Еңел генә кәбеҫтә тоҙлау рецебы
Фәүзиә апай нимә кәңәш итә?
Күптәр баҡсаларынан кәбеҫтә уңышы йыйып алып, уңған хужабикәләр уны тоҙлауға керешкәндер. Ишембай районының Смаҡай ауылынан баҡса, аш-һыу оҫтаһы Фәүзиә Насирова еңел генә итеп башҡарыла торған ике төрлө рецепт менән уртаҡлашты.
– Өс литрлыҡ банкаға кәбеҫтәне турап тултырып, өҫтөнә ике аш ҡалағы тоҙ һалам. Әлбиттә, унда сама менән кишерҙе лә өҫтәйем. Аҙаҡ һалҡын һыу ҡоям. Шуны бүлмә температураһында ҡалдырам. Икенсе көнөнә тоҙло һыуҙы һауытҡа түгеп, шуға ике аш ҡалағы бал иретеп һалам һәм ҡабат банкаға ҡоям.
Тоҙло кәбеҫтәне һыуытҡыста һаҡлайым. Былтыр алты банка тоҙлағайным, йыл буйы бик тәмле итеп ашаныҡ.
Йәнә бер тиҙ генә эшләнә торған рецепт кәңәш итәм. Ул хатта икенсе көнгә әҙер була. Өс килограмм кәбеҫтә, өс баш һарымһаҡ, ике кишер алам. Һарымһаҡты блендерҙа ваҡлайым, кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәм, кәбеҫтәне лә ваҡлайым. Тоҙло һыу өсөн 1,5 литр һыу, 1 стакан шәкәр, ике аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы кәрәк.
Әҙерләнгән тоҙло һыуҙы ҡайнатып сығарғас, ярты стакандан әҙерәк йәки 110 мл тирәһе 9 процентлы аш һеркәһе ҡушам, биш лавр япрағы, борсаҡлы ҡара борос ҡушам. Ун минут тирәһе ҡайнатҡас, борос, лавр япрағын алып ташлайым. Әҙерләнгән тоҙло һыуҙы кәбеҫтәгә ҡоям.
Тәүҙә айырым табаҡҡа эшләйем, аҙаҡ банкаларға тултырам. Тоҙло кәбеҫтәне һыуытҡыста һаҡлайым, – тип һөйләне Фәүзиә апай.
Был рецептты беҙ ҙә һынап ҡарайыҡ әле.
Фото: Фәүзиә Насированыҡы.