Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Уңған хужабикәләр баҡсаларын шау сәскәгә күмеү өсөн бөгөндән үк эш башлай. Беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ.

Хәҙер баҡсаһында петуния үҫтермәгән кеше һирәктер. Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алыр төрлө төҫтәге был сәскәләр иртә өлгөрһөн өсөн уңған баҡсасылар уны февралдә үк ултырта. Петуния орлоҡтарын әле үк ултыртырға уйлаһағыҙ, көндәрҙең ҡыҫҡа икәнен иҫтә тотоғоҙ. Йәғни, өҫтәмә яҡтылыҡ яғын хәстәрләргә кәрәк.
Петуния орлоҡтарын дымлы тупраҡҡа һибәбеҙ, тупраҡ менән күмдермәйбеҙ. Һуңынан тартма өҫтөнә пленка ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Көн һайын полиэтиленды асып, тупрағында дым бармы-юҡмы икәнен тикшереп торорға онотмағыҙ. Һыуҙы сама менән һаҡ ҡына бөркөргә кәрәк.
Аҙна-ун көн эсендә орлоҡтар тишеп сығыр. Үҫентеләрҙә япраҡтар күренә башлауға полиэтиленды бер нисә урындан энә менән тишкеләгеҙ. Өс япраҡ сығарғас, тартма өҫтөнән пленканы алығыҙ. Әгәр ҙә үҫентеләрҙең һабағы бик ныҡ үҫеп китеп, һыныу ҡурҡынысы булһа, япраҡтарына тиклем һаҡ ҡына тупраҡ менән күмдерегеҙ.
Көҙгә тиклем баҡсағыҙҙы йәмләп шау сәскәлә ултырһын тиһәгеҙ, петунияның бер нисә япрағы күренгәс тә, һабаҡ осондағы япраҡты семетеп кенә өҙөп ташлағыҙ. Былай иткәндә, петуния тармаҡланып үҫәр. Шулай уҡ шиңгән бер сәскәһен өҙөп торһаң да, ул шау сәскәлә ултырасаҡ.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......