Балыҡ дөрөҫ һаҡланмағанда бик тиҙ боҙола. Яңы тотолғанының айғолағы асыҡ йәки ҡара-ҡыҙыл төҫтә. Ағарып торһа, тимәк, ул иҫкергән. Айғолаҡтар лайла менән ҡапланһа, күҙҙәре ағарһа, һаҫыҡ еҫ килһә, боҙолған була.Тере балыҡты һыуға төшөрөлгән һеүәндә йәки шештә һаҡлайҙар. Ҡайһы бер балыҡсылар ныҡлы бауҙан йәки нәҙек йомшаҡ телефон сымынан яһалған шештә тота, ләкин бындай шештәр айғолаҡты боҙа, балыҡ тиҙ үлә.
Балыҡтан ҡармаҡты ипләп кенә алғас, уны һеүәнгә (садок) һалып йәки шешкә (кукан) теҙеп, тиҙерәк һыуға төшөрәләр. Һеүәнде (шеште) ылымыҡтар янына ярты метр тәрәнлеккә һалалар. Көн эҫе булһа, тәрәнгә һыуығыраҡ һыуға төшөрөү һәйбәтерәк. Әгәр балыҡ йоҡлаһа, уны киптерәләр, сөнки ул тиҙ боҙола.
Киптереү. Балыҡты таҙартҡас, ҡоро ергә ҡояш аҫтына ҡуялар. Бер яғын киптергәс, икенсе яғына әйләндереп һалалар. Һәр яҡ ике-өс минут тотола. Шунан, себен ҡунмаһын өсөн сепрәк ябып, күләгәле ергә ҡуялар. Целлофан тоҡта, рюкзакта, һауа үткәрмәгән һауытта һаҡларға ярамай. Балыҡты ике-өс көн яңы килеш һаҡларға мөмкин, бының өсөн уны шәкәр ҡушылған һеркәгә һалалар.
Ыҫланған балыҡ оҙаҡ һаҡлана. Ыҫлауҙың ике төрө бар: һалҡын һәм эҫе. Һалҡын ыҫлауҙа камералағы төтөн балыҡҡа һеңә һәм дымды бөтөрә. Эҫе ыҫлауҙа төтөн балыҡҡа һеңә һәм бер үк ваҡытта быуландыра. Паразиттар менән боҙолмаһын өсөн балыҡты ҙурлығына ҡарап, 12 процентлы тоҙло һыуҙа 7 – 20 көн тоталар. Ыҫлау алты тәүлеккә һуҙыла.
Ыҫлауға тәғәйенләнгән балыҡтың тәңкәләрен алмайҙар. Эсен таҙартҡас, тоҙлап (1 килограмға 100 – 150 грамм тоҙ), һалҡын урынға 14 – 16 сәғәткә баҫтырып ҡуялар. Тоҙланған балыҡты күләгәлә һигеҙ сәғәт киптерәләр. Эре балыҡтың эсен терәү менән асалар.
Ыҫлау өсөн уҫаҡ, ерек, ҡайын ағастары сөрөгө һәйбәт. Бер-береһенә тейгеҙмәй теҙелгән балыҡтар һалынған селтәрле табаны киптергескә ҡуялар. Киптергестең төбөнә 4-5 сантиметр ҡалынлығында сөрөк һалына, балыҡ тәмлерәк булһын өсөн уның өҫтөнә ҡоро әрем йәки шалфей һибәләр. Киптергестең ишеген ныҡлап япҡас, уны усаҡҡа ҡуялар. Ут көслө булырға тейеш түгел, юҡһа балыҡтың көйөүе ихтимал. Ярты сәғәттән һуң табаны алалар. Һәйбәт ыҫланған балыҡ алтын һымаҡ ялтырап тора. Тире менән ит араһындағы һут уның әҙер булыуын күрһәтә. Ыҫланған балыҡты күләгәлә һыуыталар.