Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Гөлфиназ хризантеманы нисек үҫтерә?
Гөлфиназ хризантеманы нисек үҫтерә?

Гөлфиназ хризантеманы нисек үҫтерә?

Ултыртҡан урыны ла, ашламаһы ла мөһим икән
 

Ишембай районының Ишәй ауылынан Гөлфиназ Ильясованың ҡулдары алтын. Нимәгә тотонһа ла, эше уңмай ҡалмай. Хризантемалар үҫтереүҙең дә оҫтаһы ул. Уның ихатаһында был сәскәнең ниндәй генә төҫлөһөн күрмәҫһең. Гәзит уҡыусыларына үҙенең серҙәре менән дә бүлеште.


-Һуңғы ваҡыт хризантеманың шар формаһындағы күп сәскәле  мультифлора төрөн үҫтереү менән мауығам. Дүртенсе йыл ошо төрөн үрсетәм. Был сәскә тураһында күп нәмә белдем. Сәскә матур йомро булып үҫһен өсөн ултыртҡанда ҡояшлы урын һайларға кәрәк. Яҙын һыу йыйылып ятмаған, аҙ ғына ҡалҡыуыраҡ урын булһа, тамырҙарының һаҡланыуы, уңышлы ҡышлау өсөн яҡшы. Яҙын һыу бер иретеп, бер туңдыра икән, ҡар иреп бөткәнсе улар серей. Ултыртҡас та, 10 көндән һуң сәскә нығынып үҫеп китһен өсөн азотлы ашлама һибергә кәрәк. Мин 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы аммиак селитраһы ҡулланам. Сәскә атыр алдынан июль аҙаҡтарында, төҫтәре сағыу булһын өсөн монокалий фосфат һибеп ебәрәм. Ерҙә матурлыҡ тыуҙырған сәскәләрҙе яратырға кәрәк, шул ваҡытта улар һеҙгә ә шулай яуап бирәсәк, - ти сәскә үҫтереү оҫтаһы.


Ҡышын һаҡлауға тышта ла , теплицала ла ҡалдыра. Өйҙә 5-6 градуслы ҡараңғы һалҡын урында ла тоторға мөмкин.


Фотолар Гөлфиназ Ильясованыҡы.


 


 


 



Автор: Резеда Шәнгәрәева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә