Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағир рухына тоғролоҡ
Шағир рухына тоғролоҡ Уның хаҡында ярһыу сығыштар, тулҡынланып шиғырын уҡыуҙар мәңге тынмаҫ, тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр, шәхесенең асылын аңларға теләп әйтелгән фекер алышыуҙар әленән-әле сығып торор. Башҡорт ере, иле йәшәгәндә, доғалай, был шәхестең исеме халыҡ теленән төшмәҫ, боролоштарҙа яҡты йондоҙ булып балҡыр, ғәмһеҙ саҡтарҙа ғәмле итер.
Фактик материалдарға нигеҙләнеп, күңел түрендәге яҡты кисерештәрен бүлешеп фекер алышты башҡорт зыялылары Башҡорт дәүләт университеты тарафынан республика Яҙыусылар союзында бөйөк башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Ш. Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторолған Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында.

Сараны тарих фәндәре докто­ры, профессор Марат Ҡолшә­ри­пов алып барҙы. Баш­ҡортос­тандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Шәйехзада Бабич ижады буйын­са ғилми диссертация яҡлаған кеше булараҡ, үҙенең сығы­шын­да шағирҙың шәхесе, тормошо хаҡында Совет осоронда та­был­ған документтар тураһында бә­йән итте. “Өс тапҡыр үлтерелеп тә, Бабич халҡына кире ҡайтты, сөнки уның урыны – халҡының йөрәк түрендә”, – тине Рауил Төхвәт улы. Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайының Баш­ҡар­ма комитеты рәйесе урын­баҫары Буранбай Күсәбаев: “Шағирҙың ижадын өйрәнеү мәктәптәрҙә бала саҡтан уҡ барырға тейеш. Шуға күрә беҙгә уның әҫәрҙәрен уҡыу әсбаптарына бәләкәй кластарҙан уҡ индереү зарур”, – тине. Бик урынлы һәм эшлекле тәҡдим. Бабичтың уйнап-көлөп, шаярып яҙған шиғырҙары бай­таҡ, уларҙы бәләкәстәр ҙә ятлап алыр ине.
Тарих фәндәре докторы, профессор Ро­за Буканова В. Фешкин менән берлектә яҙған мә­ҡә­­лә­һенә туҡталды. “Ш. Бабич, Ғ. Аман­тай, М. Любавский: ваҡыт һәм ваҡиғалар бәйләнеше” тип атал­ған док­ладта һүҙ өс шәхестең бер осорҙа йәшәп, бер-бере­һе­нең эшмәкәрлегенә туранан-ту­ра йоғонто яһауы хаҡында бар­ҙы. Ғ. Амантай – тәүгеләрҙән булып Шә­йехзада-шағирҙың ижа­дын өйрәнгән шә­хес. Ә тарихсы М. Любавский менән Ғабдулла Амантайҙы 1933 – 1934 йыл­дар­ҙа милли мәҙәниәтте өйрәнгән Баш­ҡорт ғилми-тикшеренеү инс­титуты ос­раштыра. В. Любавский бында XVII – XVIII быуат­тарҙағы башҡорт ихтилалдарын, XIX быуатта башҡорттарҙа ер мәсьә­лә­ләрен өйрәнеү эшен башҡара. Хәйер, былары улар алып бар­ған эшмә­кәрлектең бер тармағы ғына. “Ҡатмарлы осорҙа йәшәү­ҙәренә ҡарамаҫтан, улар­ҙың һәр береһе Башҡортостан фәне һәм мә­ҙә­ниәте үҫешенә ҙур өлөш индереп, вариҫтарына баһалап бөткөһөҙ ижади мираҫ ҡал­дыр­ған”, – тине Роза Ғафар ҡыҙы.
Шағир рухына тоғролоҡТарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәли­ховтың сығышы ла залдағыларҙы уҙған быуат башына алып ҡайтты. Шағирҙың башҡорт милли хәрәкәтендә ҡат­нашыуы, “Тулҡын” әҙәби ойош­ма­һын­да тотҡан урыны, ял­ҡынлы сығыштары хаҡында яңы­нан иҫкә алыу һәр кемгә ҡыҙыҡлы булды. “Нуҡтаһыҙ” сатирик журналын шағир үҙе мөхәррирләй. Тәүге һанында баҫманың кон­цепцияһын билдә­ләп, ошо уҡ исем менән шиғырын баҫ­тыра. Башҡорт хөкүмәтендә Ш. Бабич сәркәтип вазифаһын башҡара. Бик күп документтар, шул иҫәп­тән Башҡорт шу­раһы ҡабул ит­кән киң билдәле 1-се, 2-се фар­мандар ҙа уның ҡулы менән яҙылған. 1918 йыл­дағы үҙгә­реш­тәр барышында шағирға Шура­ның рәйесе вазифаһын да баш­ҡа­рырға тура килә. Ошо уҡ йылда Бабич Башҡорт хәрби советы рәйесе Зә­ки Вәлидигә яңы ойошторолған башҡорт диви­зия­һына мәзин итеп ҡуйыуҙарын һорап ғариза яҙа. Мөхәррирлек эшенән арыу менән аңлата ша­ғир сәбәбен. Әммә был ғариза уны әлегә тиклем алып барған эштәренән азат итмәй: 1919 йылдың 21 февралендә үткән I Бөтөн башҡорт хәрби съезында шағир Абдулла Әҙеһә­мов менән бергә мөһим сараның сәркә­тибе була. Ә 1919 йылдың 25 фев­ра­лендә Ш. Бабич Башревком ҡарама­ғын­дағы матбуғаттың корректоры итеп тәғә­йен­ләнә. Ә инде өс көндән һуң булған ваҡиғалар хаҡында һәр кем яҡшы белә...
Әхәт Ғөбәй улы үҙ сығышын­да шағир­ҙың ижадын өйрәнеү­селәр хаҡында бай­таҡ дәлилле мәғлүмәттәр еткерҙе. Мәҫә­лән, 1919 йылдың 20 сентябрендә Саранск ҡалаһында Башревком ҡарары менән Ш. Бабичтың мөл­кәтен барлау буйынса комиссия төҙөлә. Шәхси әйбер­ҙәрен – туғандарына, ә әҙәби мираҫын, акт төҙөп, мәғариф комиссариатына тапшырыу ҡара­ла. Ченекәйҙе тиҙ арала са­ҡыртып алып, замандашының ижадын өйрәнеүгә йәлеп итәләр. Ул бик теләп, ихлас тотона был эшкә. Күптәр шағир хаҡында иҫтә­лек­тәре менән уртаҡлаша, әммә, тарихи ваҡиғаларҙың үҙгәреп то­роуы сәбәпле, күп хәтирәләр юҡҡа сы­ға­рылған. Нисек кенә тыйырға ты­рыш­һалар ҙа, Ш. Ба­бичтың исеме рухиәтебеҙгә йө­рәк ҡаны менән яҙылған.
Шағир Ирек Кинйәбулатов үҙ телмә­рендә: ”Шағирҙың исемен иҫкә алыу – ул шәхестең асылына, ижадына мәҙхиә йырлау ғына түгел, ә халҡыбыҙҙы данлау ҙа”, – тине. Ул шулай уҡ уға бағышлап шиғыр ҙа уҡыны.
Башҡортостандың халыҡ артисы Таң­сулпан Бабичеваның ата-бабалары ша­ғирҙыҡы менән бер тамырҙан. Актриса режиссер булараҡ та Ш. Бабичтың ижадын пропагандалау буйынса бик күп эш алып бара. “Әлми­саҡтан алып һин ша­ғир...” поэтик сәхнә әҫәре, шағирҙың “Ғазазил” поэмаһын сәхнәләштереү – быға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, был кисәлә лә З. Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт ака­де­мияһы студенттары Ш. Ба­бичтың шиғырҙарын уҡыны.
М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Айбулат Сәсән­баев үҙенең докладында шағирҙың Ырымбурҙағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Фәндәр акаде­мия­һы­ның Гуманитар тикше­ре­неүҙәр институты директоры, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатовтың сы­ғышы залдағыларҙы, моғайын, һиҫкәндереп ебәргәндер. “Эйе, сарабыҙ Бөтөн Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы тип ата­ла, әммә ҡайҙа зал тулы халыҡ? Ҡайҙа яҙыусылар? Ҡайҙа Ш. Ба­бич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын йөрөткәндәр? Ми­неңсә, Ш. Бабич кеүек башҡорт азатлығы, халыҡ яҙмышы өсөн көрәштә шаһит киткән шағирҙың кисәһе “Башҡорт­остан” концерт залында шығырым тулы тамашасы менән үтергә тейеш. Шәхес­тәре­беҙҙе күтәрә, күрһәтә, халыҡҡа рухи ҡеүәт өҫтәрҙәй асылдары хаҡында милләте­беҙгә бөгөн еткерә белмәйбеҙ”.
Эйе, Илгиз Замфир улының фекерҙәре менән һис килешмәй булмай. Башҡорт дәүләт университеты ойошторған сараға әҙип­тәрҙең килмәүенең сәбәбе лә асыҡ­ланды булһа кәрәк: бер ер­ҙә лә алдан иғлан булманы. Матбуғат саралары, ра­дио-теле­видение гөрләп торорға тейеш ине лә бит. Тимәк, ойоштора бел­мәйбеҙ. Киләһеһенә һабаҡ булыр.
Сара аҙағында конференция­ла ҡатна­шыусылар ете пункттан торған резолюция ҡабул итте. Беренсеһендә Шә­йехза­да Бабич­тың исемен мәңгеләш­тереү маҡ­са­тында Өфөнөң үҙәк урам­да­рының береһенә шағирҙың исемен би­реүҙе һәм баш ҡала уртаһында һәйкәл асыуҙы хәс­тәрләү тура­һында һүҙ бара. Икенсенән, Аҡ­мулла, Аксаков көндәре кеүек, йыл һайын республикала Бабич көндәре тип әҙәби байрам үт­кәреү. Әлбиттә, киң мәғлүмәт саралары был эш­тәрҙә әүҙем ҡат­нашырға, ойошторошорға те­йеш. Башҡортостан Яҙыусылар союзына биш йылға бер тапҡыр Ш. Бабичҡа арнап ғилми конференциялар уҙғарыу зарур. Хәҙер күп архив, китапхана ишектәре халыҡҡа асыҡ, шуға күрә йәш бы­уын шағирҙың ижадын өйрә­неүҙе үҙ заманы талабынан дауам итергә тейеш. Ш. Бабич­тың китаптарын ҡайтанан баҫып сығарыуҙы хәстәрләү ҙә резолю­цияның төп талаптарының бере­һе булды. Баш­ҡортостандың кү­ренекле шәхестәре тормошон, эшмәкәрлеген яҡтыртҡан “Ҡы­ҙыл Башҡортостан” тигән тари­хи-нәфис сериал булдырыу, уның тәүгеһен Шә­йех­зада Бабич ижадына арнау кәрәклеге ха­ҡын­да ла яҙылды документта. Ғө­мүмән, милләттең аҫыл заттары хаҡында пьесалар, яңы әҫәрҙәр, күмәк халыҡ өсөн тәғәйенләнгән саралар ҙа кәрәк.
Ғилми-ғәмәли конференция уңайынан Башҡорт дәүләт университеты “Шәйех­зада Бабич – мәшһүр башҡорт шағиры һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәр” тип атал­ған мәҡәләләр йыйынтығы ла әҙерләп сығарҙы. Башланғыс бар, йәмәғәтселек фекеренә ҡо­лаҡ һалып, шәхестәребеҙ менән бергә даһиҙың исемен мәң­ге­ләш­тереү эшен дауам итәйек. Тарихсылар өлгө күрһәтте, әҙип­тәр фекерен дә ишетәйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573