Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диңгеҙҙәргә ҡаршы йөҙәм
(Азат ҡустыма)
Диңгеҙ тулҡынына ҡаршы йөҙәм,
Хәлкәйҙәрем генә самалы.
Бындай тулҡындарҙы күргәнем юҡ,
Мин бит ябай ауыл балаһы.

Диңгеҙ – даръя, мине үҙ яйына
Бормаҡ була, ә мин ҡыртлашам.
Аҡһыл тулҡындарҙың үркәсенә
Менеп барам үткер ҡыл аша.

Ҡолағымда бер илаһи ауаз
Маяҡ булып әйҙәй бейеккә.
Мин бит диңгеҙҙәрҙе ауыҙлыҡлар,
Күккә менә торған егет тә!
Диңгеҙ тулҡынына ҡаршы йөҙәм,
Илаһи көй әйҙәй бейеккә.

Был шиғырымды Азат Исҡужиндың 2016 йылдың май айында үткән “Диңгеҙҙәргә ҡаршы йөҙәм” тип аталған тәүге үҙаллы концертына баш һүҙ итеп яҙып биргәйнем. Аллаға шөкөр, Урал аръяғы райондары буйлап ҙур уңыш менән шаулап-гөрләп үтеп китте концерттары. Тамашасы үҙе өсөн яңы башҡарыусы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алды, уның ижады менән яҡынданыраҡ танышты.

Азат Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ғәҙәти генә ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Әлфинә һәм Зәлфинә исемле һеңлеләре бар. Атаһы Азамат урындағы колхозда – тракторсы-механизатор, әсәһе Фәрҙиә ашнаҡсы булып эшләй.
Райондың ожмахҡа тиңләрлек урман-тауҙар менән уратып алынған иң матур ауылдарының береһендә тыуып үҫеүе, бала сағының йырҙарҙа маҡталған йәмле Һаҡмар буйында үтеүе уның аҡ ҡағыҙҙай саф күңеленә бер моң булып һарыл­ғандыр, йәшәү көсө, рух ныҡлығы менән бүләкләгәндер.
– Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булыуымды Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынау тип ҡабул итәм. Яҙмышыма һис кенә лә үпкәләмәйем. Кешегә үҙе күтәрә алырлыҡ ҡына һынау бирелә бит. Тимәк, ошо яҙмышымды башҡаларға артмаҡлатмай ғына, үҙем күтәреп үтергә тейешмен был донъяла, – ти оло йөрәкле егет.
Эйе, яҙмыш – һәр кемгә юғарынан бирелгән бүләк. Хатта ҡарап тороуға көслө генә күренгән кешеләр тормош һынауҙа­рына ҡаршы тора алмаған, юғалып ҡалған, һынған дәүерҙә ажарланып, дәртләнеп белем алырға, тормошта үҙ урынын табырға тырышып йәшәй Азат.
Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәбендә уҡыған сағында уяна ла инде егеттә йыр-моңға һөйөү. Уҡытыусыһы Гөлдәр Байғужинаны ҙур рәхмәттәр менән иҫкә ала, сөнки тап ул Азаттың бала сағынан уҡ күңелендә бөрөләнеп йөрөгән, сәскә атып китер өсөн һыу, наҙ һибеүҙәрен генә көткән музыкаль һәләтен күреп ҡалып, ошо йүнәлештә маҡсатлы эш башларға тәҡдим итә.
Һәр кемдең дә үҙ ғүмерендә яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә торған ваҡиғалар була. Азатты ла был һынылыш мәле урап үтмәй. Бәхетенәме, яҙмыш бүләгеме, тап ошо интернатта уҡыған сағында егеткә күренекле композитор, йырсы Салауат Низаметдиновтан сольфеджио дәрестәре алырға насип була. Маҡсатлы егет бар булмышы менән музыка донъяһына, уҡыуға, эҙләнеүҙәргә сума. Салауат Низаметдинов та уҡыусыһының бик ныҡышмал, шул уҡ ваҡытта талантлы ла икәнен һиҙеп ҡалып, уның менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнә башлай. Ә һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Тыңлаусыһы фортепьянола ышаныслы итеп уйнарға, нотаға өйрәнә, вокал һәләте лә асыла. Хатта Азат менән бергә уҡыған үҙе кеүек үк яҙмышлы Ләйсән Нурыева исемле ҡыҙ менән йырлаған дуэт эштәре зәңгәр экрандарға ла барып эләгә.
Тик тормошта барыһы ла шыма ғына бармай шул. Остазы Салауат Низамет­диновтың ҡапыл ғына вафат булып ҡалыуын бик ауыр кисерә егет. Бөтә киләсәге селпәрәмә килеп, донъя ағышы туҡтап ҡалғандай тойола. Әммә маҡсатына бирелгәнлеге, был тормошҡа инде үҙ ҡарашы, үҙ фәлсәфәһе булыуы ижади юлында туҡтап ҡалмаҫҡа, бар ҡыйын­лыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә, тағы ла ең һыҙғанып уҡый башларға этәрә. Пианинонан тыш баянда, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә. Ҡазанда үткән күреү һәләте сикләнгән балалар өсөн ойошторолған Волга буйы республикалары конкурсында ҡумыҙҙа “Салауат маршы”н уйнап, почетлы икенсе урынға лайыҡ була һәм АҠШ-тың Вашингтон ҡалаһына барыу бәхетенә өлгәшә. Азаттың ул саҡтағы еңеүҙәренә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Киләсәккә ҡаршы аҙым” конкурсында беренсе урын бирелеүен дә өҫтәп китһәм, урынлы булыр, тип уйлайым.
Йәйге каникул мәлдәрендә лә өйҙә генә ятмай тынғыһыҙ егет. Тыуған ауылының мәҙәниәт йортонда йәштәргә дискотекалар үткәрешеп, концерттарҙа әүҙем ҡатнашып, ҡайнап йәшәй. Район үҙәгенә сираттағы концерт менән барған саҡтарында, һәләтле егетте билдәле рок-музыкант Юлай Асҡаров һәм уның хәләл ефете, йырсы Сәриә Асҡарова күреп ҡала. Был осрашыу уларҙың улдары, талантлы режиссер Айнур Асҡаров төшөргән “Яратам һине, донъя” исемле клип менән тамамлана.
Үткәндәр, шәхестәр тураһында һүҙ баш­лаһаң, донъяла миһырбанлы кешеләрҙең күплегенә инанаһың. Ошо мәлдә район хакимиәте башлығы булып эшләгән Р.Р. Хәлиуллинды бары йылы һүҙҙәр, оло рәхмәттәр менән телгә ала Азат. Асҡаровтар ғаиләһенең юлламаһы буйынса “Бөйөк дала” исемле рок-фес­тивалдә ҡатнашҡаны өсөн көтмәгәндә егеттең күптәнге хыялы тормошҡа аша – профессиональ синтезатор бүләк итәләр. Түбәһе нисек күккә тейгәнен Азат үҙе генә белә. Был синтезатор байтаҡ ҡына туҙһа ла, ошо көнгәсә тоғро хеҙмәт итә егеткә. Ижад иткән бөтә йырҙары менән ошо киң күңелле, оло йөрәкле кешеләр алдында үҙен бурыслы һанай.
Сибай ҡалаһында йәшәгән, бөтә йыһанға ярҙам итергә әҙер һәүәҫкәр композитор Юлай ағай Моратовтың Азатты күргеһе килгәнен белгәс, бергәләп барғайныҡ осрашыуға. Ижад, киләсәккә маҡсаттар тураһында оҙаҡ ҡына гәпләшкәндән һуң, Юлай ағай Азатҡа башҡарып йөрөһөн өсөн “Ағиҙел” тигән йырын бирҙе һәм бер тауыш пультын бүләк итте. Үкенескә ҡаршы, был иҫ киткес нескә күңелле Юлай ағай менән һуңғы осрашыуыбыҙ булған икән...
– Донъяла һәйбәт кешеләр күп икән. Сибай ҡалаһы гәзите минең турала мәҡәлә баҫтырғас, Хазина Сирусина тигән апай мине дөйөм ятаҡҡа килеп, үҙе эҙләп тапты. Һөнәре буйынса – табип. Йыш ҡына тәмле-тәмле бәлештәр, аш бешереп алып килә. Оҙатып йөрөр кешем булмағанда, хатта Өфөгә бер конкурсҡа алып барышты. Ижад итер өсөн нимәләр кәрәклеген һорағас, проблемаларымды һөйләп биргәйнем, йүгереп йөрөп төрлө инстан­цияларға хаттар, үтенестәр менән мөрә­жәғәт иткән икән. Миңә компьютер алып бирешергә ярҙам итеште. Эскерһеҙ яр­ҙамдары өсөн УГОК-тың Сибай филиалы етәксеһе Йәүҙәт Биккиновҡа, ООО “Ремстройцентр” етәксеһе Рафаэль Исмә­ғилевкә, шәхси эшҡыуарҙар Дамир Ғиззәтуллинға, Юрий Ивановҡа, Роза Янбаеваға һәм Заһир Ҡаҙаҡбаевҡа ҙур рәхмәттәремде еткерәм, – тип һөйләй Азат.
Эйе, әлеге көндә Сибай ҡалаһының сәнғәт колледжында вокал бүлегендә уҡып йөрөгән егеттең пландары ҙур. Йыр булып сығырын көтөп ятҡан эштәре лә бер һандыҡ булып бара. Әлеге лә баяғы, эш аранжировкалар яҙыр өсөн студия, клавиша, микрофон, пульттарға барып төртөлә...
Тырыш егеткә колледж директоры Азат Ғәйнетдин улы Ҡамбулатов һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Күреү һәләттәре сикләнгән студенттарҙы уҡытыу буйынса тәжрибәһе булған уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, уҡыу өсөн кәрәк-яраҡ әсбаптар алдырыша, ижад менән шөғөлләнгәнен белгәнлектән, дөйөм ятаҡта ял бүлмәһенә яҡыныраҡ ерҙән бүлмә бирҙертә. Курсташтары ла Азат өсөн өҙөлөп тора. Уны дәрестәргә етәкләп алып йөрөйҙәр, бүлмәһен тәртиптә тотошорға ярҙам итәләр. Бигерәк тә эргәһенән китмәй ҡарашып йөрөгән Илһам Мөхәмәтшинға рәхмәтле Азат. Их, берәй заманса аҡыллы навигатор алып биргәндә, тигән уй килә ҡапыл башына...
Колледжда көслө уҡытыусыларға эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмай Азат. Дилбәр Бәхтизина, Гөлсинә Ҡудашева, Динар Ыласынов, Нурғәле Кәйекбирҙин кеүек үҙ эштәрен яратҡан, талиптарға юғары талаптар ҡуйып, ысын белгес итеп сығарған уҡытыусылар республикабыҙға бик күп сәнғәт әһелдәре, йырсылар бүләк иткән.
Азат Исҡужиндың ижады сағыу, күп яҡлы. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын да, заманса эстрада көйҙәрен дә яратып башҡара. Сер итеп кенә әйтәм: әлеге мәлдә рок, диско, хатта регги стилендәге яңы йырҙарын сығарырға әҙерләп йөрөй. Шулай уҡ етди әҫәрҙәргә лә мөрәжәғәт итә башланы. Үҙе яҙған ҙур ғына күләмле симфонияһының өҙөктәрен дә тыңларға яҙҙы фәҡирегеҙгә. Азаттың нисек бирелеп, бөтә донъяһын онотоп, әҫәрләнеп уйнауын күргән кеше генә аңлар мөмкинлегенең сикһеҙ икәнлеген. Билдәле композитор, музыка белгесе Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева ла бик юғары баһа бирә Азаттың ижадына. Ул жюри етәксеһе булған Мәләүез ҡалаһында үҙешмәкәр композиторҙар араһында үткәрелгән төбәк-ара конкурста лауреат була Азат.
2017 йылда Сибай ҡалаһында беренсе тапҡыр ғына Юлай Моратовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән һәүәҫкәр композиторҙар бәйгеһендә лә икенсе урынды яуланы А. Исҡужин. Композитор булараҡ, үҙенең ижадына ла юғары талаптар ҡуя ул. Һуңғы ваҡытта эстрадала үрсеп киткән өс аккордтан ғына торған көйҙәргә ихтыяж ҙур булһа ла, күңел торошона тура килгән йырҙар ғына ижад итә. Ижадташ дуҫтары ла һыналған. Фирүзә Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Мотал Рәмов, Гөлнур Ҡыуатова, Гөлнара Хәлфетдинова, Рәзилә Ырыҫҡужина кеүек маһирҙарҙың ижадынан эҙләй кәрәк һүҙҙәрҙе. Уның йырҙарын Фәнис Сирбаев, Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туҡтағолов, Гөлфиә Хәлә­фет­ди­нова, Динә Аҡнаҙарова, Хәлиҙә Ҡолшә­ипова, Иҙел Манишев, Динислам Сафин, Илһам Мөхәммәтов, “Тархан” төркөмдәре башҡара.
Ҡыҙҙарға, өйләнеүгә ҡарашы һәм килә­сәккә пландары тураһындағы һорауыма ошондайыраҡ яуап ишеттем:
– Минең өсөн ҡыҙҙарҙың тышҡы матурлығы мөһим түгел. Күберәк эске матурлығы, күңел таҙалығы менән йәлеп итер иғтибарымды буласаҡ яртым. Пландарым Наполеондыҡынан кәм түгел. Иң беренсе нәүбәттә һәйбәт билдәләр менән уҡыуымды тамамларға, диплом алырға кәрәк. Унан һуң эшкә урынлашыуҙы хәстәрләргә, ситтән тороп уҡырға инергә һәм, әлбиттә, үҙ көнөмдө үҙем күреп йәшәй башларға кәрәк буласаҡ, Алла бирһә.
Бына ошондай ҙур пландар, аҡ өмөттәр менән йәшәп ята Азат Исҡужин. Һинең кеүек егеттең ҡулынан килмәҫ эш юҡтыр ул донъяла, аҡ юл һиңә, Азат ҡустым!
“Ағай, машинаңды туҡтат әле,
Фото төшәйексе ошонда.
Их, матур бит! Инде күп ҡалманы,
Өлгөрөрбөҙ әле, бошонма!”
Аптыраштан, ҡапыл шаңҡып ҡалдым,
Ә мин матурлыҡты күрмәнем!
Күңел күҙе үткерерәк икән:
Һиҙә ағас япраҡ үргәнен,
Йәшел үләндәрҙең моронлауын,
Умырзая сәскә атыуын,
Тәбиғәттең инде уяныуын,
Һуңлап ҡына ҡояш батыуын...
Мин үҙемде хисле кеше тиһәм,
Күңел күҙе үткерерәк икән!

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574