Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Май ҡуңыҙы ялҡытһа...
Көндәр йылынып, ағастар япраҡҡа бөрөләнә башлау менән баҡсаларҙа май ҡуңыҙҙары күренә башлай. Оҙонлоғо өс сантиметрға еткән был ҡоротҡос ҡара ҡорһаҡлы, ҡыҙғылт-һары һыҙатлы төҫтә, мыйыҡлы.

Бөжәктәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн уның хаҡында бер аҙ белергә кәрәк. Май ҡуңыҙының ҡарышлауығы тупраҡта дүрт-биш йыл үҫешә. Өлкәндәре апрель-май айҙарында оса башлай һәм ағас япраҡтары менән туҡлана. Һуңынан 10-15 сантиметр тәрәнлектә инәләре йомортҡа һала. 20-40 көндән күкәйҙәрҙән ҡарышлауыҡтар хасил була. Улар тиреҫ, нәҙек тамырҙар менән туҡлана. Ҡыштан һуң ҡарышлауыҡтар эреләнә башлай һәм үҫемлектең йыуаныраҡ тамырҙарын да кимереп зарарлайҙар.
Май ҡуңыҙы һалҡынды ныҡ яратмай — һауа торошо хатта өс градустан һалҡын булғанда уның ҡарышлауыҡтары һәләк була. Ҡуңыҙҙар тиреҫ өйөмөндә ҡышларға ярата, яҙын уны барлыҡ баҡсаға тараталар. Июнь айында, ҡорттар йомортҡа һалғанда, өйөмдө пленка менән ныҡлы ҡаплағыҙ. Әгәр ҡарышлауыҡтар уға йыйылып өлгөргән булһа, тиреҫте тоҡтарға тултырып, ҡышҡылыҡҡа ҡалдырығыҙ.
Яҙын ерҙе ҡаҙғанда ҡарышлауыҡтарҙы йыйып алығыҙ. Ерҙе ҡаҙа башлар алдынан тупраҡҡа ваҡланған йомортҡа тышын һибегеҙ — ҡорттар уны яратмай. Йәнә ҡарышлауыҡтарҙы киң һауытҡа йыйып, күренеп торған урынға ҡуйығыҙ. Был ҡоштарҙы баҡсаға йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә.
Баҡсаға тауыҡтарҙы ла сығарырға мөмкин, сөнки улар май ҡуңыҙҙары менән һыйланырға ярата. Тағы баҡса тирәһенә сыйырсыҡ оялары элеп ҡуйыу ҙа файҙалы буласаҡ. Ҡоштар бала сығарғанда себештәрен туйындырыу өсөн һигеҙ мең самаһы май ҡуңыҙы ҡарышлауығын юҡ итә.
Баҡсала аҡтамырҙың үрсеүенә юл ҡуйырға ярамай — ул ҡорттарҙы йәлеп итә. Иң һәйбәте — уның өсөн ағыулы һаналған люпин, клевер йәки башҡа ҡуҙаҡлы культуралар ултыртыу кәрәк. Улар ерҙә азот туп­лай, ә был матдә бөжәктәргә оҡшамай.
Ҡоротҡостарҙы эзбиз менән дә кәметергә мөмкин. Әгәр үҫентеләр май ҡуңыҙы ҡарышлауыҡтары менән зарарланған булһа, уларҙы ҡаҙып алып, яңынан ултыртығыҙ. Былай эшләү мөмкин булмаһа, һуған ҡабығынан эшләнгән төнәтмә менән ҡойондороғоҙ. 10 литр һыуға 100 грамм һуған ҡабығы һалырға. Уны өс-дүрт көн ултыртығыҙ. Шулай уҡ әрем, керән, редис япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә