Тормош үҙе ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙы, хужабикәләрҙе һаҡсыллыҡҡа, әйберҙең, ризыҡтың ҡәҙерен белергә, йәғни “юҡтан бар яһарға” өйрәтә. Әлеге яҙма ла гүзәл заттар өсөн файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.Хәҙер кибеттәрҙә күп кенә ризыҡтар пластик һауыттарҙа һатыла: ҡаймаҡ, эремсек, май булһынмы, һәр төрлө турамалар тиһеңме. Яңыраҡ бер танышым: “Пластик һауыттар, ҡаптар менән сүп-сар биҙрәһе тула ла ҡуя”, – тип һөйләп торғайны. Бына шуларға “икенсе ғүмер бирергә”, йәғни бик уңайлы ҡулланырға була бит. Мин, мәҫәлән, ҡоротто самалап тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ҡаймаҡ йә эремсектән ҡалған пластик һауыттарҙа һаҡлайым. Кәрәк сағында туңдырғыстан берәүһен генә сығараһың да иретеп ҡулланаһың.
Бындай һауыттар йәшелсә, емеш-еләк һаҡлау өсөн дә уңайлы. Сөгөлдөрҙө бешереп тә, сей килеш тә ҡырғыстан үткәреп туңдырам. Кишерҙе сей килеш йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турап әҙерләйем. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш. Көҙгөһөн салат эшләп, тоҙлап арыһам, хатта помидорҙы ла туңдырам. Балалар пицца ярата, уны бешергәндә туңған помидор бик тә ярап ҡала. Сығарыу менән бер минутҡа эҫе һыуға тығып алһаң, тышы шунда уҡ һыҙырылып төшә. Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, бәләкәй пластик шешәләргә ҡойоп та туңдырырға мөмкин. Бындай шыйыҡ варианты ит, балыҡ, макарон кеүек ризыҡтарҙы әҙерләгәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала. Ғөмүмән, йәшелсә, еләк-емештең ҡайһыһын булһа ла туңдырырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ризыҡтарҙы туңдырып һаҡлау уларҙағы файҙалы матдәләрҙе, витаминдарҙы юғалтмауҙың иң отошло ысулы икән.
Бына тағы нимәләрҙе туңдырам һәм уларҙы нисек файҙаланам:
* Алманы турап, шыптыр ҡаптарға бүлеп һалам. Туң емеште табала бер аҙ ҡыҙҙырып, һыуын киптереп, аҙ ғына шәкәр өҫтәһәң, бәлеш өсөн тәмле эслек килеп сыға. Бәшмәкте лә шулай һаҡлайым.
* Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырам. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
* Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
* Ҡамырҙы артығыраҡ баҫһам, уны ла туңдырғысҡа оҙатам. Кәрәк сағында сығарып иретһәң, бик тә ярап ҡала. Туңған әсе ҡамырҙы бүлмә температураһында мотлаҡ бер тапҡыр булһа ла ҡабартып алырға кәрәк, шул саҡта ул яңы баҫылғанынан айырылмай тиерлек. Сөсөһө иреү менән ҡулланыуға ярай.
* Ҡышҡыһын ит мул саҡта, табында бешкәне ҡалһа, уны ла шулай һаҡлайым. Йыйылып китһә, иретеп, ит турағыс аша тарттырып, картуф йә дөгө ҡушып, бәлеш бешерәм.
* Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалам. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай. Әммә уны иретмәйем, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
* Йәшел тәмләткестәрҙән укроп, петрушканы турап туңдырам. Уларҙы киптереп һаҡларға ла мөмкин. Ә бына йәшел һуғанды туңдырмайым, сөнки төҫөн үҙгәртеү сәбәпле, йәме булмай.
* Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.
Бына шулай, теләк булғанда, һәр нәмәне һаҡсыл ҡулланырға, күпселек ризыҡты витаминдарын, файҙалы матдәләрен юҡҡа сығармайынса, туңдырып һаҡларға мөмкин.