Беҙҙең яҡтарҙа энәлек (боярышник) йылға буйҙарында, тау үҙәктәрендә, һирәк үҫкән урман ситтәрендә осрай. Май-июнь айҙарында сәскә ата, емешен август-сентябрь айҙарында йыялар. Уны дунала, еҙәй, ҡамыр ашы тип тә атайҙар. Был матур ағастың бейеклеге тәбиғи шартҡа бәйле 0,5—4 метрға етә. Хәҙер баҡсала ла үҫтерәләр. Ике яҡтан йөнтәҫ ҡуйы йәшел япраҡлы, ҡыҙғылт-һоро ботаҡлы, уҡмаш аҡ сәскәле, ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт-һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағасы.Киптерелгән (50 градустан артмаҫҡа тейеш) сәскәләре, япраҡтары, емештәре медицинала йөрәк ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла. Энәлек емештәрендә холин, ацетилхолин, фруктоза, тритерпин кислотаһы бар. Е витаминына бай, башҡа төрлө еләк-емештән файҙалылығы яғынан күпкә юғары тора. Баш мейеһенең ҡан әйләнешен яҡшырта. Уның майы менән бешкән урындарҙы, тамаҡ ауырыуҙарын, күп ятып тишелгән тән яраларын дауалайҙар. Эсәк һәм ашҡаҙан ауырыуҙарын йәки операциянан һуң дөйөм хәлде яҡшыртыу өсөн уның һуты, емештәре тәҡдим ителә. Ревматизмдан, подагранан интеккәндәргә япрағын ҡулланыу шифалы. Орлоҡтары эсте йомшарта. Косметикала ла яҡшы. Әммә үткер холецистит, панкреатит һәм эс китеүҙән яфаланыусыларға уны ҡулланырға ярамай. Барлыҡ осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү урынлы.
Энәлектең ағасына килгәндә, “тере ҡойма — кәртә” булараҡ ултыртыусылар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, матурлығы ла бар, файҙаһы ла бик ҙур.