Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Һаҡлының һағы ятыр
Һаҡлының һағы ятырТормош үҙе ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙы, хужабикәләрҙе һаҡсыллыҡҡа, әйберҙең, ризыҡтың ҡәҙерен белергә, йәғни “юҡтан бар яһарға” өйрәтә. Әлеге яҙма ла гүзәл заттар өсөн файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.


Хәҙер кибеттәрҙә күп кенә ризыҡ­тар пластик һауыттарҙа һатыла: ҡаймаҡ, эремсек, май булһынмы, һәр төрлө турамалар тиһеңме. Яңыраҡ бер танышым: “Пластик һауыттар, ҡаптар менән сүп-сар биҙрәһе тула ла ҡуя”, – тип һөйләп торғайны. Бына шуларға “икенсе ғүмер бирергә”, йәғни бик уңайлы ҡулланырға була бит. Мин, мәҫәлән, ҡоротто самалап тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ҡаймаҡ йә эремсектән ҡалған пластик һауыттарҙа һаҡлайым. Кәрәк сағында туңдырғыстан берәүһен генә сығараһың да иретеп ҡулланаһың.
Бындай һауыттар йәшелсә, емеш-еләк һаҡлау өсөн дә уңайлы. Сөгөлдөрҙө бешереп тә, сей килеш тә ҡырғыстан үткәреп туңдырам. Кишерҙе сей килеш йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турап әҙерләйем. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш. Көҙгөһөн салат эшләп, тоҙлап арыһам, хатта помидорҙы ла туңдырам. Балалар пицца ярата, уны бешергәндә туңған помидор бик тә ярап ҡала. Сығарыу менән бер минутҡа эҫе һыуға тығып алһаң, тышы шунда уҡ һыҙырылып төшә. Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, бәләкәй пластик шешәләргә ҡойоп та туңдырырға мөмкин. Бындай шыйыҡ варианты ит, балыҡ, макарон кеүек ризыҡтарҙы әҙерлә­гәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала. Ғөмүмән, йәшелсә, еләк-емештең ҡайһыһын булһа ла туңдырырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ризыҡтарҙы туңдырып һаҡлау уларҙағы файҙалы матдә­ләрҙе, витаминдарҙы юғалтмауҙың иң отошло ысулы икән.
Бына тағы нимәләрҙе туңдырам һәм уларҙы нисек файҙаланам:
* Алманы турап, шыптыр ҡап­тарға бүлеп һалам. Туң емеште табала бер аҙ ҡыҙҙырып, һыуын кип­тереп, аҙ ғына шәкәр өҫтәһәң, бәлеш өсөн тәмле эслек килеп сыға. Бәшмәкте лә шулай һаҡлайым.
* Борсаҡты йәшел сағында йыйып туң­дырам. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән кар­туф, макарон ризыҡтары янына ҡу­шып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
* Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
* Ҡамырҙы артығыраҡ баҫһам, уны ла туңдырғысҡа оҙатам. Кәрәк сағында сығарып иретһәң, бик тә ярап ҡала. Туңған әсе ҡамырҙы бүл­мә температураһында мотлаҡ бер тапҡыр булһа ла ҡабартып алырға кәрәк, шул саҡта ул яңы ба­ҫылға­нынан айырылмай тиерлек. Сөсөһө иреү менән ҡулланыуға ярай.
* Ҡышҡыһын ит мул саҡта, табында бешкәне ҡалһа, уны ла шулай һаҡлайым. Йыйылып китһә, иретеп, ит турағыс аша тарттырып, картуф йә дөгө ҡушып, бәлеш бешерәм.
* Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалам. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай. Әммә уны иретмәйем, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
* Йәшел тәмләткестәрҙән укроп, петрушканы турап туңдырам. Уларҙы киптереп һаҡларға ла мөмкин. Ә бына йәшел һуғанды туңдырмайым, сөнки төҫөн үҙгәртеү сәбәпле, йәме булмай.
* Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.
Бына шулай, теләк булғанда, һәр нәмәне һаҡсыл ҡулланырға, күпсе­лек ризыҡты витаминдарын, файҙа­лы матдәләрен юҡҡа сығармайынса, туңдырып һаҡларға мөмкин.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә