Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Тәбиғи ризыҡ ашайым тиһәң…
Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, ҡоротҡостарға ҡаршы инсектицидлы үҫемлектәрҙе уңышлы файҙаланып була. Тик һәр төрлө ҡоротҡосҡа үҙенә генә хас булған ағыулы үҫемлектәрҙе һайлап ала белергә кәрәк.

Тәмәке һәм эзбиз төнәтмәһе – һуған себененә ҡаршы көслө препарат. Тәмәке ҡушылған эзбизды яҙ һуған түтәленә һибәләр (бер квадрат метрға 20 грамм).

Тәмәке төнәтмәһе – һут һурыусы беттәргә, бөрсәләргә һәм башҡа япраҡ кимереүсе ваҡ ҡорттарға ҡаршы һәйбәт төнәтмә. 10 литр һыуға 400 грамм тәмәке һалып, бер тәүлек төнәтәләр ҙә бер сәғәт ҡайнаталар, һиптерер алдынан марля аша һөҙәләр. 1:1 нисбәтендә һыу ҡушҡас, 40 грамм кер һабыны һалып иҙәләр ҙә һиптерәләр.

Меңъяпраҡ төнәтмәһе һут һурыусы ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланыла. 800 грамм меңъяпраҡ үҫемлеге алына, уға ҡайнар һыу ҡойола, бер сәғәт тотола, һигеҙ литр йылы һыу өҫтәлә. Бер тәүлек үткәс, марля аша һөҙөлә һәм һут һурғыс беттәргә, талпандарға, япраҡ кимереүсе ваҡ ҡоротҡос­тарға ҡаршы һибәләр.

Күгәргән һалам йәки бесән оно ысыҡ ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланыла. Йыш ҡына был ауырыуҙан ҡыяр, ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын үҫентеләре ыҙа сигә. Япраҡ өҫтөндә онтаҡлы аҡ таптар күренә башлағас та, бер килограмм күгәргән һалам йәки бесән алына, уға өс литр һыу ҡойоп, өс тәүлек төнәтелә. Һөҙөп алғас, өс өлөш һыу өҫтәйҙәр ҙә ауырыу үҫентегә һибәләр.

Көл ҡатыш тәмәке. Кәбеҫтә, шалҡан, редис шытымдары күрен­гәс тә, йәш үҫентеләрҙе бөрсә йонсота башлай, япраҡтарын тишкеләп бөтөрә. 1:1 нисбәтендә тәмәке ҡушылған көл һипһәгеҙ, ҡоротҡостар юҡҡа сығыр.

Кәбеҫтә себене ҡарышлауыҡ­тары үҫентенең тамырын кимереп юҡҡа сығара. Ҡоротҡостан ҡото­лайым тиһәгеҙ, рәттәр араһына сельдерей ултыртығыҙ. Кәбеҫтә үҫентеһен бейек итеп күмһәгеҙ, өҫтәмә тамырҙар хасил булыр, ауырыуға бирешмәҫ, эре башлы булып үҫер. Бер өлөш нафталинға һигеҙ өлөш ҡом ҡушып, үҫентеләр тирәһенә һипһәгеҙ, кәбеҫтә себене яҡын килмәҫ.

Картуф һабағы төнәтмәһе беткә һәм талпанға ҡаршы файҙаланыла. Ике-дүрт килограмм картуф һабағын ваҡлайҙар ҙа өс сәғәт төнәтеп, һиптерәләр.

Помидор һабағы төнәтмәһе бет, талпан, кәбеҫтә күбәләгенә ҡаршы ҡулланыла. Дүрт килограмм йәшел помидор һабағын 10 литр һыуҙа ярты сәғәт ҡайнаталар ҙа, марля аша үткәреп, быяла бан­каларға һалып, тын сыҡмаҫлыҡ итеп ҡаплап ҡуялар. Ҡоротҡостар зыян килтерә башлағас та ике литр төнәтмәгә 10 литр һыу, 30 грамм кер һабыны ҡушып һиптерәләр.

Һарымһаҡ төнәтмәһе беткә, талпанға ҡаршы файҙаланыла. 100-150 грамм һарымһаҡты ит турағыс аша үткәреп, 10 литр һыуҙа болғатып, марля аша һөҙөп, ауырыу үҫемлектәргә һибәләр. Был эш ике-өс тапҡыр башҡарыла.

Әрем төнәтмәһе – япраҡ кимереү­селәргә ҡаршы төнәтмә. Бер килограмм әремде һыуға һалып, 15 минут ҡайнатып, марля аша һөҙәләр ҙә, 10 литр һыу өҫтәп, ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр. Әрем төнәтмәһенә ҡош тиҙәге ҡушһаң, һөҙөмтәһе тағы ла яҡшыраҡ була. Бер килограмм ҡош тиҙәге аҙ ғына һыуҙа ике тәүлек төнәтелә. Марля аша һөҙөлә. Уға әрем төнәтмәһен ҡушалар ҙа 10 литр һыу өҫтәйҙәр.

Һуған төнәтмәһен ҡыяр үрмәксеһе, талпаны, беткә ҡаршы файҙаланалар. Бер биҙрә һуған ҡабығына ике биҙрә ҡайнар һыу ҡушып, ике тәүлек төнәтәләр, марля аша һөҙөп алғас, ике өлөш һыу ҡушалар ҙа һиптерәләр.

Дегәнәк төнәтмәһен кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы ҡулланалар. Туралған дегәнәк япрағын биҙрәнең өстән бер өлөшөнә тиклем тултыралар ҙа өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡоялар. Бер тәүлек төнәтеп, марля аша һөҙгәс, кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы һибәләр.

Иҫкәрмә: ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы ағыулы химикаттарҙы, үлән төнәтмәләрен һиптергәндә, көн елһеҙ һәм ямғырһыҙ булырға тейеш. Препараттарҙы иртәле-кисле файҙаланыу хәйерле. Тәүге мәртәбә һипкәндә һөҙөмтәһе аҙ булһа, ике-өс тапҡыр эшкәртергә мөмкин, ул ваҡытта төнәтмәгә үләнде күберәк һалырға кәрәк.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә