Картуф ҡабығын ташламағыҙ!
Картуф ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ. Ул мунса мөрйәһен шәп таҙарта. Өҫтәүенә, бына тигән ашлама була ала.
Картуф ҡабығында крахмал күп. Ул емеш ағастарына айырыуса кәрәкле. Мәҫәлән, картуф ҡабығын ашлама булараҡ ҡулланып, ҡарағаттың емешен сейә тиклем итергә мөмкин. Бының өсөн картуф ҡабығын киптереп, йыйып барығыҙ. Ҡышҡыһын ҡабыҡты йылытыу батареяһы янында киптереп, туҡыманан эшләнгән тоҡ йәки сумкала һаҡларға мөмкин.
Ҡоро ҡабыҡты йомшартылған ергә таратып һалып күмегеҙ, мәҫәлән, шул уҡ ҡарағат ҡыуағы төптәренә. Йәки төнәтмә эшләгеҙ: кипкән ҡабыҡ өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм һыуынғас, ҡарағат ҡыуағы өҫтөнә һибегеҙ.
Картуф ҡабығын кәбеҫтә менән ҡыяр ҙа ярата. Үҫентеләрҙе ултыртҡанда соҡорға аҙ ғына онталған ҡабыҡ һибеп ебәрһәгеҙ, гөрләп үҫеп, уңыш биреү өсөн тәбиғи ашлама булыр.
Шулай уҡ кипкән картуф ҡабығын төтөн юлын, мунса торбаһын ҡоромдан таҙартыу өсөн дә ҡулланалар. Бының өсөн утын янып бөтөп күмерләнгәс, ҡыҙыу күмер өҫтөнә ҡоро ҡабыҡты ташлағыҙ.
Автор коллажы.