Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Еңел генә кәбеҫтә тоҙлау рецебы
Еңел генә кәбеҫтә тоҙлау рецебы

Еңел генә кәбеҫтә тоҙлау рецебы

Фәүзиә апай нимә кәңәш итә?

Күптәр баҡсаларынан кәбеҫтә уңышы йыйып алып, уңған хужабикәләр уны тоҙлауға керешкәндер. Ишембай районының Смаҡай ауылынан баҡса, аш-һыу оҫтаһы Фәүзиә Насирова еңел генә итеп башҡарыла торған ике төрлө  рецепт менән уртаҡлашты.


– Өс литрлыҡ банкаға кәбеҫтәне турап тултырып,  өҫтөнә ике аш ҡалағы тоҙ һалам. Әлбиттә, унда сама менән кишерҙе лә өҫтәйем.  Аҙаҡ һалҡын һыу ҡоям. Шуны бүлмә температураһында ҡалдырам. Икенсе көнөнә тоҙло һыуҙы һауытҡа түгеп, шуға ике  аш ҡалағы бал иретеп һалам һәм  ҡабат банкаға ҡоям.


Тоҙло кәбеҫтәне һыуытҡыста һаҡлайым. Былтыр алты банка тоҙлағайным, йыл буйы бик тәмле итеп ашаныҡ.


Йәнә бер тиҙ генә эшләнә торған рецепт кәңәш итәм. Ул хатта икенсе көнгә әҙер була. Өс килограмм кәбеҫтә, өс баш һарымһаҡ, ике кишер алам. Һарымһаҡты блендерҙа ваҡлайым, кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәм, кәбеҫтәне лә ваҡлайым. Тоҙло һыу өсөн 1,5 литр һыу, 1 стакан шәкәр, ике аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы кәрәк.


Әҙерләнгән тоҙло һыуҙы ҡайнатып сығарғас, ярты стакандан әҙерәк йәки 110 мл тирәһе 9 процентлы аш һеркәһе ҡушам, биш лавр япрағы, борсаҡлы ҡара борос ҡушам. Ун минут тирәһе ҡайнатҡас, борос, лавр япрағын алып ташлайым. Әҙерләнгән тоҙло һыуҙы кәбеҫтәгә ҡоям.


Тәүҙә айырым табаҡҡа эшләйем, аҙаҡ банкаларға тултырам.  Тоҙло кәбеҫтәне һыуытҡыста һаҡлайым, – тип һөйләне Фәүзиә апай.


Был рецептты беҙ ҙә һынап ҡарайыҡ әле.


Фото: Фәүзиә Насированыҡы.


 



Автор: Резеда Шәнгәрәева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә