Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Йәйен кинән, ҡышты хәстәрлә
Йәйен кинән, ҡышты хәстәрләҒәжәйеп икра

Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша үткәрергә. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәргә, үҫемлек майында ҡыҙҙырылған ваҡ ҡына һуғандарҙы һалырға. Буталған ҡатнашмаларҙы ярты литрлы банкаларға һалырға (3/4). Өҫтөнә ҡайнар томат соусы ҡойоп, ярты сәғәт стерилләгәс, банкаларҙы ҡапларға.
Томат соусы өсөн бешкән ҡыҙыл помидорҙар 20 минут быҡтырыла һәм иләк аша үткәрелә. Эҫе ҡатнашмаға тәмләп лавр япрағы, бөртөклө борос, ваҡланған йәшел тәмләткес үләндәр, һарымһаҡ, шәкәр, тоҙ һалып, 2-3 минут бешерергә.


Салат

4 килограмм ҡыяр, 100 грамм укроп, 100 грамм петрушка, 5 баш һуған, 1 татлы борос, 120 грамм тоҙ, 1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы, 1 стакан үҫемлек майы алына. Йәшелсәләрҙе турап, тоҙ, һеркә, үҫемлек майы һалып бутарға, 1-2 сәғәт тоторға. Литрлы банкалар төбөнә 1-2 лавр япрағы, 4-6 бөртөк борос төшөрөп, ҡатнашманы һалып, 15 минут стерилләгәс, ябып ҡуйырға.

Борос салаты

3 килограмм татлы борос, 300 грамм кишер, 300 грамм һуған, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, тоҙ алына.
Боросто, һуғанды балдаҡлап, кишерҙе түңәрәкләп турарға ла, тоҙ, шәкәр, май, һеркә, һыу һалып бутап, ҡайнау хәленә еткерергә, 10-15 минут бешерергә, стерилләгәс, банкаларға һалып, ҡаплап ҡуйырға.

Көҙгө салат

3 килограмм кәбеҫтә, 2-шәр килограмм һуған, помидор һәм ҡыяр, 1,5-шәр килограмм татлы борос менән кишер, 200 грамм һарымһаҡ; һәр банкаға 2-шәр аш ҡалағы үҫемлек майы, 1-әр аш ҡалағы аш һеркәһе, 1-әр лавр япрағы, тоҙ, борос алына.
Йәшелсәләрҙе ваҡлап турап, яҡшылап болғатырға ла тығыҙ итеп 1 литрлы банкаларға тултырырға, һәр банкаға тоҙ, үҫемлек майы, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалырға. Банкаларҙы ярты сәғәт стерилләйҙәр.

Ҡыҙыл салат

1 килограмм татлы ҡыҙыл борос, 1-әр килограмм кишер менән һуған, 2 килограмм помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 грамм шәкәр, 100 грамм 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ алына.
Боросто һаламлап, һуғанды дүңгәләкләп, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турайҙар, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.

Кавказ салаты

5 килограмм баклажан, 2-шәр һарымһаҡ, һуған, кишер, алма, татлы борос алына. Соус өсөн 2 литр томат һуты, 1-әр стакан аш һеркәһе һәм үҫемлек майы, ярты стакан тоҙ кәрәк.
Соусҡа һалаһы бөтә нәмәне ҡушып бутап, баклажандан башҡа йәшелсәләрҙе ваҡлап ҡушып, ҡайнау хәленә еткерергә. Шуға шаҡмаҡлап туралған баклажан һалып, 45 минут бешерергә лә стерилләнгән банкаларға тултырырға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә