Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурған буйлап, уйҙар уйлап…
Ҡурған буйлап, уйҙар уйлап…
Рәсәй көнөндә Ҡурған ҡалаһында Урал аръяғы халыҡтарының милли-мәҙәни фестивале, шулай уҡ Әлмән, Сафакүл райондарында һабантуйҙар уҙғарылды.


Тобол йылғаһы буйында Сафа­күл, Әлмән, Шумиха райондары баш­­ҡорттары матур-матур тирмә­ләр ҡорғайны. Төрлө милләт вә­кил­дәре үҙенә генә хас фольклор өл­­гө­­ләре, йыр-бейеүе менән һө­йөн­дөрҙө. Мәҫәлән, Сафакүлдән “Абылтай килендәре”, Әлмән райо­нынан килгән “Бәхет” фольклор ан­самблдәренең, “Урал моңо” ха­лыҡ-ара йыр конкурсы лауреат­та­рының һәм башҡаларҙың сы­­­­ғыш­­тарын һәр кем яратып ҡабул итте.
Фестивалгә Ҡурған башҡорттары милли кейем күргәҙмәһе әҙерләп алып килгәйне. Ә бына Сафакүл, Әлмән райондарында ғүмер иткән милләттәштәребеҙ әле лә “Ҡарға туйы”н уҙғара, ҡырға сығып күңел аса икән. Жюри ағзаларына, тама­шасыларға ошо байрамдан тәҡдим ителгән тары бутҡаһы, саламай, йыуаса кеүек милли аҙыҡтар ифрат оҡшаны. Бай йөкмәткеле, халыҡсан, тарихи ысынбарлыҡҡа тура килгән экспозиция өсөн башҡорт милли ихатаһы беренсе урынға лайыҡ булды.
Ҡурған буйлап, уйҙар уйлап…Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы өлкә губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Кокорин тәбрикләне. Йәшерен батырыны юҡ: бындағы ауылдарҙың күбеһенә әлегә ҡәҙәр газ үткәрелмәгән, юлдарына асфальт түшәлмәгән. Шулай ҙа киләсәккә өмөт бар: Алексей Ко­кориндың әйтеүенсә, өлкә хакимиәте “Газпром” менән 2015 – 2020 йылдарҙа ауылдарға газ индереү тураһында килешеү төҙөгән. Документҡа ярашлы, Сафакүл, Әлмән райондары халҡының “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителеүе көтөлә. Өҫтәүенә быйыл Озерное, Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылдары юлдарына асфальт һалынасаҡ.
Һөйөнөстәр менән бергә көйө­нөстәр ҙә етерлек. Ҡурған баш­ҡорттарын башҡорт теленең ҡул­ланылыштан төшөп ҡала барыуы, халыҡтың сит яҡтарға күпләп күсеп китеүе айырыуса борсой. Мәғариф тураһындағы яңы закон ҡарарҙары тулыһынса үтәлмәй, аҙ комплектлы милли уҡыу йорттары ябыла, педагогтар эшенән ҡыҫҡар­тылыуға дусар була... Башҡорт теле бер нисә йыл элек өлкәнең 13 мәктәбендә өйрәтелһә, бөгөн – бары етәүҙә. Был милли белем усаҡтары Сафакүл районының – Иманғол, Субботино, Мырҙабай, Надеждино, Баҡай, Әлмән районының Тәңрекүл һәм Казенный ауылдарында эшләй. Ҡайһы берҙәренең исеме урыҫса булһа ла, халҡының 80–90 процентын башҡорттар тәшкил итә бит. Сафакүл районындағы Бикбирҙе, Аҙналы милли мәктәптәре ябылған. Халҡының яртыһынан күберәген башҡорттар тәшкил иткән Ҡатай ауыл Советы биләмәһендәге Шәрип, Байганино, Поляна, Убалы балаларын Мир ауылындағы урыҫ мәктәбенә йөрөтөп уҡыталар.
Был милли төйәктәр араһынан Убалыға туҡталып китәйек. Унда 42 генә йорт бар. Ике тиҫтәгә яҡын ир-егет Себергә йөрөп эшләй. Клуб ярым емерек хәлдә. Китапханала башҡорт китаптары байтаҡ, әммә уларға “саң ҡунған”. Клуб мөдире Анфиса Әбдрәхимова әйтеүенсә, туған башҡорт телендә уҡый белгән кеше юҡ... Халыҡ күҙ алдында рухи хазинаһынан яҙа. Быға яуап итеп күптәр: “Башҡорт теле уҡы­тылмағас, халыҡ уны белмәй инде”, – тиер. Ғөмүмән, йәтеш һылтау табабыҙ. Ә шул уҡ ваҡытта әлеге фестивалдә ҡатнашҡан башҡа милләт вәкилдәре – ингуштар, азербайжандар, чечендар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, әрмәндәр, йәһүдтәр, белорустар, украиндар – барыһы ла үҙ телендә шартлатып һөйләшә, аралаша, йырлай, шиғырҙар һөйләй. Өҫтәүенә байтағы китап сығара, ижад менән шөғөлләнә икән. Ә бит был халыҡтар тарихи тыуған иленән шаҡтай алыҫта йәшәй, улар өсөн бында милли мәктәп, гимназия, лицейҙар эшләмәй. Тимәк, рух телде онотмаҫҡа әйҙәй.
Ҡурған буйлап, уйҙар уйлап…Ә башҡорттар йәшәгән төпкөл ауылдарҙың ҡайһы берҙәрендә 80 йәшлек әбейҙәр ҙә теле асыла башлаған ейәндәре менән урыҫса һөйләшеп маташа. Ҡурғандағы милләттәштәребеҙ рухиәтте һаҡлауға артабан да ошондай битарафлыҡ күрһәтһә, күпмелер ваҡыттан ифрат яғымлы, үҙенсәлекле көнсығыш диалектын юғалтыуыбыҙ бик ихтимал. “Күңел менән башҡорт булыу еткән”, – тиер кемдер. Был дөрөҫ түгел: милли­лектең төп шарты – туған телдә аралашыу, уны аңлау һәм хөрмәт итеү. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, халҡыбыҙ рухи хазинанан мәхрүм түгеллеген, уны балаларына өйрәтергә бурыслы икәнен аңларға тейеш.
Тағы ла бер сарала – Әлмән һабантуйында – ҡатнашырға насип булды. Унда райондың Тарғул-Тәңрекүл ауылынан Сара менән Әлфәрит Назаровтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу уңа­йынан тәбрикләнеләр. Был күркәм ғаиләнең миҫалында Ҡурған баш­ҡорт­тарының совет зама­нын­дағы яҙмышын күҙ алдына кил­терергә мөмкин. Назаровтар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауылды аяҡҡа баҫтырыуға ҙур өлөш индергән. Колхоздың һәр бүлексәһендә меңләгән баш һыйыр, йылҡы, һарыҡ аҫралған, иге-сиге күренмәгән иген баҫыуҙары, ырҙын тулы ашлыҡ… Мәктәп балалар тауышынан гөрләп тора... Ауылды әле лә тап ошондай итеп күргеһе килә өлкән быуын вәкилдәренең. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур фиҙакәрлек менән ҡоролған тормош һүнә башлаған бында: эре хужалыҡтар тарҡалған, эшһеҙлек хөкөм һөрә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт ир-аты ер, малсылыҡ эшенә дәррәү тотонған да ул, әммә ауыл хужалығындағы тотороҡ­һоҙлоҡ йүнселдәргә үҫеш мөм­кинлеге бирмәгән. Әле иһә Ҡурғанға бай инвесторҙар килгән, һөрөнтө ерҙәрҙең яртыһынан күберәген улар эшкәртә. Мул һыулы күлдәр, ҡуйы үләнле туғайҙар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн дә ҡулай. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең ошо кәсепкә тотонорға ниәте бар.
Ҡурған буйлап, уйҙар уйлап…Әлмән, Сафакүл райондары һабантуйҙарында милли көрәш, ат сабышы уҙғарылыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Тәүгеһендә – 12, икенсеһендә 26 батыр бил һынашты. Бәйгелә иһә юртаҡ һәм менге аттарында башҡорт, ҡаҙаҡ, урыҫ егеттәренең “һайт”лап елдереүе онотолмаҫлыҡ тамаша булды.
Республика делегацияһы етәксе­һе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, Сафакүл районы халҡына, һа­бантуй ҡу­наҡтарына төбәк етәк­селегенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитетының ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Алексей Кокоринға, уның урын­баҫары Нияз Йосоповҡа, район хакимиәте башлығы Рәшит Хәйернасовҡа, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Нәркис Ғәлиевкә бүләктәр тапшырҙы. Артабан Башҡорт­остандың халыҡ артисы Азамат Тимеров етәкселегендәге концерт төркөмө күңелдәре туған моңға сар­саған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең танһы­ғын ҡандырҙы. Сәхнә оҫталарының һәр сығышы көслө алҡышҡа күмелде.
Милләттәштәребеҙ өлкә баш­ҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитетының быйыл апрелдә һайланған яңы составына, уның рәйесе Ильяс Бәҙретдиновҡа ҙур өмөт бағлай. Былтыр үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ярашлы өлкәлә туған телдә уҡытыу яйға һалыныр, тип ышана улар.
Ҡурған башҡорттары Башҡорт­остандың юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн квоталарға мохтаж. Тимәк, үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөһим. Ғөмүмән, “телһеҙ” башҡорт булып ҡалмаҫ өсөн милләттәштәребеҙгә берҙәм, әүҙем булырға кәрәк. Милли байрамдар был йәһәттән ифрат әһәмиәтле: улар үҙаңды, сәмде, ғәмде сикһеҙ көсәйтеп ебәрә.

Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.


Ҡурған өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573