Гөлфиназ хризантеманы нисек үҫтерә?
Ултыртҡан урыны ла, ашламаһы ла мөһим икән
Ишембай районының Ишәй ауылынан Гөлфиназ Ильясованың ҡулдары алтын. Нимәгә тотонһа ла, эше уңмай ҡалмай. Хризантемалар үҫтереүҙең дә оҫтаһы ул. Уның ихатаһында был сәскәнең ниндәй генә төҫлөһөн күрмәҫһең. Гәзит уҡыусыларына үҙенең серҙәре менән дә бүлеште.
-Һуңғы ваҡыт хризантеманың шар формаһындағы күп сәскәле мультифлора төрөн үҫтереү менән мауығам. Дүртенсе йыл ошо төрөн үрсетәм. Был сәскә тураһында күп нәмә белдем. Сәскә матур йомро булып үҫһен өсөн ултыртҡанда ҡояшлы урын һайларға кәрәк. Яҙын һыу йыйылып ятмаған, аҙ ғына ҡалҡыуыраҡ урын булһа, тамырҙарының һаҡланыуы, уңышлы ҡышлау өсөн яҡшы. Яҙын һыу бер иретеп, бер туңдыра икән, ҡар иреп бөткәнсе улар серей. Ултыртҡас та, 10 көндән һуң сәскә нығынып үҫеп китһен өсөн азотлы ашлама һибергә кәрәк. Мин 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы аммиак селитраһы ҡулланам. Сәскә атыр алдынан июль аҙаҡтарында, төҫтәре сағыу булһын өсөн монокалий фосфат һибеп ебәрәм. Ерҙә матурлыҡ тыуҙырған сәскәләрҙе яратырға кәрәк, шул ваҡытта улар һеҙгә ә шулай яуап бирәсәк, - ти сәскә үҫтереү оҫтаһы.
Ҡышын һаҡлауға тышта ла , теплицала ла ҡалдыра. Өйҙә 5-6 градуслы ҡараңғы һалҡын урында ла тоторға мөмкин.
Фотолар Гөлфиназ Ильясованыҡы.