Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Белорет районының Рысыҡай ауылында йәшәгән Нәфисә Ғимранова тирә-яҡты матурлыҡҡа күмеп йәшәй

Был донъяла сәскәләр яратмаған гүзәл зат һирәктер.
Нәфисә Зариф ҡыҙы - гөлдәргә ғашиҡ уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Хаҡлы ялда булһа ла, ғүмер буйы эштән айырылмаған тынғыһыҙ ханым тик торорға яратмай - фермерлыҡ эше менән шөғөлләнеүсе ҡыҙы менән кейәүенә ярҙам итә, фермала һыйырҙар һауа. Буш ваҡытында иһә ҡул эштәре менән булырға ярата - тегә, бәйләй, милли биҙәүестәр яһай.
Әүҙем Нәфисә Зариф ҡыҙы ауылдың мәҙәниәт усағы тормошонда ҡайнарға ла ваҡыт таба, әхирәттәре менән район кимәлендәге сараларҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашалар. Конкурсантыбыҙ тормош юлдашы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә.
"Тормоштағы иң матур сәскәләрем, байлығым - балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем инде", - ти ул бәхетле йылмайып. Нәфисә Зариф ҡыҙына конкурста уңыштар теләйбеҙ, уның өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......