Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге “Салауат” сыҡманы, ә башҡортсалаштырылған фильмдар ҡайҙа?
Тәүге “Салауат” сыҡманы, ә башҡортсалаштырылған  фильмдар ҡайҙа? Һуғыштан һуңғы йылдарҙа клубта кино ҡарау ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелә торғайны. Бигерәк тә һәр көн көтөп йөрөгән балаларға онотолмаҫ байрам булыр ине.


Бер көн ауылыбыҙға “Салауат Юлаев” тип аталған нәфис фильм килтерҙеләр. Йортонда берәү ҙә ҡалмағандыр — клубта баҫып торор урын юҡ. Керә алмағандар күҙ ҡырыйы менән булһа ла, бе­рәй әмәлен табып, ҡайҙандыр ҡа­рап торҙо. Миңә лә бары шул шатлыҡ эләкте. Бә­хеткә, “Салауат Юлаев”ты иртә­гәһенә лә күр­һәт­теләр. Һәр өйҙә, һәр урында һүҙ бары ошо фильм хаҡында булды. Беҙ, бала-саға, Салауаттың ба­тыр­лығына таң ҡалһаҡ, ололарҙы тетрәндергән тағы ла бер ваҡиға бар ине: кинофильм беҙҙең Ишем­бай (ул саҡта Маҡар) яҡ­тарында төшө­рөлгән, ауылы­быҙ Кинйәбулаттан да үҙ аттары ме­нән “Салауат һуғышында ҡат­наш­ҡан” ағайҙар бар ине. Бер ни­сәһенең “үҙемде йәки атымды танып ҡалдым” тип һөйләгәне һаман хәтерҙә.
Сабый сағыбыҙҙан йөрәк тү­ребеҙҙәге Салауат образы, уның хаҡында һуғышҡа ҡәҙәр үк төшө­рөлгән, шул замандың оло ва­ҡи­ғаһы булған фильмды ҡара­ғандан һуң тыуған ереңде, илең­де, халҡыңды яратыу идеалға әүе­релде. Ниңә ундай киноны эле­герәк, беҙҙең атай-бабайҙа­рыбыҙ иҫән саҡта уҡ төшөрмә­неләр икән тип тә уйлана тор­ғай­ныҡ. Ә бит, баҡһаң, ундай те­ләк-ынтылыштар, башланғыс­тар булған. Бының өсөн революциянан һуңғы осорҙарға ҡай­тып, архив материалдарына күҙ һала­йыҡ.
Үтеп киткән быуаттың 20-се йылдары аҙағында Кавказ, Волга буйы һәм Себер төбәктәрендә йәшәүселәр ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндереү маҡсатында “Востоккино” тигән кинотрест төҙөлә. Тәүге фильмға лайыҡлы шәхесте, геройҙы табыу башта­раҡ бер ни тиклем бәхәслерәк барһа ла, Салауат Юлаев кандидатураһына туҡталғас, халыҡ азатлығы, бәхе­те өсөн көрәшкән батырҙың шағир ҙа булыуы раҫланғас, уның исемен­дәге тәүге фильм сығарыу бер тауыштан хуплана. 1928 йылда Салауат Юлаев хаҡында та­уышһыҙ фильм төшөрөү тәҡдиме менән кинотрест етәкселәре Башҡортостандың билдәле әҙә­биәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә мөрәжәғәт итергә була. Күренекле режиссер Вәлиулла Мортазин етәкселегендәге Башҡорт драма театрында “Ҡарағол” тарихи дра­маһы һәм башҡа әҫәрҙәре менән танылып өлгөргән билдәле йәмәғәт эшмәкәре, атаҡлы яҙыу­сы Дауыт Юлтыйҙың “Салауат” исемле драмаһы ҙур уңыш менән барған саҡ. Уларға мөрәжәғәт итәләр. Әммә, “Востоккино” һора­уы буйынса әҫәрҙең кинематографик сценарийы яҙылып тап­шырылһа ла, ни өсөндөр билдәле башҡорт ижадсыларының хеҙ­мәте тормошҡа ашырылмай ҡала. Кинотрест етәкселәре сценарий яҙыуҙы йәш драматург Георгий Гребнерға тапшыра. Кинодраматургияла был уның тәүге эше була. Артабан ошо ижадсы “Суворов”, “Иван Иванович менән Иван Никифорович нисек ыҙғыш­ты”, “Ун биш йәшлек капитан” һәм башҡа фильмдарға сцена­рийҙар яҙып, совет кино сәнғә­тенең билдәле эшмәкәре булып китә. 1947 йылда уға “Крейсер “Варяг” кинофильмы өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелгән.
Йәш кинодраматург яңы тема өҫтөндә ҙур дәрт, илһам һәм мауы­ғыу менән эшләй. Шул уҡ ва­ҡытта ижади эҙләнеүҙәрендә ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. Салауат Юлаев тураһында мате­риалдарҙың аҙ, фәнни йәһәттән ҡайһы берәүҙәренең шикле булыуы, 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫ­тиәндәр һуғышы тарихының буржуаз күҙлектән бер яҡлы яҡтыртылыуы, ул осорҙа хәҙер инде киң билдәле яҙмаларҙың архивтарҙан бирелмәүе — бөтәһе лә ауырлыҡ өҫтөнә ауырлыҡ өҫтәй. Шуға ла Г. Гребнер Баш­ҡортостан тарихсылары, әҙәбиәт, сәнғәт һәм партия эшмәкәрҙәре менән осраша, уларҙан консультациялар ала. Ҡабат-ҡабат архив материалдарын өйрәнә. Уның ныҡыш­малылығы теманы тағы ла тәрәнерәк аңларға, яңы сценарий яҙырға сәбәп була, мөмкинлек тыуҙыра.
1929 йылдың октябрендә ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты, партия һәм совет ойошмалары вәкилдәре, ғилми учреждение, мәҙәниәт эшмәкәр­ҙәре ҡатнашлығында кәңәшмә ойошторола. Ҡатнашыусылар Г. Гребнерҙың Салауат Юлаев тураһында яҙған сценарийын тикшереп, ҡайһы бер етешһеҙ­лек­тәрен күрһәтеп, асылда хупларға тигән ҡарар ҡабул итә.
1930 йылдың яҙында “Сала­уат” автор тарафынан киносту­дияға тапшырыла, һәм ул ошо уҡ йылдың планына ҡуйыла. Төшөрөүҙе “Востоккино”ның Ялта кинофабрикаһынан режиссер Амбарцум Бек-Назаров башларға тейеш була. Сығымдарға смета ла төҙөлә. Үкенескә ҡаршы, эш ошоларҙан ары китмәй. Артистар коллективы ла йыйылмай ҡала. Фильмды төшөрөү эштәре икенсе йылға кисектерелә, тора-бара фильм киностудияһының резерв фондына ҡалдырыла. Был хәл йылдың-йылы дауам итә. Шулай итеп, “Салауат” төшөрөлмәй, 1935 йылдың авгусында “Востоккино” тресы бөтөнләй ябыла. Уның менән бергә батырыбыҙ һәм шағирыбыҙ тураһында тәүге киноэкран әҫәре юғала.
Билдәле кинорежиссер Юрий Желябужский 1975 йылда, киностудия ябылырға тик бер ай ҡалғанда, “Востоккино” етәксе­лә­ренә ебәргән хатында һәйбәт сценарийҙарҙың булыуы хаҡында яҙып, шундай үтенесен белдерә. “Байтаҡ йылдар инде треста Г. Гребнерҙың “Салауат Юлаев” сценарийы ята, — тип яҙа ул. — Бик ҡыҙыҡлы һәм уңышлы яҙыл­ған. Уны эҙләп табып булмаҫмы икән?..” Ләкин хат яуапһыҙ ҡал­ған, күрәһең…
Шулай итеп, Салауат хаҡын­да­ғы тәүге киноповесть уңыш­һыҙлыҡҡа юлыға. Тамашасы уны күрә алмай, хатта күптәр был хаҡта белмәй ҙә. Ниндәй сәбәп­тән шулай килеп сыҡҡан һуң? Беренсенән, “Востоккино”ның ул саҡтағы финанс һәм техник база­һы бик хөрт була, шуға ла кинотрест етәкселәре кинофильмдар эшләп сығарыу планын ҡыҫҡар­тыр­ға йә булмаһа, алдағы йыл­дар­ға күсерергә, ҡайһы бер ос­раҡтарҙа сығымдарға аҡса бө­төнләй булмау сәбәпле, план­лаш­тырылғандарынан да баш тартырға мәжбүр булғандыр. Тағы ла бер мөһим сәбәп ҡа­масаулаған, әлбиттә: “Востоккино” башҡа киностудияларҙа ла фильмдар төшөргән. Унан һуң, тәүге “Салауат” фильмының сценарийын яҙыу илдә тауышлы кинолар тыуа башлаған ваҡытҡа тура килә. Улар тауышһыҙынан күпкә өҫтөнөрәк, әлбиттә. Ваҡыт үткән һайын кино сәнғәтенә, техникаһына талаптар ҙа арта бара, бигерәк тә нәфис фильм­дарға. Ошолар Салауат Юлаев тураһындағы тауышһыҙ тәүге кинофильмдың сыҡмауына, бәлки, төп сәбәп булғандыр…
Әммә батырыбыҙ һәм шағи­ры­быҙ хаҡында кинодрама­тур­гиялағы тәүге һүҙ ғәмәлдә уңыш­лы тип табылған. Шишмә башы булған киносценарийҙы эҙләп тапҡанда, уҡыусылары­быҙға ет­кер­гәндә, Салауатыбыҙ образын тағы ла бер күҙаллау маҡсатында ҙур һәм изге эш атҡарыр инек.
Һүҙ башында һуғыштан һуңғы йылдарҙа “Салауат Юлаев” филь­мын ҡарау онотолмаҫ тет­рәткес ваҡиғаға әүерелеүен телгә алғай­ным. Ошо хис-тойғо күптә­ре­беҙ­ҙең хәтерендә ғүмерлеккә ҡалды.
Йылдар үтә торҙо. Ғүмерем­дең бер осоронда урыҫ теленән миңә лә байтаҡ ҡына нәфис фильмды тәржемә итергә тура килде. Баҡтиһәң, беҙҙә тәржемә эше һуғыштан һуң —1946 йылда уҡ башланған икән. Тик Өфө­лә түгел, ә Мәскәүҙә — беренсе тапҡыр “Мосфильм” киностудия­һында ойош­торолған. Унда “Ауыл уҡы­тыу­сыһы”, “Пржевальский” тигән киноларҙы баш­ҡорт­салаш­тырғандар. Дубляжда Арыҫлан Мө­бәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәли Ғәлимов, Хажи Бохарский, Рим Сыртланов, Ғәзим Ту­ҡаев, Рәғиҙә Янбулатова, Хөсәйен Ҡу­да­шев, Ләлә Әхтә­мова, Әҡ­ли­мә Садиҡова, Зәй­ни Иғдәүләтов, Тә­лиғә Бикташева, Фәйез Вә­хитов һәм башҡа сәхнә оҫта­лары ҡат­нашҡан.
1962 йылда кинопрокат базаһы Ҡазан кино­сту­дияһына күсерелгән. Режиссер Фәтих Шәрә­фиев етәкселегендә тиҫ­тәләгән фильм башҡорт­саға тәржемә ителгән.
Һуңғы йылдарҙағы иң уңышлы тәржемә эштә­ре Аҡмир Нуретди­нов­тың исе­ме менән бәйле. Ул Үзбәкстанда тыуған, Ташкентта электромеханикка уҡы­ған, Ленинградта кино инженерҙары әҙерләү институтының электр механикаһы факультетын тамамлаған. 1968 йылда ғаиләһе менән Өфөгә кү­сеп килгәс, ике йыл телевидениела эш­ләгән, унан башҡортса фильм сту­дияһына оператор булып урын­лаш­ҡан. Заманында студияла режиссер вазифаһын башҡарған Нәжибәк Хафизов, сәнғәт оҫтаһы Вәли Ғәлимов менән хеҙмәт­тәшлек итеү уға ҙур тәжрибә булғандыр. 1982 йылда ошо ике абруйлы шәхестең тәҡдиме менән уға режиссерлыҡ эшен ышанып тапшыр­ған­дар. Башҡорт­са­лаш­тырған фильм­дарҙы ауыл ерҙәрендә күрһә­теү, кинола ҡатнашҡан сәнғәт оҫталары менән осрашыуҙар, төрлө фестивалдәр үткәреү ғәҙәти хәлгә әүерелде.
Тәржемә эшенә яңы быуын артистары ылыҡтырылды. Баш­ҡорт драма театрынан Хәмит Яруллин, Илшат Йомағолов, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Кәри­мова, Марат Солтанов, Зинира Атнабаева, Кашаф Нәзиров, Шамил Рәхмәтуллин, Дәриға Фәй­зуллина, Сәүиә Сираева, Асия Нафиҡова, Ғайса Хәсәнов, Фидан Ғафаров, Рева Ихсанова, Әхтәм Абушахманов, Олег Ханов, Ил­һөйәр Ғизетдинова, Таңсулпан Бабичева, Заһир Вәлитов һәм башҡа йәш сәхнә оҫталары ижади эшкә яңы һулыш өҫтәне.
Йомғаҡлап, иң кәрәкле һүҙҙе әйтке килә. 1946 йылда ойошто­ролған Башҡортостан киносту­дияһы тарафынан 600-ҙән ашыу нәфис фильм тәржемә ителде. Уларға нәфис һүҙ оҫталарының үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тауыштары яҙылған. Бөгөн ошо фильмдарҙы башҡортса ҡарау, күпме таланттың үҙенсәлекле тауышын ишетеү, хәтерләү ниндәй оло хазина булыр ине. “Башкиновидеопрокат” тигән ойошманың төп эше шул маҡсатҡа ҡоролған түгел инеме ни?! “Хазина таптым — сүпкә аттым” һымаҡ килеп сыға...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574