Ғәжәйеп икра
Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша үткәрергә. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәргә, үҫемлек майында ҡыҙҙырылған ваҡ ҡына һуғандарҙы һалырға. Буталған ҡатнашмаларҙы ярты литрлы банкаларға һалырға (3/4). Өҫтөнә ҡайнар томат соусы ҡойоп, ярты сәғәт стерилләгәс, банкаларҙы ҡапларға.
Томат соусы өсөн бешкән ҡыҙыл помидорҙар 20 минут быҡтырыла һәм иләк аша үткәрелә. Эҫе ҡатнашмаға тәмләп лавр япрағы, бөртөклө борос, ваҡланған йәшел тәмләткес үләндәр, һарымһаҡ, шәкәр, тоҙ һалып, 2-3 минут бешерергә.Салат4 килограмм ҡыяр, 100 грамм укроп, 100 грамм петрушка, 5 баш һуған, 1 татлы борос, 120 грамм тоҙ, 1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы, 1 стакан үҫемлек майы алына. Йәшелсәләрҙе турап, тоҙ, һеркә, үҫемлек майы һалып бутарға, 1-2 сәғәт тоторға. Литрлы банкалар төбөнә 1-2 лавр япрағы, 4-6 бөртөк борос төшөрөп, ҡатнашманы һалып, 15 минут стерилләгәс, ябып ҡуйырға.
Борос салаты3 килограмм татлы борос, 300 грамм кишер, 300 грамм һуған, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, тоҙ алына.
Боросто, һуғанды балдаҡлап, кишерҙе түңәрәкләп турарға ла, тоҙ, шәкәр, май, һеркә, һыу һалып бутап, ҡайнау хәленә еткерергә, 10-15 минут бешерергә, стерилләгәс, банкаларға һалып, ҡаплап ҡуйырға.
Көҙгө салат3 килограмм кәбеҫтә, 2-шәр килограмм һуған, помидор һәм ҡыяр, 1,5-шәр килограмм татлы борос менән кишер, 200 грамм һарымһаҡ; һәр банкаға 2-шәр аш ҡалағы үҫемлек майы, 1-әр аш ҡалағы аш һеркәһе, 1-әр лавр япрағы, тоҙ, борос алына.
Йәшелсәләрҙе ваҡлап турап, яҡшылап болғатырға ла тығыҙ итеп 1 литрлы банкаларға тултырырға, һәр банкаға тоҙ, үҫемлек майы, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалырға. Банкаларҙы ярты сәғәт стерилләйҙәр.
Ҡыҙыл салат
1 килограмм татлы ҡыҙыл борос, 1-әр килограмм кишер менән һуған, 2 килограмм помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 грамм шәкәр, 100 грамм 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ алына.
Боросто һаламлап, һуғанды дүңгәләкләп, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турайҙар, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.
Кавказ салаты5 килограмм баклажан, 2-шәр һарымһаҡ, һуған, кишер, алма, татлы борос алына. Соус өсөн 2 литр томат һуты, 1-әр стакан аш һеркәһе һәм үҫемлек майы, ярты стакан тоҙ кәрәк.
Соусҡа һалаһы бөтә нәмәне ҡушып бутап, баклажандан башҡа йәшелсәләрҙе ваҡлап ҡушып, ҡайнау хәленә еткерергә. Шуға шаҡмаҡлап туралған баклажан һалып, 45 минут бешерергә лә стерилләнгән банкаларға тултырырға.