Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Картуф ҡабығын ташламағыҙ!
Картуф ҡабығын ташламағыҙ!

Картуф ҡабығын ташламағыҙ!

Картуф ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ. Ул мунса мөрйәһен шәп таҙарта. Өҫтәүенә, бына тигән ашлама була ала. 

Картуф ҡабығында крахмал күп. Ул емеш ағастарына айырыуса кәрәкле. Мәҫәлән, картуф ҡабығын ашлама булараҡ ҡулланып, ҡарағаттың емешен сейә тиклем итергә мөмкин. Бының өсөн картуф ҡабығын киптереп, йыйып барығыҙ. Ҡышҡыһын ҡабыҡты йылытыу батареяһы янында киптереп, туҡыманан эшләнгән тоҡ йәки сумкала һаҡларға мөмкин.


Ҡоро ҡабыҡты йомшартылған ергә таратып һалып күмегеҙ, мәҫәлән, шул уҡ ҡарағат ҡыуағы төптәренә. Йәки төнәтмә эшләгеҙ: кипкән ҡабыҡ өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм  һыуынғас, ҡарағат ҡыуағы өҫтөнә һибегеҙ.


Картуф ҡабығын кәбеҫтә менән ҡыяр ҙа ярата. Үҫентеләрҙе ултыртҡанда соҡорға аҙ ғына онталған ҡабыҡ һибеп ебәрһәгеҙ, гөрләп үҫеп, уңыш биреү өсөн тәбиғи ашлама булыр.  


Шулай уҡ кипкән картуф ҡабығын төтөн юлын, мунса торбаһын ҡоромдан таҙартыу өсөн дә ҡулланалар. Бының өсөн утын янып бөтөп күмерләнгәс, ҡыҙыу күмер өҫтөнә ҡоро ҡабыҡты ташлағыҙ. 


Автор коллажы. 



Автор: Гөлдәр Яҡшығолова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр

Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр 15.09.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып эре ҡырғыстан сығарабыҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 1

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 1

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 1

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 1

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә