Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егеткә әйтер һүҙем
"Башҡорттоң ере ана ҡайҙан ҡайҙа саҡлы ятҡан..." "Беҙ Парижды алған!" "Салауат тоҡомонанбыҙ..."
Йыш ишетәбеҙ шуға оҡшаш һүҙҙәрҙе. Эйе, халҡыбыҙҙың үткәне данлы ла, шанлы ла. Ғорурланып, күкрәк киреп йөрөрлөк. Ләкин һүҙем — ата-бабаларыбыҙҙың мәңге хәтерҙән юйылмаҫ, тарих битенә уйылған үткәне тураһында түгел, ә бөгөнгө хәлебеҙ хаҡында. Аҙға ғына булһа ла, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихын ҡалдырып торайыҡ та, беҙҙең уға ниндәй өлөш индерәсәгебеҙҙе, заман китабының асылған битенә ни яҙасағыбыҙҙы барлайыҡ. Әлегә был оло йылъяҙмала тамсы ла өлөшөбөҙ юҡ, булһа ла, бик аҙ ғына икәнен аңлайыҡ.
Тыныс заманда — белем-ғилем эстәүҙә, йүнселлекте оло баҙарға алып сығыуҙа, ерҙәребеҙҙе үҙебеҙ эшкәртеүҙә, ғөмүмән, йәштәребеҙҙе ил тотҡаһы итеп тәрбиәләүҙә ҡамасаулаған сәбәптәргә туҡталайыҡ. Ят булған "ауырыуҙар"ҙың яйлап тормошобоҙға үтеп инә барыуы беҙҙе эстән кимерә, хәлһеҙ итә. Физик сәбәптәр менән бергә рухи тарҡаулыҡ, күңел бушлығы яман сиргә әйләнә бара. Ауырыуҙы дауалау өсөн дөрөҫ һығымта яһарға, дауаһын табыу хәстәрен күрергә күптән ваҡыттыр.

"Ҡаҙан"дан өҫкә һөйрәргә ваҡыт

Был ғибрәтте (көләмәс тип әйтергә тел әйләнмәй) көлдөрөргә түгел, фәһем алыр өсөн йыш һөйләйем. Уның эстәлеге шулайыраҡ: имеш, бер әҙәм тамуҡҡа эләккән. Унда өс ҙур ҡаҙанда кешеләр ҡайнай. Ҡаҙандың тәүгеһе эргәһендә бик күп һаҡсы торһа, икенсеһендә аҙыраҡ, өсөнсөһөндә бөтөнләй юҡ икән. Шул күренешкә аптыраған был әҙәм фәрештәнән сәбәбен һораған.
— Эй, бәндә, — тигән фәрештә, — тәүге ҡаҙанда йәһүдтәр ҡайнай, уларҙың береһе өҫкә ҡалҡһа, артынан башҡаларын да һөйрәй. Шуға һаҡсылар күберәк. Икенсеһендә — урыҫтар. Улары туған-тыумасаһын, дуҫ-иштәрен генә һөйрәй.
— Ә өсөнсөһөндә?
— Унда башҡорттар ҡайнай. Береһе өҫкә үрмәләй башлаһа, ҡалғандары, уның аяғына йәбешеп, шунда уҡ аҫҡа тартып төшөрә. Һаҡсының кәрәге лә юҡ...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фани тормошта ла шулайыраҡ шул. Был ауырыу беҙҙә борондан киләлер. Юҡ, Шүлгән менән Уралға ла, ханлыҡ өсөн йәнтәслим алышҡан туғандар ығы-зығыһына ла, атай малын бүлешә алмаған башҡа "ваҡ-төйәк"кә лә туҡталып тормайыҡ. Тик бер генә һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Башҡорт ере бик ҙур. Уның республика сиктәренә ингәнен генә лә машина менән көнөнә иңләп-буйлап сығырлыҡ түгел. Ә боронғолар һымаҡ ат менән... Ай-һай, хәҙер беҙҙең хәлебеҙҙән килер инеме икән — бик икеле.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, иҫ китерлек: халыҡ күпме ихтилалға күтәрелгән, күпме ир-азамат ҡырылған, ике тиҫтә йыл үтеүгә, тағы яңы башлыҡ, етәксе ҡалҡып сыҡҡан, яңы талаптар ҡуйылған, йәнә яуға күтәрелгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етәкселәрен дә, әүҙем ҡатнашыусыларын да тота барғандар, язаға тарттырғандар. Шундай һорау тыуа: Мәскәү, аҙаҡ Ҡазан, Минзәләнән ебәрелгән батша каратель отрядтары нисек итеп икһеҙ-сикһеҙ башҡорт ерендә Салауат, Бәпәнәй, Батырша, Алдарҙы, башҡа бик күп ихтилал башлыҡтарын тота алды икән? Әле лә сит-ят түгел, үҙең дә таба алмаҫ мәмерйәнән Салауатты ҡайһылай тотҡандар һуң? Барлыҡ ихтилал етәкселәрен дә тиерлек йә башҡорттан булған ярандар үҙҙәре тотоп биргән, йә тотторошҡан. Беҙгә ғәйепте башҡа халыҡтың йәлләдтәренә ташлауҙан туҡтап, күптән хаталарҙы үҙебеҙҙән эҙләргә, фәһем алырға ваҡыт.
Һүҙемде дәлилләп, тағы бер миҫал килтергем килә. Хәйер, күптәребеҙҙең башынан үткән хәлдәр ул. Тик ниңәлер, күнеккәнбеҙме, шулай булырға тейеш тип ҡабул итәбеҙме, был турала уйланып бармайбыҙ. Бәлки, өндәшмәүҙе хуп күрәбеҙҙер.
Ваҡытында төрлө өлкәгә ҡараған бер нисә ойошмала, хужалыҡта эшләргә тура килде. Улар араһында башҡорттарҙан ғына торған коллективтар ҙа булды, төрлө милләт кешеләренән торғаны ла. Шуныһына иғтибар иттем: һуңғыһында мөнәсәбәт дуҫлыҡҡа ҡоролоп, хеҙмәткәрҙәр ниндәйҙер төркөмдәргә — "групповщина"ға бүленмәгәйне. Ләкин, нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, башҡорттар ғына эшләгән коллективта төркөм-төркөм булып йәшәү, тарҡаулыҡ, тыштан ялтырап, арттан һүҙ, ошаҡ йөрөтөү үҙен нығыраҡ һиҙҙерҙе. Ул тулыша-тулыша ла һис кәрәкмәгән бер мәлдә "шартлай". Коллектив, дөйөм алғанда, халыҡтың кескәй генә тупланмаһы, килеп тыуған хәл алдында көсһөҙ ҡала. Тик аҡланыу, зарланыу, ошаҡ һәм дә алда телгә алған ғибрәт һымаҡ бер-береңде аҫҡа һөйрәү, батырыу ғына тороп ҡала. Һөҙөмтәлә ул сир тышҡа бәреп сыға, йоғошло ауырыу кеүек, тирә-яҡҡа төрлө имеш-мимеш булып тарала, арта, сүпрә һымаҡ күперә. Тарҡаулыҡтан файҙаланыусылар шунда уҡ табыла: төлкө ике әтәстең йәнтәслим һуғышҡанын ҡарап торған һымаҡ. Ҡанға батҡан әтәстәр туҙыша, һуғыша. Береһенең хәле бөтә, еңелә. Икенсеһе: "Еңдем!" — тип бар ғаләмгә оран һала. Хәлһеҙен төлкө ашай. "Уға шулай кәрәк", — ти "еңеүсе". Ләкин һуңынан сират үҙенә лә еткәнен аңламай...

Тәүҙә "йәш" тибеҙ, һуңынан ҡартайтабыҙ

Беҙҙең халыҡта "Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элер" тигән әйтем бар. Ысынлап та, күп осраҡта шулай килеп сыға ла: элегерәк ябай колхозсы бригадир булып алһа — үҙе менән бергә эшләгән кешеләрен дә танымай башлай ине, хужалыҡ рәйесе алмаш әҙерләмәй, район кимәленә сыҡһа, ауылдаштарын "онота", мәктәп уҡыусыларын юғары уҡыу йорттарына индереү, һуңынан ярҙам итеү яғын уйламай... Һөҙөмтәлә күпселек хужалыҡтарҙа етәкселәр урындан сыҡмаған. Әлбиттә, беҙҙә кадрҙар мәсьәләһе сәйәсәте лә шулайыраҡ — етәкселәрҙе ситтән килтереп ҡуйыу модала булды.
Шунан һуң халыҡ, әлеге түрәләрҙән ниҙер өмөт итеүселәр, уларҙы "кеше" итер өсөн ни эшләне һуң? Дөрөҫөрәге, бер ни ҙә. Ул меҫкен дә үҙ көсөнә генә ышанып уҡырға барып кергән, тырышып-тырмашып диплом алған, ҡайтып, йә агроном, йә зоотехник, йә инженер булған. Беребеҙ ҙә уларҙы күрмәйбеҙ, беребеҙ ҙә үҫтереү яғын ҡарамайбыҙ. "Йәш, тәжрибәһеҙ әле, шуның балаһынан буламы ни?!" — тибеҙ. Шуға ла "йәш белгес" 40-ҡа тиклем "йәш" көйөнсә ҡала килә. Аҙаҡ иһә был "йәш" кеше ҡапыл "ҡартая" — пенсияға күпме генә ҡалған, ана, йәшерәктәр эшләһен, тибеҙ. Әгәр ул берәй вазифаны "яулап" алһа, шәйләй башлайбыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағый булып китәбеҙ, өҫкәрәк күтәрелһә — теге кәрәк ине, был кәрәк ине, тип йүгерәбеҙ, теңкәһенә тейәбеҙ. Бирмәй икән, үҙен аҫҡа һөйрәй башлайбыҙ.
Бына ошо система арабыҙҙан сыҡҡан етәкселәрҙең — лидерҙарҙың аҙ булыуына китерә лә инде. Етмәһә, көнсөллөк өҫтәлә...

Ләстит, ғәйбәт

Мин бәләкәй саҡта өләсәйем гелән: "Ирҙәр ваҡланды-ы, — тип уфтана торғайны. — Элек ҡартатайыңдар улай түгел ине". Аптырай инем: ҡартатайҙар шулай ҙур кәүҙәле булғанмы икән ни, анау ағай бөгөн дә ҡайһылай оҙон, шунан да дәүерәк инеме беҙҙең олатайҙар? Улайһа, уның тиҫтерҙәре — һуғыштан иҫән ҡайтҡандар — әллә ни ҙур түгел... Тик үҫә төшөп, үҙем олатай йәшен үтеп киткәс кенә (ул 35 йәшендә һәләк булған), был ваҡланыуҙың ни икәнен аңланым. Ысынлап та, ваҡлана барабыҙ түгелме, ағай-эне? Хатта ҡатын-ҡыҙҙың да һирәктәрендә генә була торған һүҙ йөрөтөү, арттырып, булмағанды булған итеп һөйләү — ләстит, ғәйбәт һатыу һымаҡ ят күренештәр ғәҙәткә әйләнеп бара. Нилектән килеп сыға һуң ул?
Тәрбиәнән. Беҙҙе, буласаҡ мужиктарҙы, балалар баҡсаһынан алып мәктәпте тамамлағансы ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләй. Әйтергә кәрәк, "ҡыҙҙар һымаҡ аҡыллы, тәртипле" итеп. Армияла хеҙмәттәш егет булды. Турник булһа — турникка, брустар икән, уға менә йә "кәзә"не лә һикереп сыға алмай ине. Аптырап, офицерҙар: "Һин берәй ваҡыт ҡойма, өй башында йөрөнөңмө һуң?" — тип һорай торғайны. Йәлләй инем был егетте: төптән уйлап ҡараһаң, үҙе генә ғәйеплеме ни һуң шулай булғанына?
Ләстит тә, артынса уҡ эйәреп килгән ғәйбәт тә эш булмағанлыҡтан киләлер. Кемдең проблемаһы баштан ашҡан, ул кеше менән булып, ҡылынмағанды ҡылынған, эшләмәгәнде эшләгән итеп һөйләп, тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләп йөрөмәй. Кемдең эше юҡ, уның башы этлек менән тулы. Мужиктың күңелендә ғаилә, ил хәстәре булмаһа, мыжыҡҡа әйләнә.
Ләстит тә, ғәйбәт тә иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Хатта хәмер эсеү, сусҡа итен ашауға ҡарағанда ла, сөнки был хәшәрәтлек кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да бөтөрә. Әҙәм араһын бутап, ул кешенең шәхесен йәмғиәт алдында кәмһетә. Алтынға бысраҡ яҡҡандан ғына алтын булыуҙан туҡтамай, әлбиттә. Ләкин йылан телле, ағыу сәсеүсе бәндәләр юха була — ышандыра ала, ярамһаҡлана белә. Етмәһә, үҙ ғәйебен дә кешегә ташларға, бүтәндеке итеп күрһәтергә оҫтаралар.
Уйлап һөйләү, кешегә бәлә яҡмау тураһында дини китаптарҙа ла күп яҙылған, зыялыларыбыҙ ҙа байтаҡ һүҙ еткергән, васыят итеп ҡалдырған. Мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулла былай тигән:
Ир-егет, уйлап һөйләп, байҡап баҫһа —
Халыҡтың һөт өҫтөндә ул ҡаймағы.
Кеҙе ҡатын, яман тыуған тинтәк
бала —
Егеттең шунан булыр ҡартайғаны.

Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,
Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.
Күктән рәхмәт ямғыры яумайынса,
Һис ваҡытта үлән үҫеп, ер уңа алмаҫ.
Икенсе мәғрифәсебеҙ Ризаитдин бин Фәхретдин: "Жәвәмиғүл кәлим шәрхе" китабында ошоларҙы яҙа (Гәүһәр Ҡарабаева тәржемәһе, "Башҡортса дини календарь", 2000): "Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙисе: "Ҡиәмәт көнөндә гонаһы күп булған кеше — донъяла ваҡытта әһәмиәтһеҙ һүҙҙе күп һөйләүсе кешелер".
Теле арҡаһында әҙәм балаһына киләсәк хәтәрҙәр бик күп булғанлыҡтан, Рәсүл Әкрәм хәҙрәттәре (Мөхәммәт пәйғәмбәр) мөмкин тиклем телде тыйыу хаҡында өммәтен (мосолмандарҙы) иҫкәртә, юҡ һүҙ менән ғүмерен үткәрмәҫкә нәсихәт итә.
Тел үҙе бәләкәй генә булһа ла, тәьҫире ҙур. Уның арҡаһында оло ваҡиғалар сыға, әҙәм балаһының башына дәһшәтле һәләкәттәр килә, шуның өсөн Рәсүллулла хәҙрәттәре телгә хужа булырға, үлсәп һөйләргә бойорған.
Әхирәт көнөндә әҙәм балаларының теле (шулай уҡ ҡәләмдәре) сәбәпле һәләк буласаҡтары, күп мәшәҡәт күрәсәктәре һөйләнелә. Ошоларҙы белә тороп, киләсәген ҡайғыртмаһа, әҙәм балаһы кемгә үпкәләр, мазлум булыуын кемдән күрер...

Аҡланыу, зарланыу

Тормошта шундай кешеләр була, уларҙың берәй эше килеп сыҡмаһа, аҡлана башлай: бесән әҙерләмәй, малы ас ҡалһа — һауа торошо ғәйепле, баҡсаһына тауыҡ инһә — ут күршеһе, өйҙә аҙыҡ-түлек булмау сәбәпле, ҡатыны аш төрләндермәһә — хәләл ефете, ҡулына сүкеш менән һуҡһа — эргәһендә уралған балаһы, бағанаға ҡунған ҡарға...
Аҡланыу — иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе, сөнки ул эскелек һымаҡ күренеп килмәй, эстән кимерә, кешене ғаиләһе, иле, халҡы яҙмышына битараф итә. Әлеге аҡланыу тигән "ҡорт" кешенең үҙаңын тарҡата, башҡа паразитты — зарланыуҙы булдыра.
Бөгөн күбебеҙ зарлана: элекке колхозсылар – колхоздың бөтөүенә, хужалыҡтары ҡалғандар – аҡса түләмәүҙәренә, түбәгә төкөрөп ятыусылар – эш юҡлыҡҡа, етәкселәр – кешенең хеҙмәткә ҡарашы үҙгәреүенә. Ә бит бөгөн, нәҡ бөгөн халыҡтың баҙар шарттарында нисек йәшәүе, йәшәйәсәге хәл ителә. Үҙҙәренең генә түгел, балаларының да, ейән-ейәнсәрҙәренең дә...
Иҡтисади хәлебеҙҙе ҡалдырып торайыҡ та халыҡты халыҡ иткән тел мәсьәләһенә ҡайтайыҡ. Был бик сетерекле, шул уҡ ваҡытта хәл ителмәҫлек проблема ла түгел. Етмәһә, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып был йәһәттән республикала бик күп эш башҡарылды. Ләкин, дәүләт яҡлауынан тыш, уны хәл итеү өсөн үҙебеҙгә лә тырышаһы бар. Әлеге лә баяғы һәр ҡайһыбыҙҙың үҙаңына бәйле ул.
Редакцияла эшләгәс, юҡ-юҡ та шағир, яҙыусыларға, артистарға йомош төшкөләй. Теге яҡта телефон трубкаһын алалар: "Вам кого?" "Фәлән Фәләнович өйҙәме?" "Да. Пап, тебя зовут" йәки "Де-еда, к телефону". Үкенесле, әммә был — ысынбарлыҡ. Ә иң аяныслыһы: үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрҙе балаларының да, ейән-ейәнсәрҙәренең дә уҡымауы, йырҙарын тыңламауы. Был йәһәттән 30–40-тан түбәнерәк йәштәге интеллигенцияға һоҡланырға ҡала. Балаларына үҙебеҙсә исем ҡушалар, урыҫ теле менән бер рәттән туған телдәрен дә өйрәтәләр. Ниһайәт, "мин — башҡорт", тип өҙә баҫып йөрөмәһәк тә, урамдарҙа "башҡорт түгелмен" тимәҫлек булдыҡ, шикелле.
Эш, шөғөлгә килгәндә, был мәсьәлә бик сетерекле. Шуға ла тәүге мәлдәрҙә "эш юҡ", "аҡса түләмәйҙәр" һымаҡ һүҙҙәр аксиомаға әйләнгәйне. Хәҙер хәлдәр аҙ ғына булһа ла үҙгәрҙе — кеше үҙ көсөнә ышана башланы, алмашҡа заманса фекерләй алған йәштәр килде. Күптәре аҡсаны Себерҙә, башҡа тарафтарҙа ғына түгел, үҙебеҙҙә лә эшләп булғанын аңланы.
Ситкә китеүселәргә әйтер һүҙем бар: сит-ят ерҙә йөрөп, тыуған ерегеҙҙә баҙар дилбегәһен ҡулдан ысҡындырһағыҙ, таяҡҡа таянырлыҡ булып кәкрәйгәс, бөкрәйгәс, балаларығыҙ маңҡортлашҡас, илгә һеҙҙең ни кәрәгегеҙ бар? Аҡланмағыҙ: бөгөн эш урындары асырлыҡ та, йорт-ҡура төҙөрлөк тә аҡсағыҙ, көсөгөҙ етерлек. Әлегә...

Йомғаҡлау һүҙе

Бер "ҡыҙғанда" күберәк тә яҙып ташланды шикелле. Әйтер һүҙем ошонан ғына ғибәрәт: тарихтан күренеүенсә, донъялағы бик һирәк кенә ил, ҡәүем баҫҡынсылыҡ арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Күбеһе халҡының рухи яҡтан ҡыйралғаны, бер-береһен батырғаны өсөн ер йөҙөнән киткән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574