Хәҙер ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла “евротәҙрә” тип аталған, тәүҙә Европала етештерелгән, әле үҙебеҙҙә лә киң ҡулланылған тәҙрә ҡуя башланылар. Күптәрҙең улар тураһында белгеһе килә. Бөгөн һүҙебеҙ ошо хаҡта. Беҙҙә етештерелгән тәҙрә яҡшымы, әллә сит илдәгеһеме? Айырма юҡ, ти белгестәр, сөнки беҙҙә лә эшләргә өйрәнделәр. Иң мөһиме — шымартылған быялалы, йәғни М1 маркалы булһын, ти улар. Ундайҙар эске яҡлап тышты “боҙмайынса” күрһәтеүе менән өҫтөнлөклө. Йылылыҡты һаҡлауға килгәндә иһә “1-быяла” һәм “К-быяла” тигәненә етеүселәр юҡ икән. Был бигерәк тә коттедждар өсөн отошло. Ундай быялаларҙы көмөш тоҙҙарынан яһалған махсус “туҙан” менән ҡаплайҙар. Көмөш туҙан йылылыҡты эскә үткәрә, ә бына тышҡа сығармай тота. Белгестәр әйтеүенсә, йылылыҡ тулҡынының 90 проценты кире өй эсенә ҡайта. Сағыштырып ҡарағыҙ: өс ябай быяланан торған ике камералы тәҙрә бер ябай быяланан торған бер камералы тәҙрәнән “һыуығыраҡ”. Ә хаҡтарҙа айырма бик ҙур түгел. Шуныһы ла бар: әле беҙ һөйләгән тәҙрәләрҙе тауыш булмаған ерҙә, йәғни ҡаланан ситтә генә ҡуйырға мөмкин.
Ҡалала нисә камералы “пакет” ҡуйырға мөмкин? Беҙҙең һауа шарттарында өс быяланан торған ике камералы тәҙрә ҡуялар. Ул өйҙә йылылыҡты ла яҡшы тота, тыштағы тауышты ла үткәрмәй.
Тәҙрәләрҙең айырым исемдәре, йәғни “ҡушаматтары” ла барлыҡҡа килгән икән. Мәҫәлән, “беруши”, “охранники”, “шпионы”. “Беруши”ҙың төп маҡсаты — тыштағы тауышты өй эсенә үткәрмәү. Уныһын ҡала ерендә, машиналар тауышы тынғылыҡ бирмәгән урында ҡуялар. Тауышты тышҡы быяланың ҡалынлығын арттырып, йәғни тағы ла ябай быяла өҫтәтеп, быялалар араһын киңәйтеп кәметеп була. Белгестәргә заказ биргән саҡта уларҙы был турала иҫкәртергә генә кәрәк.
“Охранники”ҙың һаҡлағыс япмалары һуғылыуҙан һаҡлай. Уның төрөнә ҡарап, ул ҡул менән һуғыуҙан алып пуля тейеүгә тиклем күп нәмәнән һаҡларға мөмкин. Япма төрө юғарыраҡ маркалы булған һайын ҡиммәтерәк тә. Бындай тәҙрәләр фатир бурҙарынан һаҡланыу өсөн ҡулай. Шуға ла байыраҡ кешеләр коттедждарына ошондайҙы ҡуйыуҙы хуп күрә.
“Шпион”дар. Был тәҙрә ҡараңғылатылған быяланан тора. Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, фатирҙы йәйге ҡояш нурынан һаҡлау өсөн ҡулланалар. Махсус “көҙгө” быялалар ҙа була: тыштан өй эсе күренмәй, эстән аҙ ғына томанлы булып тыш яҡ күренеп тора. Ҡояш нурынан һаҡлаған бындай тәҙрәләр ябайҙарынан 20 – 40 процентҡа ҡиммәтерәк тора.
Әйткәндәй, “үҙ-үҙен йыуған” тәҙрәләр ҙә бар. Тик улар әле Рәсәй баҙарына ныҡлап килеп етмәгән, сөнки бик ҡиммәт. Донъя буйынса тәүҙә тик Германияла ғына бер йортҡа ҡуйылғандар. Был киләсәк быуын тәҙрәһе тиман оксидынан яһалған махсус “туҙан” менән ҡапланған икән. Тәҙрәләге бысраҡты “кире ҡағып” тора, имеш. Ямғыр яуып үтеү менән ул ялтырап китә, ти, хатта туҙандың, бысраҡтың әҫәре лә ҡалмай.
Бына шулай, йәмәғәт, донъяның тәҙрә баҙары шунан ғибәрәт: кеше хәҙер тәҙрә йыуырға ла иренә башланымы, әллә алға барыуыбыҙ ошомо? Һәр хәлдә беҙҙең ауылдарға ла заманса тәҙрәләр үтеп инә башланы. Кем әйтмешләй, яңылыҡты ҡулдан ысҡындырмайыҡ, үҙебеҙҙең ағастан яһалған тәбиғи тәҙрә рамдарын да онотмайыҡ.