Йыл да бәрәңгенән ҙур мул уңыш алған Фәүзиә Насированың һыналған ысулдары бар. Кәңәштәре һеҙгә лә файҙаға булыр:

–Бәрәңгене йыл һайын 10 сутый майҙанда үҫтерәбәҙ. Үҙебеҙгә лә етә, артығын һатып файҙаһын татыйбыҙ. Бәрәңге сиргә, төрлө ҡоротҡостарға бирешмәһен өсөн алдан сараһын күрәбеҙ. Мәҫәлән, ҡаты ҡорт (проволочник) зыян килтермәһен өсөн бәрәңге сәскәндә һәр төпкә бер ус самаһы көл һалабыҙ. Көлдө ҡыш дауамында йыябыҙ, һуңынан иләп файҙаланабыҙ. Көл яҡшы ашлама ла булып тора, шулай уҡ дымды яҡшы тота. Бәрәңге сәскәс, нығынып үҫеп китергә булышлыҡ итә.
Ҡаты ҡорттан ҡотолоу өсөн доломит ононоң да файҙаһын күрәбеҙ. Уны ла ҡулланабыҙ. Бер бәрәңге төбөнә бер балғалаҡ һалабыҙ. Бәрәңге ерен һөргәндә тупраҡҡа ғына һибеп ебәрергә лә мөмкин. Ҡаты ҡорт әсе тупраҡты үҙ итә, ә доломит оно тупраҡтың әселеген кәметә, ергә туҡлыҡлы ашлама ла булып тора.
2-3 йылға бер тапҡыр тупраҡҡа тиреҫ кертеп торабыҙ, тәбиғи ашламаға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Был да мул уңыш алыуға йоғонто яһай. Ике йыл элек, ямғыр күп яуғас, уңыштың сереү хәүефе ҙур ине. Бәрәңгене йыйып алғас, уны марганцовкалы һыуҙа йыуып, киптереп баҙға һалдыҡ. Был ысулдың да файҙаһы тейҙе, уңыш серемәне.
Автор фотоһы.