Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылҡы илендәге ҡымыҙ байрамы
“Йоматау” шифаханаһында ҡымыҙ яһаусыларҙың 13-сө республика конкурсы үтте

Йылҡы илендәге ҡымыҙ байрамыРеспубликаның “Йоматау” шифаханаһында уҙған бәйгелә йылҡысылыҡҡа мөкиббән киткән, шифалы эсемлек етештереү менән ныҡлап шөғөлләнгән оҫталар милли эсемлекте әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.


Сарала ҡатнашыусылар өсөн “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Башҡортостандың Баш дәүләт ветеринар инспекторы Азат Йыһаншин 1 июлдән ауыл ху­жалы­ғы тауарҙарына электрон оҙатыу документтарының булыуы мотлаҡ талап ителеүен белдерҙе. Хәҙер крәҫтиән етештергән продукцияға “Меркурий” системаһы буйынса сертификатлау талап ителә. Йәғни бейәнән һауылған һөт ҡымыҙ булып магазин кәштәһенә еткәнгә тиклем күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Йылҡыларға “чип” ҡуйыласаҡ. Был иһә кемдең аты йөрөгәнен ике метр алыҫлыҡтан билдәләү мөмкинлеген бирә. “Чип”ы булмаған бейә һөтөнән яһалған ҡымыҙҙы һатыу тыйы­ласаҡ. Был алым кеше сәләмәт­леген һаҡлау маҡсатында ла индерелә.
Башҡортостандың сертификация һәм экспертиза үҙәгенең һөттө һәм һөт ризыҡтарын сертификатлау буйынса эксперты Наталья Агеева бейә һөтөнөң һәм унан етеш­те­релгән ризыҡтарҙың ярашлы­лығына сертификат һәм декларация талаптары менән таныштырҙы.
– Йыл һайын ҡымыҙ сифаты арта. Республика брендын юғары ки­­мәлдә тоторға кәрәк. Алдағы ос­ра­шыуҙан һуң күп нәмәләр үҙгәрҙе. Был техник регламентта ҡаралған продукция ҡуйылығы һәм аҡһымдар өлөшөнә лә ҡағыла. Башҡа коллегалар менән бергәләп эшләп, талаптарҙы үҙгәртеүгә ирештек. Хәҙер ҡымыҙҙың ҡуйылығы бер процентҡа тиклем кәметелде. Шифалы эсемлектең хәүеф­һеҙ­легенә иғтибар арта. Етештереү­селәр төрөү, маркалау кеүек нес­кәлектәргә лә иғтибар бирә. Бының менән һатыусылар ҙа ҡәнәғәт. Ҡымыҙҙы тик шешәләргә генә ҡойоп һатыу талабын да һәр кем үтәргә бурыслы, – тине Наталья Евгеньевна.
“Түңәрәк өҫтәл”дән һуң сара тышта дауам итте. Ҡунаҡтар, ял итеүселәр конкурсанттар тәҡдим иткән шифалы эсемлекте тәмләп, үҙҙәренең баһаһын бирҙе. Ҡайһы бер хужалыҡтар йылҡы итенән етештерелгән колбаса, ҡаҙы, ҡарта кеүек ризыҡтарҙы ла алып килгән. Билдәле артистарҙың сығышы, төрлө спорт саралары конкурсҡа биҙәк өҫтәне. Зоотехниктар ара­һында ваҡытҡа ат егеү һәм туғарыу ярышы ла мауыҡтырғыс тамашаға әйләнде. Унда Бишбүләк районынан Таһир Фазләхмәтовҡа етеүсе булманы. Атты дүрт минут егерме секундта егеп-туғарған уҙаманға быҙау бүләк иттеләр. Икенсе урынды – Учалынан Гөлназ Кәбирова, өсөнсө урынды Шишмә районынан Венер Зәйнетдинов яуланы.
Конкурсанттар республика­быҙ­ҙың Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Әлшәй, Шишмә, Өфө һәм башҡа райондарынан килгән. Улар араһында тәүге йыл ҡатнаш­ҡандар ҙа, шулай уҡ был йәһәттән тәжрибә туплағандар ҙа бар. Ҡымыҙ сифатын баһалағанда уның тауар ярлығы ла, ҡуйылығы, тәме, еҫе, тышҡы күренеше кеүек сифаттары ла, оҫталарҙың эсемлекте әҙерләү буйынса белеме лә иғтибарға алынды. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районы Ишҡол ауылынан Рөстәм Мәхи­йәновтың “Ирәндек” хужалығында яһалған ҡымыҙ иң яҡшыһы тип табылды. Еңеүселәр “Йоматау” ши­фа­­ханаһына юллама менән бүләк­ләнде. Икенсе урын – 119-сы Өфө йылҡы заводында. Уларға ла тай бирҙеләр. Хәйбулла районының Аҡъюл ауылынан Әхәт Байғужин крәҫтиән (фермер) хужалығы өсөнсө урынға лайыҡ булып, ҡолон алып ҡайтты.
Быйыл тәүгеләрҙән булып “Тамашасылар һөйөүе” конкурсы ойошторолдо. Унда ҡунаҡтар, ял итеүселәр эсемлекте тәмләп ҡарағандан һуң мәрәй ҡуйып барҙы. Был юлы Шишмә районынан эшҡыуар Зилә Йосопованың ҡымы­ҙы иң тәмлеһе тип билдәләнде. Икенселә – “Йоматау” шифаханаһы, өсөнсө урынды Әбйәлил ра­йонының “Ҡаҙмаш” йәмғиәте алды.
Эйе, һуңғы йылдарҙа төбәктә ҡымыҙ етештереүгә иғтибар артты. Быға йылҡы үрсеткәндәргә, ҡымыҙ етештергәндәргә федераль һәм республика кимәлендә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе лә булышлыҡ итә. Йыл башында Башҡортостанда 124 500 баш йылҡы иҫәпләнеп, ауыл хужалығы предприятиеларына уларҙың 29 400-ө, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына – 35 меңе, шәхси хужалыҡтарға 60 100 самаһы тура килә. Республикала йыл­ҡысылыҡ көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ныҡлы үҫешә. Әлеге мәлдә Баймаҡ төбәге был йәһәттән беренсе урында тора – 11 300, икенсе урында Әбйәлил – 9 500, өсөнсө урында Учалы – 5 700, дүртенсе урында Ейәнсура – 4 400 баш мал.
Йылҡы үрсетеү отошломо? Әлбиттә, тип йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән бөтә кеше лә ыңғай яуап бирҙе. Тимәк, теләге булған һәр кем был файҙалы шөғөлдән килем алырлыҡ итеп үҙ эшен башлай ала.

Өфө районы.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 1

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 1

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 1

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан 08.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан...

Тотош уҡырға 1

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 4

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә