Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сәнскеле лә, файҙалы ла, матур ҙа
Сәнскеле лә, файҙалы ла, матур ҙа Беҙҙең яҡтарҙа энәлек (боярышник) йылға буйҙарында, тау үҙәктәрендә, һирәк үҫкән урман ситтәрендә осрай. Май-июнь айҙарында сәскә ата, емешен август-сентябрь айҙарында йыялар. Уны дунала, еҙәй, ҡамыр ашы тип тә атайҙар. Был матур ағастың бейеклеге тәбиғи шартҡа бәйле 0,5—4 метрға етә. Хәҙер баҡсала ла үҫтерәләр. Ике яҡтан йөнтәҫ ҡуйы йәшел япраҡлы, ҡыҙғылт-һоро ботаҡлы, уҡмаш аҡ сәскәле, ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт-һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағасы.

Киптерелгән (50 градустан артмаҫҡа тейеш) сәскәләре, япраҡтары, емештәре медицинала йөрәк ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла. Энәлек емештәрендә холин, ацетилхолин, фруктоза, тритерпин кислотаһы бар. Е витаминына бай, башҡа төрлө еләк-емештән файҙалылығы яғынан күпкә юғары тора. Баш мейеһенең ҡан әйләнешен яҡ­шырта. Уның майы менән бешкән урындарҙы, тамаҡ ауырыуҙарын, күп ятып тишелгән тән яраларын дауалайҙар. Эсәк һәм ашҡаҙан ауырыуҙарын йәки операциянан һуң дөйөм хәлде яҡшыртыу өсөн уның һуты, емештәре тәҡдим ителә. Ревматизмдан, подагранан интеккәндәргә япрағын ҡулланыу шифалы. Орлоҡтары эсте йомшарта. Косметикала ла яҡшы. Әммә үткер холецистит, панкреатит һәм эс китеүҙән яфаланыусы­ларға уны ҡулланырға ярамай. Барлыҡ осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү урынлы.
Энәлектең ағасына килгәндә, “тере ҡойма — кәртә” булараҡ ултыртыусылар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, матурлығы ла бар, файҙаһы ла бик ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә