Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Төҫтөң дә көсө бар
Төҫтөң дә көсө барШвеция ғалимдары шуны асыҡлаған: кукуруз, персик һәм ҡабаҡтағы һары пигмент — лютеин организмдағы хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә ҡаршы тороуға һәләтле икән. Әле баҡсала уңыш йыйыу осоро. Төрлө төҫтәге йәшелсә-емештең тағы ниндәй файҙаһы барлығын билдәләйек.
Ҡыҙыл төҫтәге еләк, сөгөлдөр, помидор, редис, борос, һуған, алма йәшәү көсө һәм энергия бирә. Уларҙа антиоксиданттар һәм С витамины бар. Йөрәк-ҡан тамыр­ҙарын нығыта, холестерин төйөндәре барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә, яман шештең үҫешен баҫа, ҡартайыуҙы кисектерә.
Йәнә шуға ла иғтибар итергә кәрәк: ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә-емеште аллергиянан, юғары ҡан баҫымынан интеккәндәргә, ҡуҙғып барған кешеләргә һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.
Һары һәм һарғылт төҫтәге бөтә цитрустарҙа, персик, ҡауын, өрөк, хөрмә, кишер, ҡабаҡ, бороста С витамины, бета-каротин, пектин, антиоксиданттар күп. Әле һанап үткән аҙыҡтар күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итә, тирене ҡоротмай, йөрәк һәм иммун системаларын көсәйтә, яман шеш үҫеү хәүефен кәметә, аш һеңдереү юлдары һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, лимфосистеманы әүҙемләштерә.
Һары төҫ кәйефте һәм аппетитты күтәрә, гармонияла йәшәргә ярҙам итә.
Аҡ төҫтәге йәшелсәләргә һарымһаҡ, һуған, картуф, аҡ ҡауын, пастернак, сельдерей һәм петрушка тамырҙары, кәбеҫтә һәм аҡ спаржа инә. Шулар араһынан иң файҙалылары — тыштан ҡара, эстән аҡтары. Был йәшелсәләр тынысландырыу көсөнә эйә, иммун системаһын нығыта, кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға ярҙам итә. Бауырҙы токсиндарҙан таҙарта, тиренең һау-сәләмәт булыуына йоғонто яһай. Уларҙағы кверцетин тигән матдә сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтенә эйә.
Йәшел төҫтәге киви, авокадо, лайм, артишок, спаржа, ҡыяҡлы тәмләткестәр, ташҡабаҡ, борсаҡ, алма, виноградта лютеин, кальций кеүек күп витаминдар бар. Улар күреү һәләтен, һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытыуға, бауырға ярҙам итә. Был йәшелсә-емеш составындағы хлорофилл организмға етди йоғонто яһай, токсиндарҙы сығара, насар холестериндың кимәлен кәметә, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала, бактериялы инфекцияларҙан һаҡлай, организмды тонуста тоторға булышлыҡ итә.
Фиолет төҫтәге ҡара ҡарағат, көртмәле, виноград, слива, баклажан, картуф, ҡара борос, ҡара һәм күк бөрлөгәндең аллергияға ҡаршы тороу көсө бар. Бетанидин тигән матдә Е витаминын үҙләштерергә ярҙам итә. Ә ул тире һәм сәсте яҡшыртып, организмды йәшәртеү һәләтенә эйә. Был витамин айырыуса ауырлы ҡатындарға кәрәк. Шулай ҙа был йәшелсә-емеш менән һағыраҡ булыу талап ителә — аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Йәнә бер үҙенсәлеге: ҡайһы бер ауырыуҙарҙа организмда һыуҙы тотҡарлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә