Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Миндекте туңдырып һаҡлап ҡарағанығыҙ бармы?
Был алым тураһында һөйләгән танышым бына нисек эшләй...
Хәҙер һәр кемдең тиерлек өйөндә олоғара туңдырғыстар бар. Уңған хужабикәләр унда нимә генә һаҡламай! Емеш-еләген дә, май-ҡоротон да, башҡаһын да туңдырып, оҙайлы ҡыш дауамында рәхәтләнеп ҡуллана.
Ошондай туңдырғыста хатта миндекте лә туңдырып һаҡлап була. Ул кипкәненә ҡарағанда күпкә хуш еҫлерәк, шифалыраҡ булып һаҡлана икән.
Был алым тураһында һөйләгән танышым бына нисек эшләй: ҡайын миндеген яҡшы итеп бәйләгәс, әйбер төрә торған пленкаға ныҡ итеп ҡыҫып урай. Һөҙөмтәлә артыҡ күп урын алмаған йомарлам (төргәк) килеп сыға. Әлбиттә, әллә ни күп тә эшләмәйҙәр, өс-дүрт дана ғына, ти. Уның ҡарауы, ҡышҡыһын бер нисә тапҡыр яңы өҙөп алған ише хуш еҫле ҡайын миндеге менән сабынып алалар икән.
Миндек төргәген туңдырғыстан алғас, үҙ яйына иретергә һәм мунсала йылымыс һыу менән сайырға ғына кәрәк - йәм-йәшел япраҡлы миндек әҙер!
Фото: Ләлә Рафиҡованың фотоархивынан.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......