Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәрҙе тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә
2014 йылдың ноябрендә республика кимәлендә тәүге тапҡыр “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” тигән бәйге үткәрелде. Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан ойошторолған был сара күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Проекттың авторы — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур ҠОЛҺАРИНА.
– Башланғысыбыҙҙы нин­дәй­ҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙ­ға, тәү сиратта ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гү­зәл заттарыбыҙға ихтирам һәм иғтибар билдәһе тип аңлар­ға кәрәк. Ғәҙәттә, Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиә­тенең съе­зы йә булмаһа конфе­ренцияһы маҡтау ҡа­ғыҙ­ҙары таратыу, бү­ләкләү тантаналары менән тамамлана. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай сараларҙа маҡтау һүҙ­ҙәре башлыса Өфө ҡалаһындағы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар өлө­шө­нә төшә. Быға бер ҡаршы­л­ғым да юҡ. Өфө – баш ҡа­лабыҙ. Мил­ләтебеҙҙең те­рәге булып торған күп зыялыларыбыҙ ошонда туп­ланған, – ти ул. — Әммә ер­ҙә эшләүсе гүзәл зат­тары­быҙҙы ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ауылда былай ҙа тормош еңел түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаи­ләң­де ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатнашыу...
Бөтмәҫ мәшәҡәттәр ме­нән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, берләш­те­реп, төрлө ярҙам күрһә­теп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күп. Ошондай гүзәл затта­ры­быҙҙы күрһәтергә, уларҙан өлгө алырға уйланыҡ. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде.
Билдәле йәмәғәт эшмә­кәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары ойош­маһына нигеҙ һалған гүзәл ханым Рабиға Ҡушаева заманында: “Ҡа­тын-ҡыҙ – милләт әсәһе. Мил­ләтте тәрбиәләүсе лә, милләттең киләсәген билдә­ләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул ҡатын-ҡыҙ”, — тип әйтеп ҡалдырған.
Ойоштороу эштәрендә студент ҡыҙҙарыбыҙ әүҙем ҡатнашты, бындай саралар уларҙың шәхес, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ, әсәй сифатында үҫешеүендә ҙур әһә­миәткә эйә булыр тип ышанғы килә. Беҙ ҙә улар кеүек саҡта йә­мәғәт тормошона тәүге аҙым­да­рыбыҙҙы йәштәр ойошма­ла­рынан башлағайныҡ, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы­на йөрөп, өлкән апайҙары­быҙҙың өлгөһөн­дә үҫтек, тәрбиәләндек. Улар ке­үек ҡыйыу, аҡыллы булырға, ҙур-ҙур эштәр башҡарырға өйрән­дек. Бүтән йәштәрҙе лә йәмәғәт тормошонда әү­ҙемерәк ҡатна­шыр­ға саҡы­рам: килһендәр, өй­рән­һен­дәр, эшләһендәр. Өй­рә­неү­ҙәре — үҙҙәре өсөн. Элек комсомол йәштәргә һәр яҡлап үҫеү өсөн ҙур мөмкинлек, майҙан­сыҡ була торғайны. Ә хәҙер йәштәргә лә, өлкәндәр өсөн дә ойошмалар бик күп, милли-мәҙә­ни берекмәләр ҙә етерлек…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574