Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡтаныу кәрәк
Маҡтаныу кәрәкКүптәр ғүмер буйы эшләп тә, йәнен биреп һуғышта ҡатнашып та, уларға маҡтау эләкмәй. Артист халҡы әҙ генә йырлаһа, бейеһә, бер-ике көләмәс һөйләһә, эй, маҡтайҙар, хуплайҙар, һөйәләр, гәзиткә яҙалар, маҡтаулы исем бирәләр. Дандан ирәйеп, иркәләнеп, сабатабыҙҙы түргә элеп ҡуйғандарыбыҙ бар. Беҙҙең маҡталғаныбыҙҙы ситтәр күрә. Ә бына беҙ, артистар, көнләшеүебеҙ арҡаһында, бер-беребеҙҙең маҡталғанын, уңышын күрмәмеш булабыҙ.

Һүҙ жанры артисы Лилиә Фәтиховаға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Лилиәнән көнләшеп, әллә күпме нервымды бөтөрҙөм. Сәсем, мыйығым ағарҙы. Төндәрен тыныс йоҡом бөттө. Уны ҡотламаным да.
Сит илдә тегелгән шәшке тунды иң беренсе булып Флүрә, Әнисә, Тәнзилә, Нәзифә, Иҙрис һәм мин алып кейҙек. Тундарыбыҙҙы кейеп, башҡаларҙан уҙҙырҙыҡ, тип маҡталғыбыҙ килә! Ләкин куртка ғына кейеп йөрөгән артистар, беҙҙән көнләшеп, туныбыҙҙы күрмәмеш булды. Шуға күрһендәр әле тип, май башына тиклем филармонияға кейеп йөрөнөк.
Дәүләттең төрлө маҡтаулы исемдәрен алған баянсы Әхмәт бер саҡ:
— Әйҙә, Юнир, минең машинама ултырып һөйләшәйек әле, — тине. Бик кәрәкле эш тураһындалыр хәбәре тип, инеп ултырҙым.
— Бына минең тыуған көнөмә банк машина бүләк итте, — тип, “тимер ат”ының панелен һыйпап, иркәләп ҡуйҙы. Уның бар һүҙе шул булды. Башҡа артистарҙы ла минең кеүек машинаға саҡырып индергән булған. Ул бүләге менән беҙҙең алда маҡтанған. Юҡ, мин Әхмәтте һис кенә лә ғәйепләмәйем. Уңышың менән маҡтаныу — тәбиғи хәл ул. Маҡталғас, дәртләнәһең, стимул барлыҡҡа килә. Әммә мин, көнләшеүем сәбәпле, Әхмәтте бүләге менән ҡотламаным.
Салауат та иномарка алды. Ул да машинаһына ултыртты ла өйөнә тиклем алып китте. Унда ҡәҙәр барғас, әллә сәйгә саҡырамы икән, тип уйланым. Ул:
— Ярар, мин хәҙер ашап алам, ә һин трамвай менән кире филармонияға бара тор, — тине. Уның да машинаһын көнләшеүемдән күрмәмеш булдым. “Иномаркаларҙың электр үткәргестәрендә замыкание булып, йыш пожар сыға”, — тинем. Ошо хәлде Ғәли Хәмзингә һөйләнем. “Мине лә шулай итте”, — тине Ғәли. Ул да Салауатты машинаһы менән ҡотламаған.
Салауат студент сағында уҡ әҙ генә булһа ла үҙен маҡтап торғанды яратты. Актерлыҡ оҫталығы дәресендә ул уҡытыусының күҙенә, шәп уйнайыммы, тигән мәғәнә менән ҡарап-ҡарап ала ине. Шунан уҡытыусы уға, маҡтағанды көтөп күҙемә ҡарама, тип шелтә яһай торғайны.
Вилдан иң беренсе булып затлы джип алды һәм, машинаһын беҙ күрһен тип, филармонияның ишеге төбөнә үк терәп ултыртып китә ине. Беҙ ишекте саҡ-саҡ асып инеп йөрөнөк. Шунан кемдер “Машинаңды күрҙек. Юлдан ал!” тигән яҙыу ҡалдырғас ҡына ситкә ҡуйҙы.
Фәдис, барыбыҙҙы ла уҙҙырып, йәш кәләш алды. Ул ғынамы һуң әле, ҡатыны күптәрҙекенән мең тапҡырға сибәр. Мәүлитбай уның кәләшенә һоҡланып ҡарап бара торғас, алдындағы бағананы күрмәй, маңлайы менән шап итеп бәрелде. Эйе, Фәдистән күп ир артистар көнләште. Ләкин беребеҙ ҙә, ҡатының бик сибәр, изгелеген күреп йәшә, тип уны маҡтаманыҡ. Шунан Фәдис, күрһендәр әле тип, иртәнән кискә тиклем кәләшен филармонияла етәкләп йөрөнө.
Етмешкә еткән театр артисы Сәлимйән ағай үҙенән ун йәшкә кесе бер ҡатынға өйләнде. Ул да ҡатыны менән маҡтанып йөрөнө. Ҡатынының һәр саҡ йәш, сибәр булыуын теләп:
— Белмәйһеңме ҡатындарҙың битендә йыйырсыҡ булмаһын өсөн нимә эшләйҙәр икән? — тип һораны.
— Медицина сараһын белмәйем, әммә беҙҙең ауылда Мотаһар бабай, әбейенең битенә тоҙло һыу һөртөп, гел һыйырҙан ялатҡан. Хәҙер битендә бер йыйырсыҡ та юҡ, — тинем. Әлбиттә, был минең шаяртыуым ине.
— Ярай, йәй ауылға ҡайтҡас, мин дә шулай итәйем әле, — тип ҡуйҙы.
Шулай, туғандар! Был донъяла барыбыҙға ла маҡтау бик кәрәк. Бигерәк тә — сәхнә оҫталарына. Шуға ла беҙ, артистар, тамашасынан маҡтау көтөп, ҡул сабып ултырығыҙ, ҡул сабып ҡаршы алығыҙ, тип мөрәжәғәт итәбеҙ. Тамашасылар сығышыбыҙға ҡул сапмаһа, йырсылар, музыка ритмына ҡушылып, үҙенә үҙе ҡул саба.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 358

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306