‎"Сәскәләргә һөйөү бала саҡтан килә"22.06.2026

Белорет районының Рысыҡай ауылында йәшәгән Нәфисә Ғимранова тирә-яҡты матурлыҡҡа күмеп йәшәй

‎"Сәскәләргә һөйөү бала саҡтан килә"

Был донъяла сәскәләр яратмаған гүзәл зат һирәктер.

Нәфисә Зариф ҡыҙы - гөлдәргә ғашиҡ уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Хаҡлы ялда булһа ла, ғүмер буйы эштән айырылмаған тынғыһыҙ ханым тик торорға яратмай - фермерлыҡ эше менән шөғөлләнеүсе ҡыҙы менән кейәүенә ярҙам итә, фермала һыйырҙар һауа. Буш ваҡытында иһә ҡул эштәре менән булырға ярата - тегә, бәйләй, милли биҙәүестәр яһай.

Әүҙем Нәфисә Зариф ҡыҙы ауылдың мәҙәниәт усағы тормошонда ҡайнарға ла ваҡыт таба, әхирәттәре менән район кимәлендәге сараларҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашалар. ‎Конкурсантыбыҙ тормош юлдашы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә.

"Тормоштағы иң матур сәскәләрем, байлығым - балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем инде", - ти ул бәхетле йылмайып. ‎Нәфисә Зариф ҡыҙына конкурста уңыштар теләйбеҙ, уның өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!



Вернуться назад