Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Флүр Ғәлимовтың һуңламаған тәүбәһе
Флүр Ғәлимовтың һуңламаған тәүбәһе Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы менән таныштырыу булды. Китап байрамында оло яҙыусылар ҙа, урта һәм йәш быуын әҙиптәре лә, тәнҡитселәр ҙә, төрлө өлкәлә танылған шәхестәр ҙә, ябай китап уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа ҡатнашты.

Тәүге һүҙҙе филология фән­дәре кандидаты, тәнҡитсе Зәки Әлибаев әйтте:
– Флүр Ғәлимов бер заман “Яңы башҡорт” романы менән йәмғиәтебеҙҙе шаулатҡайны, бына тағы, “Аҙғын тәүбәһе”н ижад итеп, китап уҡыусыларға яңы фекерҙәрен аса, яңы тема һәм герой тәҡдим итә. Трилогияның төп геройы – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тоҡомонан Салауат Байғаҙин – беҙҙең көндәрҙә йәшәй. Эйе, автор үҙенең был әҫәрендә лә хронотоптар менән бик оҫта эш итә...
Артабан телмәрҙе Башҡорт­остан Яҙыусылар союзының идара рәйесе, күренекле драматург Наил Ғәйетбай дауам итте:
– Флүр Ғәлимовты 1990 йылдан беләм. Уның өҫтөнән ялыу яҙып, хикәйәләрен баҫтырмауҙы талап иткәйне шунда бер ағай. Флүрҙең ике хикәйәһен уҡып сыҡҡас, йәш ҡәләм тибрәтеүсегә һәм уның хикәйәләренә бик юғары баһа биреп, әҫәрҙәрен мотлаҡ рәүештә баҫтырырға кәрәк тип, “Башҡортостан” гәзи­тендә “Ҡалыптарҙан ҡотолайыҡ!” тигән ҙур мәҡәлә яҙып сығарҙым. Флүрҙең әҫәрҙәре донъя күрҙе. Әйткәндәй, ул хикәйәләрҙә лә магия, эзотерика күренештәре һүрәтләнә ине. Хәҙер инде сирек быуат үтте, ә Флүр Ғәлимов һаман шул теманы ташламаған икән, “Аҙғын тәүбәһе” тигән трилогия яҙған. Автор һүрәтләгән тема миңә таныш, күҙгә күрен­мәгән бындай нәмәләргә үҙ ҡарашым бар. Әҫәрҙә ҡайһы бер ыҙғыш-талаш эпизодтары арты­ғыраҡ киткән, минеңсә, әммә бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп, ябай тел менән яҙылған.
Башҡортостандың халыҡ ша­ғи­ры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡә­ҙим Аралбай ҙа тос һүҙҙәр менән сығыш яһаны:
– Флүр Ғәлимов киң билдәле “Яңы башҡорт” романы менән әҙәбиәтебеҙгә яңы тема, яңы герой алып килгәйне. Ижадта новаторлыҡҡа ынтылған яҙыусы “Аҙғын тәүбәһе” әҫәре менән башҡорт әҙәбиәтен тағы ла байыта, Салауат Юлаев тоҡомо, афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам, эшҡыуар Салауат Байғаҙин образын һүрәтләй, мәңгелек проблемаларҙы бөтөн­ләй көтөлмәгән яҡтан яҡтырта, йәшәү мәғәнәһен аса. Был трилогия – башҡорт әҙәбиәтендә магик реализм ысулы элементтары ҡулланып ижад ителгән тәүге әҫәр, унда магия, эзотерика, күрә­ҙәселек, сихырсылыҡ төшөнсә­лә­ре реаль тормошҡа бәйләп һүрәтләнә.
“Аҙғын тәүбәһе” трилогия­һында Ф. Ғәлимов донъяның иң киҫкен проблемаларын күрһәтеп кенә тынысланып ҡалмай, донъяны иман ҡотҡарыр, тип был бәләләрҙән ҡотолоу юлын да күрһәтә. Яҡты донъяға килгән һәр әҙәм балаһының төп маҡсаты – юғалтылған ожмахҡа ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу ул, тип йәшәү мәғәнәһен асып һала.
“Нисек иҫән ҡалырға?”, “Артабан ни хәл йәшәргә?”, “Ҡайҙа бара был донъя?” тигән глобаль һорау­ҙар ҡуйылған трилогия яңы, үҙенсәлекле фекерҙәргә бай. “Ағиҙел” журналы редакция­һының был әҫәрҙе “Китап” нәшриәтендә баҫылыр алдынан уҡ донъяға сығарыуы бик һәйбәт булды.
Артабан “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты, күре­некле яҙыусы Әмир Әминев тә фекерҙәре менән уртаҡлашты:
– Әҙәбиәтте темалар төр­лө­лөгө байыта. Башҡорт әҙә­биәте, һис шикһеҙ, көслө әҙәбиәт, ләкин ҡайһы бер темалар ситтә ҡалғы­лай. Беҙҙә спорт тураһында бер ни юҡ ине, Барый Ноғома­новтың паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһында повесы был буш­лыҡты тултырҙы. Спорт тема­һына тағы яҙырға кәрәк әле. Флүр Ғәлимов “Яңы башҡорт” романы менән Рәсәй эшҡыуарлығы тура­һында бәйән иткәйне, әлеге “Аҙғын тәүбәһе” әҫәре менән дә әҙәбиәтебеҙгә яңы тема алып килгән. Бөтә донъяға билдәле футболсы Диего Марадонанан “Шул тиклем уңыштарға нисек өлгәштегеҙ?” тип һорағандар. “Һәр матчҡа иң һуңғыһына сыҡҡан һымаҡ барам”, – тип яуаплаған Марадона. Яҙыусылар араһында ла булғылай бындай күренеш... “Аҙғын тәүбәһе” әҫәре Флүр Ғәлимовтың оҫталығын асыҡ күрһәтә.
Трилогияла бәйән ителгән мөхәббәт һәм һөйҙөргөс тураһын­дағы хикәйәт ҡыҙыҡлы. Ә Бүре, Ҡытай һәм Ҡашыҡ исемле береһе аҡ тәнле, икенсеһе ҡытай кешеһенә, өсөнсөһө негрға оҡ­шаған өс бер туған бабайҙарҙың ыҙғышып, талашып-һуғышып көн күреүҙәре, һуңыраҡ Ҡашыҡ ҡартҡа эйәреп тишкеләнгән ағас ҡашыҡҡа табынып йәшәүҙәре уйландыра. Тишек ҡашыҡҡа табыныу тәү ҡарашҡа мәғәнәһеҙлек һымаҡ. Төптәнерәк уйлаһаң, кеше­лектең күпселеге шул ашау-эсеүгә генә бирелеп, рухһыҙ­лыҡта көн күрмәйме ни? Был бөтөн кешелеккә пародия бит!
Медицина фәндәре докторы, профессор, академик, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Марат Аҙна­баевтың фекере лә үҙенсәлекле:
– Флүр Ғәлимовтың “Яңы баш­ҡорт” романы, “Ватандаш” журналында һоҡланып уҡығандан һуң таныш-белешкә, нәҫел-ырыу­ға, дуҫ-коллегаларыма: “Уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, һабаҡ алығыҙ!” – тип әҫәрҙе таратып йөрөгәйнем. Авторҙың “Аҙғын тәүбәһе” трило­гияһын да йот­лоғоп уҡып сыҡтым. Кеше күңеле, тән һәм йән ғазаптары, рухи биогра­фия­һы, мөхәббәт һәм нәфрәт, мәңге­лек проблемалар, ҡиммәттәр тура­һында һүҙ бара был китапта. Бер ниҙән ҡурҡмай-өркмәйсә, шул ҡәҙәрле ихласлыҡ, эске азатлыҡ менән ижад ителгән әҫәр уҡы­ғаным юҡ ине әле әҙәбиәтебеҙҙә. “Аллаһ Тәғәләнән генә ҡурҡырға хоҡуғым бар” тигән һүҙҙәрен юҡҡа ғына эпиграф итеп алмағандыр автор.
Флүр трилогияһын татар, сыуаш телдәрендә лә сығарырға ниәтләнә. Урыҫ теленә тәржемә иттер һин уны, туған. Шул рәүешле башҡа төбәктәрҙә лә донъя күрер әҫәрең, тип тә әйтке килә хатта.
– Мин ябай китап уҡыусы, һөнәрем буйынса зоотехник. Флүрҙең атаһы миңә өс туған ағай ине. Китапты рәхәтләнеп тә, уйланып та уҡып сыҡтым. Бик оҡшаттым. Әҫәрҙә беҙҙең ауыл да, Стәрле йылғаһы ла, Ағиҙел дә, хатта Торатау ҙа бар. Мәңге ҡаҡшамаҫ күренһә лә, күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡҡан Совет илен, ихлас идеал-инаныс­тарыбыҙҙы һағынып, пионер галстуклы бала саҡты, комсомол значоклы йәшлегебеҙҙе иҫемә төшөрә-төшөрә, моңһоуланып уҡыным. Кешелек сифаттарын, яҡты идеалдарын, имандарын юғалтыуҙары арҡаһында имәнес маймыл-мутанттарға әүерелгән әҙәм балалары тураһындағы эпизодты көлә-көлә уҡыһам да, аҙаҡ ниндәйҙер һағыш, моң ҡалды күңелдә, – тип фекере менән уртаҡлашты Әғләм Ғәлимов.
Флүр ағайҙың “Яңы башҡорт” романы – минең өҫтәл китабым. “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы ҡулыма эләккәс, компьютер ҙа, телевизор ҙа онотолдо, был китаптан айырыла алманым. Бөтөнләй яңыса ижад ителгән был әҫәр йәш яҙыусыларға ла күп нәмә бирер, файҙалы булыр, тип уйлайым. Көрәштең ике мәғәнәһе бар. Береһе – үҙеңде, ғаиләңде, тыуған илеңде дош­мандарҙан һаҡлау. Икенсеһе – үҙеңдең эсеңдә ултырған дошманды, йәғни булмышыңдағы яуызлыҡты еңеү, үҙ-үҙеңде еңеү. Нәҡ ошо хаҡта һүҙ бара трилогияла. Флүр Ғәлимовтың “Донъяны иман ҡотҡарыр” тигән һүҙҙәре – бөйөк һүҙҙәр. Йәһүдтәр бит имандарын, диндәрен һаҡлап ҡалыуҙары арҡаһында, ҡасандыр илдәрен юғалтһа ла, геноцидтар үткәрһә лә, имен ҡалып, шул тиклем үҫешкән. Был китабығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Флүр ағай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574