар. Бер яғын киптергәс, икенсе яғына әйләндереп һалалар. Һәр яҡ ике-өс минут тотола. Шунан, себен ҡунмаһын өсөн сепрәк ябып, күләгәле ергә ҡуялар. Целлофан тоҡта, рюкзакта, һауа үткәрмәгән һауытта һаҡларға ярамай. Балыҡты ике-өс көн яңы килеш һаҡларға мөмкин, бының өсөн уны шәкәр ҡушылған һеркәгә һалалар.
Ыҫланған балыҡ оҙаҡ һаҡлана. Ыҫлауҙың ике төрө бар: һалҡын һәм эҫе. Һалҡын ыҫлауҙа камералағы төтөн балыҡҡа һеңә һәм дымды бөтөрә. Эҫе ыҫлауҙа төтөн балыҡҡа һеңә һәм бер үк ваҡытта быуландыра. Паразиттар менән боҙолмаһын өсөн балыҡты ҙурлығына ҡарап, 12 процентлы тоҙло һыуҙа 7 – 20 көн тоталар. Ыҫлау алты тәүлеккә һуҙыла.
Ыҫлауға тәғәйенләнгән балыҡтың тәңкәлә­рен алмайҙар. Эсен таҙартҡас, тоҙлап (1 ки­лограмға 100 – 150 грамм тоҙ), һалҡын урынға 14 – 16 сәғәткә баҫтырып ҡуялар. Тоҙланған балыҡты күләгәлә һигеҙ сәғәт киптерәләр. Эре балыҡтың эсен терәү менән асалар.
Ыҫлау өсөн уҫаҡ, ерек, ҡайын ағастары сөрөгө һәйбәт. Бер-береһенә тейгеҙмәй теҙелгән балыҡтар һалынған селтәрле табаны киптергескә ҡуялар. Киптергестең төбөнә 4-5 сантиметр ҡалынлығында сөрөк һалына, балыҡ тәмлерәк булһын өсөн уның өҫтөнә ҡоро әрем йәки шалфей һибәләр. Киптергестең ишеген ныҡлап япҡас, уны усаҡҡа ҡуялар. Ут көслө булырға тейеш түгел, юҡһа балыҡтың көйөүе ихтимал. Ярты сәғәттән һуң табаны алалар. Һәйбәт ыҫланған балыҡ алтын һымаҡ ялтырап тора. Тире менән ит араһындағы һут уның әҙер булыуын күрһәтә. Ыҫланған балыҡты күләгәлә һыуыталар.


Автор: Әсләм КАМАЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә