Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Бәрәңгенән нисек мул уңыш алырға?

Йыл да бәрәңгенән ҙур мул уңыш алған Фәүзиә Насированың һыналған ысулдары бар. Кәңәштәре һеҙгә лә файҙаға булыр: 

Бәрәңгенән нисек мул уңыш алырға?

–Бәрәңгене йыл һайын 10 сутый майҙанда үҫтерәбәҙ. Үҙебеҙгә лә етә, артығын һатып файҙаһын татыйбыҙ. Бәрәңге сиргә, төрлө ҡоротҡостарға бирешмәһен өсөн алдан сараһын күрәбеҙ. Мәҫәлән, ҡаты ҡорт (проволочник) зыян килтермәһен өсөн бәрәңге сәскәндә һәр төпкә бер ус самаһы көл һалабыҙ. Көлдө ҡыш дауамында йыябыҙ, һуңынан иләп файҙаланабыҙ. Көл яҡшы ашлама ла булып тора, шулай уҡ дымды яҡшы тота. Бәрәңге сәскәс, нығынып үҫеп китергә булышлыҡ итә.

Ҡаты ҡорттан ҡотолоу өсөн доломит ононоң да файҙаһын күрәбеҙ. Уны ла ҡулланабыҙ. Бер бәрәңге төбөнә бер балғалаҡ һалабыҙ. Бәрәңге ерен һөргәндә тупраҡҡа ғына һибеп ебәрергә лә мөмкин. Ҡаты ҡорт әсе тупраҡты үҙ итә, ә доломит оно тупраҡтың әселеген кәметә, ергә туҡлыҡлы ашлама ла булып тора.

2-3 йылға бер тапҡыр тупраҡҡа тиреҫ кертеп торабыҙ, тәбиғи ашламаға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Был да мул уңыш алыуға йоғонто яһай. Ике йыл элек, ямғыр күп яуғас, уңыштың сереү хәүефе ҙур ине.  Бәрәңгене  йыйып алғас, уны марганцовкалы һыуҙа йыуып, киптереп баҙға һалдыҡ. Был ысулдың да файҙаһы тейҙе, уңыш серемәне.

Автор фотоһы.

 



Автор: Резеда Шәнгәрәева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7