Миндекте туңдырып һаҡлап ҡарағанығыҙ бармы?31.07.2025
Миндекте туңдырып һаҡлап ҡарағанығыҙ бармы?

Миндекте туңдырып һаҡлап ҡарағанығыҙ бармы?

Был алым тураһында һөйләгән танышым бына нисек эшләй... 

Хәҙер һәр кемдең тиерлек өйөндә олоғара туңдырғыстар бар. Уңған хужабикәләр унда нимә генә һаҡламай! Емеш-еләген дә, май-ҡоротон да, башҡаһын да туңдырып, оҙайлы ҡыш дауамында рәхәтләнеп ҡуллана. 


Ошондай туңдырғыста хатта миндекте лә туңдырып һаҡлап була. Ул кипкәненә ҡарағанда күпкә хуш еҫлерәк, шифалыраҡ булып һаҡлана икән. 


Был алым тураһында һөйләгән танышым бына нисек эшләй: ҡайын миндеген яҡшы итеп бәйләгәс, әйбер төрә торған пленкаға ныҡ итеп ҡыҫып урай. Һөҙөмтәлә артыҡ күп урын алмаған йомарлам (төргәк) килеп сыға. Әлбиттә, әллә ни күп тә эшләмәйҙәр, өс-дүрт дана ғына, ти. Уның ҡарауы, ҡышҡыһын бер нисә тапҡыр  яңы өҙөп алған ише хуш еҫле ҡайын миндеге менән сабынып алалар икән. 


Миндек төргәген туңдырғыстан алғас, үҙ яйына иретергә һәм мунсала йылымыс һыу менән сайырға ғына кәрәк - йәм-йәшел япраҡлы миндек әҙер! 


Фото: Ләлә Рафиҡованың фотоархивынан. 



Вернуться назад