Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәш һөнәрмәндәр кирбес һала, плитә түшәй...
Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында IV “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаты асылды. Ярыштар бер ыңғай бер нисә ҡалала – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Сибайҙа, Бөрөлә, Туймазыла һәм Бәләбәйҙә үтә.

Чемпионатта, беҙҙең республиканан тыш, Мәскәү, Липецк, Ҡазан, Ырымбурҙан да студенттар ҡатнаша. 16-22 йәшлек һөнәрмәндәр 37 йүнәлеш буйынса һынау тотһа, 14-16 йәшлектәр 18 төрлө һөнәрҙә ярыша.

17 декабргә тиклем дауам итәсәк сарала 500-ҙән ашыу йәш һөнәрмән төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, производство һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика тармаҡтары буйынса белемен һәм оҫталығын күрһәтәсәк.

Сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Ворлдскиллс Рәсәй” һөнәри берләшмәләрҙе һәм эшсе кадрҙарҙы үҫтереү агентлығы” союзы. Төп маҡсаты – йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, заман талабына ярашлы йүнә­лештәрҙе үҙләштереү. Даими үткәрелеп килгән чемпионатта кирбес һалыу, плитә түшәү, тимер-ҡалай менән эш итеү, биҙәү, флористика буйынса ярыштар ҡыҙыҡлы, сағыу тамашаға әйләнә.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 2

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә