Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Көрәкһеҙ картуф сәсеп буламы?
Көрәкһеҙ картуф сәсеп буламы?Картуфты һалам аҫтына һалып үҫтереү хәҙер баҡсасылар өсөн яңылыҡ та түгел шикелле. Быға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бай баҡса” тапшырыуын алып барғанда бер нисә районда, атап әйткәндә, Балтаста һәм Көйөргәҙелә үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ.

Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары педагог Зилиә Әхмәтгәрәева етәкселегендә бер нисә йыл ошо ысул буйынса тәжрибә үткәрә, рефераттар, докладтар яҙып, ғилми эштәре менән республикала уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференция­ларҙа ҡатнаша. Беҙ унда иртә яҙҙан картуф сәскән саҡта булдыҡ һәм уңыштың һөҙөмтәһен күрергә көҙ барҙыҡ.
Ни өсөн был ысулға мөрәжәғәт итә һуң морапталдар? Ырымбурға сиктәш булараҡ, ҡыуан елдәр һәм ҡоролоҡ картуфты үҫтереүгә кире йоғонто яһай икән. Һалам аҫтына һалып ҡуйыуҙың иһә уңышҡа ыңғай тәьҫире ҙур. Беренсенән, ерҙе ҡаҙып ыҙаланырға түгел, билдәле бер ара ҡалдырып, таяҡ менән төртөп соҡор яһап ҡына китергә лә мөмкин. Хатта быны эшләмәй, картуфты ерҙең өҫтөнә генә һалырға ла ярай. Бер нисә рәттән һуң өҫтөнә 10-15 сантиметр ҡалынлығында һалам һалып сығалар. Тотош майҙандағы эш тамамланғас, шланг менән һыу һибәләр.
Был ысулдың икенсе һәйбәт яғы: ерҙе сүптән утарға һәм, өсөнсөнән, күмергә лә кәрәкмәй. Һалам аҫтындағы йылынан шытып сыҡҡан картуф ысыҡ һыуын эсеп, рәхәтләнеп үҫә. Дүртенсе уңайлы яғы – уңыш йыйыр ваҡыт еткәс, ерҙе ҡаҙып ыҙаланаһы юҡ: һаламды ситкәрәк этеп шылдыраһың да өҫтә генә ятҡан картуфтарҙы йыйып алаһың. Ер аҫтында ятмағас, улар тупраҡлы булмай, ҡоро һәм таҙа килеш һаҡлана. Ҙур-ҙур картуфтарҙы үлсәп ҡарағайныҡ, уларҙың ауырлығы 600, хатта 700 грамдан ашыу булды. Һалам аҙаҡ ерҙә ятып ҡала, сереп ашламаға әйләнә. Киләһе яҙ иһә бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ ошо уҡ эш ҡабатлана.
Картуф баҡсаһына етерлек һаламды ҡайҙан табырға һуң, тиер ҡайһы берәүҙәр. Фермерҙарҙың элекке йылдарҙан ҡалған, төккә уралған артыҡ һаламдарын һорап алырға мөмкин. Инде ул да булмаһа, үҙегеҙҙең хужалыҡтағы иҫке бесән дә ярай.
Ҡайһы бер баҡсасылар яңы ерҙе нисек эшкәртергә тип борсола. Һөрөргә лә, ҡаҙырға ла кәңәш итмәй бәғзе тәжрибәлеләр. Яңы ергә әлеге ысул менән картуф ултыртыуҙы хуп күрәләр. Уларҙың араһы – 60, ә рәттәрҙеке 40 сантиметр булыуы һәйбәт. Бындай ысул менән ултыртылған картуф ғәҙәттәге ерҙә үҫкәндәгегә ҡарағанда, бәлки, һуңыраҡ сығыр, әммә барыбер тегеләрҙе ҡыуып етәсәк. Һалам йәки бесәнде әҙерәк һалһаң, ҡояш нурҙары үтеп инеп, уны йәшәртеүе мөмкин. Был – бер. Икенсенән, йоҡа ҡатлам аша сүп үләндәренең күпләп сығыуы ихтимал. Был иһә картуфтың эреләнеүенә ҡамасаулаясаҡ. Шуға бесән менән һалам баҫылһа, өҫтәп һалып тороу хәйерле.
Баҡсасылар төрлө тәжрибә яһауға әүәҫ. Картуфты көрәкһеҙ, физик көстө артыҡ ҡулланмайынса һалам аҫтында үҫтереп ҡараусылар ҙа табылыр, бәлки. Тәүге йылда, әгәр шикләнһәгеҙ, бер нисә рәтте генә шундай ысул менән сәсеп ҡарарға мөмкин. Әгәр уңыш ҡыуандырһа, картуфты артабан да ошо юл менән үҫтерә алаһығыҙ.

Көйөргәҙе районы,
Мораптал ауылы.


Автор: З. МӘҺӘҘИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә