Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Өс бер туған – ныҡлы таған
Өс бер туған –  ныҡлы таған Бейек, ғорур тауҙар, мөһабәт ҡаялар менән дан тотҡан һоҡланғыс төбәктә үҙҙәренең гүзәллек батшалығын булдырған апалы-ҡустылы Баязитовтар. Игеҙәктәр Инзирә менән Нурзилә, кинйә Ислам күптән түгел баҡсаларында төрлө һындар эшләп, сағыу буяуҙар ярҙамында әкиәт донъяһы яһай башлаған.


Яҙғыһын атай кеше баҡсала пластик шешәләрҙән пальма эшләргә тәҡдим итә. “Уның өсөн күпме буш һауыт кәрәк буласаҡ, ҡасан йыйып бөтөрбөҙ икән?” – тип балалар уйға ҡала. “Шешәләр яйлап туплана торор, быйылға баҡсабыҙҙы икенсе ысулдар менән йәмләндерәйек”, –тип килешә Инзирә, Нурзилә һәм Ислам.
Эш күпләп сәскә орлоҡтары йыйыуҙан башлана. Ислам атаһы менән баҡса кәртәләрен яңырта, ҡайһыһын тәпәшәйтә, ҡайһылыр урынын киңәйтә тигәндәй. Игеҙәктәр иһә ваҡытты бушҡа уҙғармай – Интернеттан төрлө идеялар, өлгөләр эҙләү менән мәшғүл. Ниһайәт, ижадҡа юл һалына. Тәүгеһен эшләгәс, әлбиттә, ҡомар, ҡыҙыҡһыныу уяна, икенсегә тотонғо килә.
– Иң башта сәскәләр үҫеп ултырған тәгәрмәстәрҙе сағыу төҫтәргә буяп сыҡтыҡ. Тотонорға яраҡһыҙ табаҡ-мискәләрҙе лә эшкә ектек, уларҙан “бәшмәк”тәр булдыр­ҙыҡ, ҡыуанып, йылмайып ултырған һауыттар барлыҡҡа килде. Төҫ ныҡлы һаҡланһын өсөн эмаль ҡулланабыҙ, – ти Инзирә.
Быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған Ислам да ҡул эштәре менән ихлас мауыға. Йорт ихатаһындағы сағыу эскәмйә, сәскәләр өсөн ҡатлы “кәштә” – егеттең тәүге ижад һәм хеҙмәт емештәре.
Яңыраҡ ҡына киңәйтелеп пәйҙә булған баҡсала яһалма күл, уның буйында ике аҡҡош, Ҡояш апай урын алған. Нурзиләнең һүҙҙәренсә, күл яһау өсөн әллә ни ҡатмарлы деталдәр кәрәкмәй. Тәүҙә ҙур соҡор ҡаҙылған, унда тәгәрмәс ҡуйылған, эсенә ике ҡатлы полиэтилен түшәлгән, ситтәре таш менән нығытылған. Был хозурлыҡтан алыҫ түгел – өй тирәләй төрлө төҫтәге гөл-сәскәләр үҫә, үрләп, баҡсаға йәм өҫтәйҙәр.
“Быларын эшләгәс, пальма онотолор”, – тип шаяртһалар ҙа, икенсе йылға кәрәкле күләмдә пластик шешә туплап, ул уйҙы ла тормошҡа ашырырға кәңәш иткән туғандар. Биләмәне биҙәү менән быйыл ғына ныҡлап шөғөлләнә башлаһалар, баҡсасылыҡ, сәскә үҫтереү кәсебен күптән үҙ иткән улар. Өҫтәүенә Инзирә менән Нурзилә профессиональ фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһына, заказдар ҡабул итә.
– Ишле ғаиләбеҙгә ҡыш буйы етерлек салаттар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ, йәшелсә тоҙлайбыҙ, яңынан-яңы рецепт өлгөләре эҙләйбеҙ, оҫталыҡты шымартабыҙ, – ти улар.







Автор: Г. ҒӘБИТОВА. Район: Бөрйән районы, Килдеғол ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә