‎Петуния ултыртыр ваҡыт етте05.02.2026

Уңған хужабикәләр баҡсаларын шау сәскәгә күмеү өсөн бөгөндән үк эш башлай. Беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ.

‎Петуния ултыртыр ваҡыт етте

Хәҙер баҡсаһында петуния үҫтермәгән кеше һирәктер. ‎Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алыр төрлө төҫтәге был сәскәләр иртә өлгөрһөн өсөн уңған баҡсасылар уны февралдә үк ултырта. ‎Петуния орлоҡтарын әле үк ултыртырға уйлаһағыҙ, көндәрҙең ҡыҫҡа икәнен иҫтә тотоғоҙ. Йәғни, өҫтәмә яҡтылыҡ яғын хәстәрләргә кәрәк.  

‎Петуния орлоҡтарын дымлы тупраҡҡа һибәбеҙ, тупраҡ менән күмдермәйбеҙ. Һуңынан тартма өҫтөнә пленка ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Көн һайын полиэтиленды асып, тупрағында дым бармы-юҡмы икәнен тикшереп торорға онотмағыҙ. Һыуҙы сама менән һаҡ ҡына бөркөргә кәрәк.

Аҙна-ун көн эсендә орлоҡтар тишеп сығыр. Үҫентеләрҙә япраҡтар күренә башлауға полиэтиленды бер нисә урындан энә менән тишкеләгеҙ. Өс япраҡ сығарғас, тартма өҫтөнән пленканы алығыҙ. Әгәр ҙә үҫентеләрҙең һабағы бик ныҡ үҫеп китеп, һыныу ҡурҡынысы булһа, япраҡтарына тиклем һаҡ ҡына тупраҡ менән күмдерегеҙ. ‎ 

Көҙгә тиклем баҡсағыҙҙы йәмләп шау сәскәлә ултырһын тиһәгеҙ, петунияның бер нисә япрағы күренгәс тә, һабаҡ осондағы япраҡты семетеп кенә өҙөп ташлағыҙ. Былай иткәндә, петуния тармаҡланып үҫәр. Шулай уҡ шиңгән бер сәскәһен өҙөп торһаң да, ул шау сәскәлә ултырасаҡ.



Вернуться назад