Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Тәҙрә үҙен “йыуа”
Тәҙрә үҙен “йыуа”Хәҙер ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла “евротәҙрә” тип аталған, тәүҙә Европала етештерелгән, әле үҙебеҙҙә лә киң ҡулланылған тәҙрә ҡуя башланылар. Күптәрҙең улар тураһында белгеһе килә. Бөгөн һүҙебеҙ ошо хаҡта.


Беҙҙә етештерелгән тәҙрә яҡшымы, әллә сит илдәге­һе­ме? Айырма юҡ, ти бел­гес­тәр, сөнки беҙҙә лә эшләргә өйрән­деләр. Иң мөһиме — шымартылған быялалы, йәғни М1 маркалы булһын, ти улар. Ундайҙар эске яҡ­лап тышты “боҙмайынса” күрһәтеүе менән өҫтөнлөклө. Йылылыҡты һаҡлауға килгәндә иһә “1-быяла” һәм “К-быяла” тигәненә етеүселәр юҡ икән. Был бигерәк тә коттедждар өсөн отошло. Ундай быялаларҙы көмөш тоҙ­ҙа­рынан яһал­ған мах­сус “туҙан” менән ҡап­лай­ҙар. Кө­мөш туҙан йылылыҡты эскә үткәрә, ә бына тышҡа сы­ғармай тота. Белгестәр әй­те­үенсә, йылылыҡ тулҡы­нының 90 проценты кире өй эсе­нә ҡайта. Сағыштырып ҡарағыҙ: өс ябай быяланан торған ике камералы тәҙрә бер ябай быяланан торған бер камералы тәҙрәнән “һыуы­ғы­раҡ”. Ә хаҡтарҙа айырма бик ҙур түгел. Шу­ны­һы ла бар: әле беҙ һөйләгән тәҙ­рә­ләр­ҙе та­уыш булмаған ерҙә, йәғни ҡала­нан ситтә генә ҡуйырға мөмкин.
Ҡалала нисә камералы “пакет” ҡуйырға мөмкин? Беҙ­ҙең һауа шарттарында өс быя­ланан торған ике камералы тәҙрә ҡуя­лар. Ул өйҙә йылылыҡты ла яҡшы тота, тыштағы тауышты ла үткәрмәй.
Тәҙрәләрҙең айырым исемдәре, йәғни “ҡу­шаматтары” ла барлыҡҡа килгән икән. Мәҫәлән, “беруши”, “охранники”, “шпионы”. “Беруши”ҙың төп маҡсаты — тыштағы тауышты өй эсенә үткәрмәү. Уныһын ҡала ерендә, машиналар тауышы тынғы­лыҡ бирмәгән урында ҡуялар. Тауышты тыш­ҡы быяланың ҡалынлығын арттырып, йәғни тағы ла ябай быяла өҫтәтеп, быялалар араһын киңәйтеп кәметеп була. Белгес­тәргә заказ биргән саҡта уларҙы был турала иҫкәртергә генә кәрәк.
“Охранники”ҙың һаҡлағыс япмалары һуғы­лыу­ҙан һаҡлай. Уның төрөнә ҡарап, ул ҡул менән һуғыуҙан алып пуля тейеүгә тиклем күп нәмәнән һаҡларға мөмкин. Япма төрө юғарыраҡ маркалы булған һайын ҡиммәтерәк тә. Бындай тәҙрәләр фатир бурҙарынан һаҡланыу өсөн ҡулай. Шуға ла байыраҡ кешеләр коттедждарына ошондайҙы ҡуйыуҙы хуп күрә.
“Шпион”дар. Был тәҙрә ҡараңғы­ла­тыл­ған быяланан тора. Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, фатирҙы йәйге ҡояш нурынан һаҡлау өсөн ҡулланалар. Махсус “көҙгө” быялалар ҙа була: тыштан өй эсе күренмәй, эс­тән аҙ ғына томанлы бу­лып тыш яҡ кү­ре­неп тора. Ҡояш нурынан һаҡлаған бындай тәҙрәләр ябайҙарынан 20 – 40 процент­ҡа ҡиммәтерәк тора.
Әйткәндәй, “үҙ-үҙен йыуған” тәҙрәләр ҙә бар. Тик улар әле Рәсәй баҙарына ныҡ­лап килеп ет­мәгән, сөнки бик ҡиммәт. Донъя буйынса тәү­ҙә тик Германияла ғына бер йортҡа ҡуйыл­ған­дар. Был киләсәк быуын тәҙрәһе тиман оксиды­нан яһалған махсус “туҙан” менән ҡапланған икән. Тәҙрәләге бысраҡты “кире ҡағып” тора, имеш. Ям­ғыр яуып үтеү менән ул ял­тырап китә, ти, хатта ту­ҙан­дың, быс­раҡ­тың әҫәре лә ҡалмай.
Бына шулай, йәмәғәт, донъяның тәҙрә баҙары шунан ғибәрәт: кеше хәҙер тәҙрә йыуырға ла иренә башланымы, әллә алға барыуыбыҙ ошомо? Һәр хәлдә беҙҙең ауыл­дарға ла заманса тәҙ­рәләр үтеп инә башланы. Кем әйт­мешләй, яңылыҡты ҡул­дан ысҡындырмайыҡ, үҙебеҙ­ҙең ағас­тан яһалған тәбиғи тәҙрә рамдарын да онот­майыҡ.


Автор: Т. МУСИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә