Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында IV “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаты асылды. Ярыштар бер ыңғай бер нисә ҡалала – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Сибайҙа, Бөрөлә, Туймазыла һәм Бәләбәйҙә үтә.
Чемпионатта, беҙҙең республиканан тыш, Мәскәү, Липецк, Ҡазан, Ырымбурҙан да студенттар ҡатнаша. 16-22 йәшлек һөнәрмәндәр 37 йүнәлеш буйынса һынау тотһа, 14-16 йәшлектәр 18 төрлө һөнәрҙә ярыша.
17 декабргә тиклем дауам итәсәк сарала 500-ҙән ашыу йәш һөнәрмән төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, производство һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика тармаҡтары буйынса белемен һәм оҫталығын күрһәтәсәк.
Сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Ворлдскиллс Рәсәй” һөнәри берләшмәләрҙе һәм эшсе кадрҙарҙы үҫтереү агентлығы” союзы. Төп маҡсаты – йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, заман талабына ярашлы йүнәлештәрҙе үҙләштереү. Даими үткәрелеп килгән чемпионатта кирбес һалыу, плитә түшәү, тимер-ҡалай менән эш итеү, биҙәү, флористика буйынса ярыштар ҡыҙыҡлы, сағыу тамашаға әйләнә.