Һарымһаҡты ваҡытында алһаң, һәйбәт һаҡлана. Орлоҡҡа ебәрелгән һабағы туп-тура торһа, ҡаҙып алырға мәл еткән тигәнде аңлата. Ерҙә оҙағыраҡ ятһа, һарымһаҡтың бүлкәләре еңел бүленә башлай. Ә был оҙаҡ һаҡлауға бармай.
Ваҡытында алып, тейешенсә киптергәс, сепрәк тоҡсайҙарға һалып стенаға йәки түбәгә элергә мөмкин. Оҫта баҡсасылар һарымһаҡты ла һуған шикелле үреп ҡуя. Бигерәк матур була ул, алып тотонорға ла яйлы.
Тағы ниндәй ысулдар бармы? Ҡайһы берәүҙәр һарымһаҡтың башын иретелгән парафинға тығып ала. Был осраҡта ул ныҡ оҙаҡ һаҡлана. Йәшелсә торған урын йылы булһа, шытып та китеүе ихтимал. Ундай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн тамырын утта көйҙөрөп алырға кәрәк.
Баҡсасылар араһында яңыраҡ һарымһаҡты һаҡлауҙың тағы бер ысулы хаҡында белдек. Ҡағыҙ йәки ҡатырға йәшниккә аш тоҙон йәйеп һалаһың да шунда рәт-рәт итеп һарымһаҡтарҙы төп яғы менән теҙеп сығаһың. Өҫтөнә тағы тоҙ һибәһең. Шунан йәнә һарымһаҡтарҙы һалаһың. Өс рәт булғас, һаҡлай торған урынға ҡуяһың. Бындай осраҡта уларға хатта йылы өйҙә лә бер нәмә лә булмай икән.
Тағы бер баҡсасының һөйләгәндәре лә ҡыҙыҡлы тойолдо, әммә шулай уҡ ул ысул да тикшереүҙе талап итәлер, моғайын. Көҙ көнө ергә сәсеп бөтөлмәгән һарымһаҡты хужабикә онотоп баҡса өйөндә ҡалдырған. Яҙ килгәс ҡараһа, бер нәмә лә булмаған: туңмаған да, бына тигән һаҡланған. Әгәр шулай итергә уйлаһағыҙ, барыбер йылы әйбергә төрөп ҡалдырырға кәңәш итер инек, сөнки ҡыштың нисек килерен белеп булмай. Унан һуң һәр кешенең баҡса өйө лә төрлөсә бит.
Инде лә һаҡлауға ҡалдырырға ярамаған һарымһаҡтар менән ни эшләргә, тиһегеҙме? Ниндәй генә салатҡа йәки тоҙлаған йәшелсәгә файҙаланмайбыҙ икән уны! Ә бүлкәләре айырылып торғандарын, таҙартып, төрлө ҙурлыҡтағы банкаларға тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы һалып һаҡларға мөмкин. Шулай иткәндә ике ҡуян ҡойроғон тоторһоғоҙ: һарымһаҡты боҙолоуҙан һаҡларһығыҙ, май ҙа үҙенсәлекле тәмгә эйә булыр.
Олатай-өләсәйҙәр ҡулланған йәнә бер ысулды ла әйтеп китеү кәрәктер. Борондан һарымһаҡтарҙы, таҙартып, он араһына һалып ҡалдырғандар. Һарымһаҡтар үҙҙәре һәйбәт һаҡланып ҡына ҡалмай, онға ҡорт төшөүҙән дә яҡшы сара булып тора.