Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ЙыланТыуған ауылым Байназарҙан алты-ете саҡрым алыҫлыҡта колхоздың малсылыҡ фермаһы була торғайны. 1958 йылда силос һалыр өсөн бульдозер менән оҙон, тәрән соҡор ҡаҙҙылар. Биш-алты йыл эсендә ғәмәлдән сыҡҡас, соҡорҙарға ҡыш мал тиҙәген түктеләр. Шулай тулды улар. Өйөлгән тиреҫ йылы була. Бына ошо йылынған тиреҫтәргә сысҡандар бик тиҙ эйәләшеп ала. Ә ҡайҙа сысҡан – шунда йылан. Һөйрәлеүселәр кимереүселәр менән тамаҡ туйҙырып ҡына ҡалмай, ә ояларын баҫып алып, йылыла ҡышлай. Яҙ еткәс, йәшәүҙәрен дауам итәләр, үрсейҙәр. Ә йылан бер ваҡытта ла үҫеүҙән туҡтамай.
Яҙ урталарында һауынсылар бик ҙур ғауға ҡуптарҙы. Таң менән фермаға һыйыр һауырға инһәләр, бер нисә һыйырҙың өҫтөндә уралып-уралып йыландар ята, ти. Ҡатындар унан бик ҡурҡа бит инде. Ферма мөдире Фәсхитдин ағай йыландарҙың береһен үлтереп өлгөргән, ҡалғандары ҡасҡан. Ғауға бының менән генә бөтмәне. Һауынсылар йылан ятҡан һыйырҙарҙы һауыуҙан баш тартты. Фермала йыйылыш булды. Мал врачы булып йөрөгән ағай уларҙың бер генә лә зыяны юҡлығын аңлатты, тик Ғәйниямал апай:
– Ни эшләп булмаһын, бер йылда төшөмдә йылан күрҙем – һуғыш башланды, – тине, бик ярһып.
– Ҡыҙ сағымда юлымды йылан ҡыйып үткәйне, мине сихырланы, шикелле, бына хәҙер ир төҫө күрмәй ҡартайҙым, – тине Зифа исемле өлкән һауынсы.
– Йылан мине лә сихырланы. Урамда бер түгел, биш йылан күргәйнем. Ана шунан һуң ирем Сәлиха менән гуләйт итте, – тине Хәмиҙә апай.
– Йылан ятҡан һыйырҙарҙы ит комбинатына ебәрегеҙ, – тине ғауғасылар. Артабан йыландарҙы ҡурҡытыр өсөн иҙәнгә кәрәсин һиптеләр. Башҡаса был йән эйәләре һарайға инмәне.
Силос соҡорондағы тиреҫтең йылылығы күп ваҡытҡа етте. Ундағы йыландар, шешә йыуанлыҡ булып, өс метрға тиклем үҫте.
Май айы ине. Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙыра. Малдар иркенлеккә сығып, ферма тирәһендә үлән ашай. Бер аҙ тамаҡтары ялғанғас, ҡояш йылыһына ләззәтләнәләр. Был ваҡытта көтөү таралмай. Заһритдин ағай миңә малдарға күҙ һалып торорға ҡушты ла Сәриә апай менән әрәмәгә инеп китте. Күп тә үтмәне, ярым-шәрә килеш “йылан, йылан” тип аҡырып, Сәриә апай, уның артынса, салбарын ҡулына тотоп, Заһритдин ағай килеп сыҡты. Йөҙҙәре ап-аҡ.
Бер минуттан бар халыҡ урамда ине. Барыбыҙ ҙа әрәмәгә йүгерҙек. Ағас ботағында оҙон йылан эленеп тора! Кешеләргә иғтибар ҙа итмәй.
– Атып үлтер! – тип ҡысҡырҙы ҡатындар ферма мөдире Фәсхитдин ағайға.
– Мылтыҡты милиция алды, – тине ул, илар сиккә етеп.
– Боронғо ирҙәр мылтыҡһыҙ, һөңгө менән айыу алған. Хәҙерге ирҙәр ирме ни, – тине Фәхриниса исемле оло апай.
Был һүҙгә Фәсхитдин ағай бик ғәрләнде.
– Бер стакан араҡы эсеп алам да йыланығыҙҙың ауыҙын ҡайырам! – тип эре аҙымдар менән ферма өйөнә инеп китте ул. Йылан, халыҡ шаулашҡан арала яйлап ҡына силос соҡорона төшөп күҙҙән юғалды. Беҙ, малайҙар, шундай ҙур йылан күреүҙән бик ҡәнәғәт булдыҡ һәм малдар янына киттек. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, бер быҙауҙың муйынына ҙур йылан уралған да ҡояшта ҡыҙына. Беҙ “йылан!” тип аҡырып ебәрҙек. Бар кеше яныбыҙға йыйылды. Ул арала ферма өйөнән Фәсхитдин ағай килеп сыҡты, һарайҙан һәнәк алды ла аҡыра-аҡыра беҙгә табан килә башланы. Ләкин йүнләп атлай алмай йығылды. Башҡаса торманы, ғырылдап йоҡлап китте.
– Йылан Фәсхитдинде сихырланы. Ул ике шешәне бер юлы эсһә лә аумай торғайны, – тип ҡатындар тағы көслөрәк ҡысҡырышты.
Бына бер саҡ фермала тамаҡ туйҙырып йөрөгән эттәр йыланды күреп, абалап өрә генә бит. Уныһы ҡурҡып, быҙау муйынынан төштө лә силос соҡорона табан шыуыша башланы, ләкин барып етмәне, туҡтаны ла ауыҙын ҙур итеп асты. Сәүектәрҙең береһе йыланға яҡын уҡ барып өрә ине, шәйләмәй ҙә ҡалдыҡ – асыҡ ауыҙға инде лә китте. Бөтөн халыҡ “ах!” итеп ҡалды.
– Йылан этте арбаны, ҡороп киткер, – тип апайҙар ҙа ҡасты.
Иртәгәһенә район үҙәгенән милиционер, заповедниктан һаҡаллы урыҫ ағай килде. Улар ферма кешеләренә урыҫса әллә нимәләр һөйләне. Уларҙы аңлағандай итеп, ауыҙыбыҙҙы асып тыңлап ултырҙыҡ. Тик иң һуңынан милиционер ағай:
– Йыландар файҙалы, уларҙы ҡытайҙар хатта бешереп ашай, – тине. Был хәбәрҙе ишеткәс, апайҙарҙың йөҙө һытылды.
Йәй етте. Ферма тирәһендә терпеләр үрсене. Һауала йыртҡыс ҡоштар оса башланы.
Бер мәл апайҙар ғауғалашып ҡысҡырғанға ферма алдына сыҡтым. Бөтәһе лә һауаға ҡарап тора. Бер бөркөт ҙур йыланды эләктереп алған да осоп бара икән. Аҙаҡ йәй буйы ферма тирәһенән бөркөттәр китмәне. Берәм-һәрәм йыландарҙы алып китеп бөттө улар. Ваҡ йыландарҙы терпеләр ашаны.
Һауынсы апайҙарға әрменән ҡайтҡан ағайҙар өйләнде. Йылан “сихырлауы” арҡаһында кейәүгә сыға алманым тип зарланған Зифа әбейҙе лә бер бабай алып китте...
Бик яҡшы хәтеремдә, баяғы апайҙар:
– Беҙҙе кейәүгә сығармай шул йылан сихырлап тотоп торған. Ата йылан ҡатын-ҡыҙ затына ғашиҡ була икән, – тип әлеге йән эйәләренән ғәйеп эҙләп тә маташты.
Тормош хәҙер икенсе. Йыландар тиреҫ өйөмөнә түгел, кешеләр күңеленә ояланы. Эх, уларҙы аулар бөркөттәр генә юҡ шул!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573