Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Үреп ҡуйырға була
Үреп ҡуйырға була Һарымһаҡты ваҡытында алһаң, һәйбәт һаҡлана. Орлоҡҡа ебәрелгән һабағы туп-тура торһа, ҡаҙып алырға мәл еткән тигәнде аңлата. Ерҙә оҙағыраҡ ятһа, һарымһаҡтың бүлкәләре еңел бүленә башлай. Ә был оҙаҡ һаҡлауға бармай.


Ваҡытында алып, тейешенсә кип­тергәс, сепрәк тоҡсайҙарға һалып стенаға йәки түбәгә элергә мөмкин. Оҫта баҡсасылар һарымһаҡты ла һуған шикелле үреп ҡуя. Бигерәк матур була ул, алып тотонорға ла яйлы.
Тағы ниндәй ысулдар бармы? Ҡайһы берәүҙәр һарымһаҡтың башын иретел­гән парафинға тығып ала. Был осраҡта ул ныҡ оҙаҡ һаҡлана. Йәшелсә торған урын йылы булһа, шытып та китеүе ихтимал. Ундай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн тамырын утта көйҙөрөп алырға кәрәк.
Баҡсасылар араһында яңыраҡ һарымһаҡты һаҡлауҙың тағы бер ысулы хаҡында белдек. Ҡағыҙ йәки ҡатырға йәшниккә аш тоҙон йәйеп һалаһың да шунда рәт-рәт итеп һарымһаҡтарҙы төп яғы менән теҙеп сығаһың. Өҫтөнә тағы тоҙ һибәһең. Шунан йәнә һарымһаҡ­тарҙы һалаһың. Өс рәт булғас, һаҡлай торған урынға ҡуяһың. Бындай осраҡта уларға хатта йылы өйҙә лә бер нәмә лә булмай икән.
Тағы бер баҡсасының һөйләгәндәре лә ҡыҙыҡлы тойолдо, әммә шулай уҡ ул ысул да тикшереүҙе талап итәлер, моғайын. Көҙ көнө ергә сәсеп бөтөлмә­гән һарымһаҡты хужабикә онотоп баҡса өйөндә ҡалдырған. Яҙ килгәс ҡараһа, бер нәмә лә булмаған: туңмаған да, бына тигән һаҡланған. Әгәр шулай итергә уйлаһағыҙ, барыбер йылы әйбергә төрөп ҡалдырырға кәңәш итер инек, сөнки ҡыштың нисек килерен белеп булмай. Унан һуң һәр кешенең баҡса өйө лә төрлөсә бит.
Инде лә һаҡлауға ҡалдырырға ярамаған һарымһаҡтар менән ни эшләр­гә, тиһегеҙме? Ниндәй генә салатҡа йәки тоҙлаған йәшелсәгә файҙаланмай­быҙ икән уны! Ә бүлкәләре айырылып торғандарын, таҙартып, төрлө ҙурлыҡ­тағы банкаларға тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы һалып һаҡларға мөм­кин. Шулай иткәндә ике ҡуян ҡойроғон тоторһоғоҙ: һарымһаҡты боҙолоуҙан һаҡларһығыҙ, май ҙа үҙенсәлекле тәмгә эйә булыр.
Олатай-өләсәйҙәр ҡулланған йәнә бер ысулды ла әйтеп китеү кәрәктер. Борондан һарымһаҡтарҙы, таҙартып, он араһына һалып ҡалдырғандар. Һарымһаҡтар үҙҙәре һәйбәт һаҡланып ҡына ҡалмай, онға ҡорт төшөүҙән дә яҡшы сара булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә